Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте

башҡорттарҙың һынлы сәнғәте бүлеге, донъя көтөү, көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәт, йола үтәү өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр эшләү һәм ижади нәфис эшкәрт

Башҡорттарҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте — башҡорттарҙың һынлы сәнғәте бүлеге, донъя көтөү, көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәт, йола үтәү өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр (өҫ һәм аяҡ кейеме, йорт-кәрәк ярағы, мебель, туҡыма, эш ҡоралдары һәм башҡалар) эшләү һәм нәфис эшкәртеүгә бәйле ижади эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.

Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте
Башҡорттарҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре мәктәп музейында

Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәре ҡулланылған материал (ағас, керамика, һөйәк, тире, металл, текстиль), етештереү техникаһы (сүкеү, көйҙөрөп һүрәт төшөрөү, сигеү, һырлау, буяулы рәсем, суйындан ҡойоу) буйынса бүленә.

Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәте, йәшәү рәүеше, йолалары, тәртип-низамдары, тирә-яҡ тәбиғәт менән бәйле. Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте үҙ эсенә борондан килгән кәсептәр, шөғөлдәр һәм профессиональ оҫталар сәнғәтен ала. XX быуатҡа тиклем башҡорттар нигеҙҙә электән килгән традицияларға ярашлы ижад иткән.

Тарихтан

үҙгәртергә

Башҡорттарҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте күсмән төрки халыҡтарҙың борондан килгән традицияларына, тормош рәүешенә бәйле, көнкүреш әйберҙәре: йорт кәрәк-ярағы, кейем эйәр-өпсөн, һыбай йөрөү кәрәк-яраҡтары, дини-ғибәҙәт әйберҙәре һәм башҡалар шуға ярашлы етештерелгән дә инде. Башҡорттарҙың ихтыяжынан сығып (туҡыу, ағас, металл эшкәртеү, кейемде тегеү, торлаҡты биҙәү) декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте барлыҡҡа килгән.

Көньяҡ Уралдағы тәбиғәт шарттары башҡорттарҙың тормош рәүешенә ныҡ йоғонто яһаған. Күсмән һәм ултыраҡ башҡорттарҙың көнкүреше күпмелер айырылған — ҡулланылған әйберҙәр ҙә, уларҙың тәғәйенләнелеше лә, кейем, уларҙың биҙәктәре йәшәү рәүешенә ярашлы үҫеш алған. Материалдың тәбиғи матурлығын күрһәткән, күренештәре ҡупшы әйберҙәр ижад ителгән. Башҡорттар ҡайһы бер нәмәләренә ырыу йә ара тамғаһы ҡуйған, был иһә башҡорт орнаменты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән. Ваҡыт уҙа бара, Ислам дине ҡабул иткәс, кеше, йән эйәләре һүрәттәре ҡулланылмай башлаған, уларҙың урынын абстракт формалар — билдәләр, символдар алған.

Башҡорт орнаменты

үҙгәртергә

Ҡәҙимге башҡорт орнаментына S-рәүешле фигуралар, «ҡусҡар» биҙәктәрҙән торған ҡатмарлы композициялар инә.

 
башҡорт орнаменты — керамикала

Сатраш фигуралар тирә-яҡҡа йүнәлеште күрһәтһә, өсмөйөштәр тотем — ҡоштарҙың шартлы һындарын кәүҙәләндергән. Ҡусҡар биҙәк — тәкә мөгөҙө мотивы малсылыҡ менән бәйле. Фигураларҙың төҫө лә айырым мәғәнәгә эйә булған. Иң киң таралған төҫтәр ҡыҙыл, аҡ һәм ҡара. Был төҫтәрҙе башҡорттар торлаҡ, кейем, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре етештергәндә ҡулланғандар. Ҡыҙыл төҫ — ут һәм ҡояш төҫө, аҡ — сафлыҡ һәм күк йөҙө, ҡара төҫ — күҙ тейеүҙән һаҡлаусы тип ҡабул ителгән. Кейемдә һары төҫ ҡулланыу тыйылған, ҡайғыға юралған.

