Гөлдәр

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Гөлдәр — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.

Гөлдәр

Этимология

үҙгәртергә

Гөлдәр башҡорт теленә фарсы теленән ингән, гөл менән биҙәлгән; гөлгә күмелгән, гөлгә эйә булған тигәнде аңлата[1]. Гөлдәр исеменә эйә һүҙе ҡушылып, Гөлдәриә исеме барлыҡҡа килгән.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. 19952001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11 июнь 1954 йыл) — театр режиссёры. 19902008 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе һәм баш режиссёры. 1989 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы (14 ғинуар 1967 йыл) — журналист. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Ишҡыуатова Гөлдәр Йәдкәр ҡыҙы (1975) — йырсы, телережиссер. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — йәш быуынды рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн (2001).

Гөлдәр Илембәтова — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 2010 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2010)

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

«Гөлдәр» — Сибай ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү ансамбле[1].

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Гөлдәр баҡсаһында — БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1924 йылда яҙылған. 7 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