Гөлшат
Гөлшат — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме, шулай уҡ татарҙарҙа, төркмәндәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа ла киң таралған.
Этимологияһы
үҙгәртергәГөлшат исеме башҡорт теленә фарсы теленән үҙләштерелгән. Мәғәнәһе гөл батшаһы тигәнде аңлата[1]
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәЗыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22 сентябрь 1947) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).
Зәйнәшева Гөлшат Хисам ҡыҙы (13 ғинуар 1928 йыл — 1 апрель 2005 йыл) — татар шағиры, драматург. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988) һәм Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991).
Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Фазлитдинова; 28 август 1992 йыл) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсе Рәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында Европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Гөлшат Диас ҡыҙы Омарова (1968 йыл) — Ҡаҙағстан актрисаһы, сценарий яҙыусы һәм режиссёры.
Гөлшат Сәхый ҡыҙы Мамедова (төркмән) Gülşat Sahyýewna Mämmedowa. 1964 йыл) — төркмән дәүләт эшмәкәре. Төркмәнстан Мәжлесе Рәйесе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 117 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |