Деликов Эрдни Теледжиевич

Деликов Эрдни Теледжиевич (ҡалм. Делкән Эрднь; 22 ноябрь 1914 йыл — 21 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Советтар Союзы Геройы[1]. Ошо юғары исемгә лайыҡ булған тәүге ҡалмыҡ.

Деликов Эрдни Теледжиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ик Заргакин[d], Салынтугтунское сельское муниципальное образование[d], Сарпинский район[d], Калмыцкая АССР[d], СССР
Вафат булған көнө 21 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (27 йәш)
Вафат булған урыны Усть-Донецк районы[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Усть-Донецк районы[d]
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биография

үҙгәртергә

Эрдни Деликов 1914 йылдың 22 ноябрендә Әстерхан губернаһы Кесе Дербет улусы (хәҙер Ҡалмыҡ Республикаһының Сарпин районы) Ике Заркагин ҡасабаһында тыуған[2].

Тулы булмаған урта белемле. Мәктәптән һуң колхозда эшләй.

1941 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлағандан һуң Деликов Эрдни 110-сы Айырым Ҡалмыҡ кавалерия дивизияһы 273-сө кавалерия полкының эскадронына тәғәйенләнә. ВКП(б) ағзаһы.

Батырлығы

үҙгәртергә

1942 йылдың июль уртаһында Эрдни Деликов танкыға ҡаршы ҡорал расчеты менән етәкселек итә (бүләкләү ҡағыҙында шулай яҙылған). Уның расчеты Ростов өлкәһе Пухляковка утары эргәһендә Дон аша сығырға тейеш була. 21 июлдә, алыш ваҡытында, Эрдни Деликов танкыға ҡаршы ҡорал уты менән өс немец броневигын юҡ итә, бынан һуң дошман үҙ һөжүмен көсәйтә. Атакаға яуап итеп, Эрдни Деликов 60 немец автоматсыһы ултырған өс йөк машинаһын шартлата. Ошо алышта үҙе үлемесле яралана.

Фаразланыуынса, Э. Т. Деликов Ростов өлкәһе Усть-Донецк (элек Константинов) районы Раздор станицаһынан алыҫ булмаған ерҙә ерләнә[3].

  Тышҡы һүрәттәр
  Фотопортрет Деликова
 
Советтар Союзы Геройы Эрдни Деликовҡа Раздор станицаһындағы һәйкәл.
  • 1982 йылда Салын-Тугтун ауылында Эрдни Деликовҡа арналған музей нигеҙләнә.
  • 1982 йылда 2113-се бәләкәй планетаға Эрдни исеме бирелә.
  • Герой исемен Элистала һәм Сарпин районы Садовый ауылында урамдар йөрөтә.
  • Ауыл хужалығы предприятиеларының береһе Герой исемен йөрөтә[4].
  • Шулай уҡ уның исемен Раздор станицаһындағы мәктәп йөрөтә.
  • Элек «Эрдни Деликов исемендәге Ҡалмыҡстан комсомолы премияһы лауреаты» исеме була.
  • Элистала Геройҙар Аллеяһында Эрдни Деликовтың барельефы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Список Героев Советского Союза Ростовской области.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1.
  • Дейнега В. Его звали Эрдни // Звезды над степью: Очерки о Героях Советского Союза / Сост. Н. У. Илишкин. — Элиста, 1975. — С. 96-108.
  • Трембач И. С. И друг степей калмык // Дорогой подвигов: Очерки. — Элиста, 1963. — С. 5-21.
  • Шумский А. Так надо выполнять свой долг перед Родиной!: Советский богатырь Эрдни Деликов // Наши земляки — Герои Советского Союза. — Элиста, 1960. — С. 33-36.
  • Эрдни Тельджиевич Деликов: биографические данные // Наши земляки — Герои Советского Союза: комплект из 22 буклетов. — Элиста, 1985. — буклет 7.
  • Наградной лист на сержанта Деликова Эрдни Теледжиевича на сайте «Подвиг народа» // http://podvignaroda.ru

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Деликов Эрдни Теледжиевич. «Герои страны» сайты.