Башҡорттар түңәрәкте ҡулланырға яратҡан, ул магия элементы булараҡ ҡурҡыуҙан, түлһеҙлектән, балаларҙы күҙ тейеүҙән һаҡлаусы, дауалаусы итеп ҡулланылған. Тирмәләр, йәшәр урындар, кейемдәге биҙәктәр түңәрәк итеп эшләнгән. Түңәрәк менән рәттән ромб та теләп ҡулланылған.

Торлаҡты биҙәү

үҙгәртергә

Башҡорттарҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте торлаҡ биҙәүҙә, ғәҙәти рәүештә файҙаланылған ҡаралдыларында асыҡ сағыла. Башҡорттар тирмәләрен, йорт кәрәк-ярағын, һауыт-һабаны, мебелде биҙәкләп эшләгән. Күсмәндәрҙең торлағында һандыҡ, аяҡ ҡуйыр яйланма (урын аяҡ) торған. Һандыҡ геометрик биҙәктәр менән семәрләнгән, 2—3 төҫкә буяғандар, һауыт-һаба тотороҡло итеп эшләнгән, өҫтө шыма, биҙәкһеҙ йәки ҡырҙарына шыршы кеүегерәк һырҙар төшөргәндәр.

Өй эсен биҙәгәндә бик мөһим әйбер — шаршау булған. Шаршау йорттоң символы итеп тә ҡабул ителгән. Уны туй йолаларында ҡулланғандар. Шаршауға квадрат, ромб биҙәктәре туҡығандар, ҡыҙыл ептән һуҡҡандар, ул йортҡа уңыш һәм ырыҫ килтерә тип һанағандар.

Ағас әйберҙәр

үҙгәртергә
 
Салауат музейындағы экспонаттар

Әғас әйберҙәр башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған. Йылы тотоуы, еңел эшкәртеп булыу, еңел табып булыуы унан күп нәмәләр — ҡалаҡтан алып, ижау, орсоҡ, ҡамыт һәм эйәрҙәргә тиклем һәм башҡаларҙы эшләү өсөн ҡулай булған.

Ағас әйберҙәрҙән тыш башҡорттар тире иләгән, кейеҙ һәм тула ҡуныслы аяҡ кейемдәре етештергән. Ғәскәри хеҙмәт һәм һунар өсөн күн кейемдәргә биҙәктәр өс ҡуш япраҡ рәүешендә көмөш йәки алтынлаған металдан эшләнгән.

Биҙәкләп туҡыу ҙа киң таралған булған, өбөрһөҙ, сүпләм ысулдар менән һуғылған туҡымаларҙан шаршау, ашъяулыҡ, һөлгөләр, алъяпҡыстар теккәндәр.

XIX быуат аҙағына башҡорттар ултыраҡ тормошҡа күскәндәр. Өйҙә етештерелгән әйберҙәр фабрикала сығарылғандарҙан ҡайтышыраҡ булған. Яйлап башҡорттарҙың күнде ҡыҫып эшләнгән биҙәктәре, металл эшкәртеү сигеү ысулдары юғала барған.

1917 йылғы революциянан һуң милли мәҙәниәттәр үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалдырыуға ҙур иғтибар бүленә. СССР халыҡтарының мәҙәниәттәре бер-береһен байыта, тулыландыра. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡорт АССР-ында һабантуй, ҡарғатуй кеүек байрамдар тергеҙелә, боронғо шөғөлдәр: кейеҙ баҫыу, мамыҡ шәлдәр бәйләү, балаҫтар туҡыу, сигеү һәм башҡалар яңынан ҡайта башлай. 1950-1960-сы йылдарҙа республикала халыҡ шөғөлдәрен тергеҙеү тураһында документтар баҫылып сыға. Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән предприятиеләр барлыҡҡа килә. «Ағиҙел», «Дружба» производство берекмәләре, нәфис сәнғәт артелдәре асыла. Яңы мәсеттәр төҙөү һәм иҫкеләрен тергеҙеү дин-ғибәҙәт кәрәк-ярағын етештереүсе оҫтаханалар эшләй башлай.

