Викидатала элемент юҡ

Гөлнара — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме .Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланыла.

Этимологияһы үҙгәртергә

Гөлнара — фарсы теленән ингән, гранат сәскәһе тигән төшөнсәне аңлата.[1]

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (14 май 1964 йыл) — хоҡуҡ белгесе. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Гөлнара Ирнес ҡыҙы Әмирова (7 июль 1968 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).

Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы рус. Обыдённова Гульнара Талгатовна — (11 апрель 1955, Силәбе ҡалаһы) — археолог, тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова — журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Башҡорт АССР-ының Балтас районы Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған.

Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы Вәлиева (21 май 1965 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар үҙгәртергә