Джамшеджи Тата
Джамшеджи Насарванджи Тата (ингл. Jamsetji Nasarwanji Tata, гудж. જમશેદજી તાતા, һинд जमशेदजी टाटा; 3 март 1839 йыл, Навсари, Гуджарат, Британия Һиндостаны — 19 май 1904 йыл, Бад-Наухайм, Пруссия) — Һиндостан сәнәғәтсеһе һәм бизнесмены, илде индустриалаштырыуҙың атаһы. Хәҙерге иң ҙур һинд корпорацияһы Tata Group нигеҙләүсеһе.
Джамшеджи Тата | |
гудж. જમશેદજી તાતા | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Британия империяһы |
Тыуған көнө | 3 март 1839[2][3] |
Тыуған урыны | Навсари[d], Сурат[d], Бомбей президентлығы[d], Индия под управлением Британской Ост-Индской компании[d], Британия империяһы |
Вафат булған көнө | 19 май 1904[2][3] (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Бад-Наухайм[d], Веттерау[d], Дармштадт административ округы[d], ba, Германия |
Ерләнгән урыны | Бруквуд зыяраты[d] |
Атаһы | Нуссерванджи Тата[d][4] |
Әсәһе | Дживанбай Тата[d][4] |
Хәләл ефете | Хирабаи Дабу[d] |
Балалары | Дорабджи Тата[d] һәм Ратанжи Тата[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | инглизсә |
Һөнәр төрө | эшҡыуар |
Уҡыу йорто |
Мумбай университеты[d] Эльфинстоун колледжы[d] |
Джамшеджи Тата Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәДжамшеджи Тата 1839 йылдың 3 мартында Гуджараттың көньяғында Навсари ҡалаһында парс ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәләре Нуссерванджи һәм Дживанбай Тата була. Атаһы Нуссерванджи Тата парс руханиҙары нәҫеленән Һиндостандың тәүге бизнесмены булып китә. Сауҙа менән шөғөлләнеү өсөн ғаиләһе менән бергә Бомбейға күсә. Был ваҡытта Джамшеджи Татаға 14 йәш тула һәм ул Бомбейҙың Эльфинстоун колледжына уҡырға керә. Бында уҡыу осоронда Хирабаи Дабу менән никахлаша. 1858 йылда колледжды тамамлай һәм атаһының сауҙа фирмаһында эшләй башлай. 1868 йылда атаһының предприятиеһынан айырыла һәм башланғыс капиталы 21 мең рупия булған үҙенең сауҙа йәмғиәтен булдыра.
1869 йылда Чинчпоклиҙа банкротланған май етештереү заводын һатып ала, уны кизе-мамыҡ фабрикаһы итеп үҙгәртеп ҡора һәм 1871 йылда ҙур килем менән һата.
1874 йылда Нагпурҙа кизе-мамыҡ фабрикаһын төҙөй һәм 1877 йылдың ғинуарында королева Викторияның Һиндостан императрицаһы титулын алыуына арнап фабриканы «Empress Mill» тип атай. Был фабриканы булдырып Джамшеджи Тата Һиндостанда хәҙерге заман туҡыу производствоһына нигеҙ һала.
Empress Mill предприятияһын төҙөүҙән һуң башланған осор Джамшеджи Тата эшмәкәрлегендә иң уңышлы булған һәм артабанғы 30 йыл дауамында буласаҡ сәнәғәт империяһы — Tata Group корпорацияһының нигеҙҙәре булдырыла. Бизнесмен Һиндостанда өс мөһим мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙы үҙ ғүмеренең маҡсаты итеп ҡуя:
- эре ҡорос иретеү концернын нигеҙләү,
- Көнбайыштың иң яҡшы университеттарынан ҡалышмаған юғары уҡыу йортон булдырыу,
- гидроэлектростанция төҙөү.
Джамшеджи Тата үҙе был өс мәсьәләне тормошҡа ашырып өлгөрмәй, әммә уның ныҡышмалылығы һәм фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында былар барыһы ла уның тоҡомдары һәм вариҫтары тарафынан Тата сәнәғәт төркөмө аша эшләнә:
- Tata Steel — тимер һәм ҡорос иретеү буйынса Азияла тәүге һәм Һиндостанда иң эре шәхси корпорация. Йылына 4 миллион тонна ҡорос етештерә.
- Һиндостан фәнни институты (IISc) — Бангалорҙа уҡыу һәм тикшеренеү институты, бында 48 ғилми бүлектәрҙә һәм лабораторияларҙа 2 мең белгес эшләй.
- Tata Power — электроэнергия етештереү буйынса Һиндостанда иң эре шәхси компания (дөйөм етештереү ҡеүәте — 2300 МВт күберәк).
Джамшеджи Татаның иң күренекле проектарына 1903 йылда Бомбейҙа мөһәбәт Тадж Махал Палас тарихи отелен төҙөүҙе индерергә була; уны төҙөүгә яҡынса 421 миллион рупия сарыф ителә.
Джамшеджи Тата үҙ иленең патриоты була, Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғы өсөн көрәшкән Дадабхай Наороджи һәм Фирүзшаһ Мехта һымаҡ шәхестәр менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан. Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғына ирешеүҙе ҡеүәтле милли сәнәғәт һәм уның иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡто булдырыу менән бәйләй.
Джамшеджи Тата һиндтар араһынан беренсе булып (1901 йылда) еңел автомобилгә эйә булған. Һиндостанға барған ваҡытта Марк Твен Бомбейҙа Джамшеджи Тата менән осраша.
Джамшеджи Тата хөрмәтенә Джамшедпур ҡалаһы аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #143291378 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Jamsetji Tata // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Jamsetji Tata // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 4,0 4,1 Geni (билдәһеҙ) — 2006.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- R. M. Lala: For the Love of India: The Life and Times of Jamsetji Tata (ISBN 0-670-05782-7)