Профессиональ декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте

үҙгәртергә

Башҡорттарҙың профессиональ декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ кәсептәренән һуңғараҡ барлыҡҡа килгән. Профессиональ сәнғәт фарфор әйберҙәр («Восточный» сервизы (Ф. У. Усманов); «Шүрәле» яҡтыртҡысы (М. К. Якубов), ағас һырлау — «Бөрйән» тигән ижау (И. М. Ямалетдинов); «Ҡурай сәскәһе», (М. Х. Дәүләтйәров); сүкелгән металл — «Ҡояшҡа» панноһы (М. К Якубов, Б. Д. Фузеев менән берлектә) һәм башҡалар.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта республикала милли зәргәр — ювелир сәнғәте үҫешә бара; алтын-көмөштән, ҡиммәтле таштарҙан биҙәүестәр, башҡа әйберҙәр етештерәләр — Р. Н. Фазлеев («Ҡуңыҙ», 2007; серпентин), күн — Л. М. Стратонов («Урал үләндәре» панноһы, диптих, 1995) һәм башҡалар.

Лак миниатюра, һөйәк һырлау, нәфис текстиль: батик, сигеү, гобелен, макраме һәм башҡалар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ҡорама тегеү киң йәйдерелде[1][2]

Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, нәфис сәнғәт галереяларында, музейҙарҙа тора.

ХХI быуатта кейеҙҙән сәнғәт әйберҙәре етештереү менән А. А. Байрамғолова, Г. Т. Мөхәмөтйәрова һәм башҡалар шөғөлләнә. Туҡылмаған гобелен техникаһынан алынған энә менән ҡайыу техникаһы ла ҡулланыла.

Кейем конструкциялау, моделдәрен эшләү, сәнғәти биҙәү буйынса ла эш алып барыла. Был йүнәлештә А. Д. Кирдякин (күн әйберҙәр, шәлдәр)[3], В. М. Шибаева (лоскутное шитьё)[4], Э. Б. Ефимовская (ҡатлы кейем) һәм башҡалар эшләй.

80-се йылдарҙан Башҡортостанда сәнғәти ҡурсаҡтар сығарыуға ҡыҙыҡһыныу арта. Уларҙы балсыҡтан, фаянстан, ҡупшы кейемдәр кейҙереп эшләйҙәр. Был эштәр менән оҫталар Байбурин Н. Г. , Сахно З. А. , Кузнецова В. Г. һәм башҡалар шөғөлләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Янбухтина А. Г. Народные традиции в убранстве башҡорттарского дома. Уфа, 1993;
  • Янбухтина А. Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006;
  • Профессиональное Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте Башкортостана: кат. 1 3 респ. выст. Уфа, 1997—2008.
  • Молчаева А. В. Народное Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте Башкортостана — Уфа: башҡорттарское издательство «Китап», 1995.
  • Родной Башкортостан: учебник для 6 класса / Азнагулов Р. Г., Аминева Ф. Х., Галлямов А. А. — 2-е изд. — Уфа: Китап, 2008.
  • Хисаметдинов Ф. Г. История и культура Башкортостана: Учеб. Пособие для учащихся средних специальных учеб. зав. — 2-е изд. — доп. — Уфа: Галем 2003—350 с.
  • Шитова С. Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башҡорттар (Этнографические очерки). — Уфа: Китап, 2006.
  • Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте башҡорттар/ Авт.-сост.: К. Р. Игбаев, Р. А. Хафизова, А. Р. Хуснуллин. Уфа: РИАЗ, Информреклама, 2003.
  • Кузбеков Ф. Т. История культуры башҡорттар / Ф. Т. Кузбеков. — Уфа : Китап, 1997.
  • Хисматуллина Н. Х. Орнаментально — колористическая основа башҡорттарского народного искусства / Н. Х. Хисматуллина. Уфа, 2000.
  • Магадеев Д. Д. Урал и Башкортостан с древнейших времен до конца 1917 года / Д. Д. Магадаев. Уфа, 2000.
  • Омский научный вестник № 2. 2012. Салаватова Г. А. Ст. Изучение народного Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте башҡорттарского народа.
  • Бикбулатов Н. В., Фархутдинова Г. Г. Орнамент башҡорттарский.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: башҡорттарская энциклопедия, 1996. — С. 451—452. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә