Дауыл — 1969 композитор Рәүеф Мортазиндың Рәғиҙә Янбулатова либреттоһына яҙған башҡорт операһы

Дауыл
Атамаһы Дауыл
Нигеҙендә эшләнгән Ырғыҙ[d]
Сәнғәт формаһы Опера
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Композитор Мортазин Рәүеф Әхмәт улы
Либретто авторы Янбулатова
Беренсе тапҡыр башҡарыла 26 апрель 1969
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 3 Акт

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Композитор Рәүеф Мортазин 3 күренештәге «Дауыл» операһын Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса 1969 йылда яҙа. 1969 йылдың 26 апрелендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Рәғиҙә Янбулатова либреттоһы буйынса ҡуйылған операның премьераһы үтә. Уның дирижеры — В Д. Руттер,ҡуйыусы режиссеры — Ш. М. Мортазина, хормейстеры — Л. Х. Исхаҡова, сценографы — М. Н. Арыҫланов, балетмейстеры Л. Е. Бородулин була.

Төп партияларҙы артистар Н. З. Абдеев (Айбулат), С. К. Ғәлимова (Гөлйөҙөм), С. А. Асҡаров (Ниязғол), М. Г. Сәлиғәскәров (Яланбикә), М. Г. Ғәлиев (Ҡотлобай), Х. З. Мәжитов (Волгин), З. С. Ғәзизов (Хаят) башҡара.

БАССР-ҙың 60-йыллығына операның икенсе редакцияһы ҡуйыла. 1979 йылдың 6 майында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үткән премьераның дирижеры — Й. Х. Моталов, ҡуйыусы режиссеры — М. М. Хисмәтуллин, хормейстеры — Л. Х. Исхаҡова, сценографы — М. Н. Арыҫланов, балетмейстеры Э. Х. Танн була.

Төп партияларҙа: Абдеев (Айбулат), Ғәлимова (Гөлйөҙөм), Р. А. Бәшәров (Ниязғол), Ғәзизова (Яланбикә), Ғәлиев (Ҡотлобай), Р. Ф. Кучуков (Волгин), А. Х. Күсемова (Хаят) сығыш яһай.

Опера Өфөлә үткән В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй музыкаль тетарҙар фестивалендә 1-се дәрәжә диплом (1970) менән билдәләнә.

Сюжеты үҙгәртергә

Операла Башҡортостандағы 1917 йылғы революция һәм Граждандар һуғышы ваҡиғалары күрһәтелә.

Сюжет нигеҙендә революция ваҡиғаларында ҡатнашҡан һәм яҡты идеалдар өсөн ҡорбан булған йәштәр — Гөлйөҙөм менән Айбулаттың драмаһы ята.

Икегә бүленгән халыҡ образын хор кәүҙәләндерә. Партитурала башҡорт ҡурайы яңғырай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Еловская Н. А., Файзуллина Л. М. Опера Рауфа Муртазина «Буря». Уфа, 1997

Һылтанмалар үҙгәртергә

  Тышҡы һүрәттәр
  Сцена из оперы "Дауыл"