Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы

Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы (24 октябрь 1941 йыл1 апрель 1990 йыл) — йырсы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987) һәм атҡаҙанған (1978) артисы.

Филүс Фазлиәхмәт улы Гәрәев
Тыуған көнө

24 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Краснокама районы, Иҫке Йәнйегет ауылы

Вафат булған көнө

1 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (48 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Филүс Фазлиәхмәт улы Гәрәев 1937 йылдың 28 февралендә Башҡортостан АССР-ы Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылында тыуған.

1964 йылдан Өфө ҡалаһының 25-се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1965 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы булып тора.

1966 йылда Р. Р. Әхмәҙиева класы Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.

1986—1990 йылдарҙа музыка-әҙәби лекторийҙың солист‑вокалисы булып эшләй. СССР, Венгрия, Польша буйлап гастролдәрҙә була.

1990 йылдың 1 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булған[1].

Репертуары

үҙгәртергә

Композиторҙар Н. Ә. Дауытов, З. Ғ. Исмәғилев, Р. Р. Йыһанов, Ш. З. Ҡолбарисов, Р. М. Хәсәнов, Х. Ф. Әхмәтов, К. Я. Листов, Б. А. Мокроусов, О. Б. Фельцман йырҙарын; «Ғайса ахун», «Ирәндек», «Ҡара юрға», «Уйыл», «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырҙарын һәм башҡаларҙы башҡара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аюпова В. Х. Гараев Филюс Фазлиахметович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 223. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә