Гюнтер Бениш
Гюнтер Бениш (нем. Günter Behnisch; 12 июнь 1922, Дрезден — 12 июль 2010, Штутгарт) Германия архитекторы, архитектура профессоры, Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Мюнхенда Олимпия паркы төҙөлөшө (1967—1972) арҡаһында бөтә донъяға билдәлелек ала.
Биографияһы
үҙгәртергәГюнтер Бениш Дрезденда тыуып үҫкән. 1934 йылда уның ғаиләһе Хемницҡа күсә. 18 йәше тулмаған Гюнтер 1939 йылда вермахтҡа хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Икенсе донъя һуғышы осоронда Бениш U-2337 һыу аҫты кәмәһе менән командалыҡ итә һәм һуғыш тамамланғас, британдарға әсирлеккә эләгә.
1947 йылда Англиянан ҡайтҡас, Бениш Штутгарттың юғары техник мәктәбенә уҡырға инә, унда 1947-1951 йылдарҙа архитектураны өйрәнә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, 1951-1952 йылдарҙа Штутгартта Рольф Гутбродтың архитектура бюроһында эшләй.
1952 йылда Бруно Ламбарт менән берлектә Штутгартта үҙенең архитектура бюроһын аса. 1966 йылда Behnisch & Partner архитектура төркөмө нигеҙләнә. 1989 йылда Гюнтер Беништың улы Штефан Штутгартта филиал аса, тиҙҙән ул 1991 йыл үҙ аллы Behnisch Architekten бюроһына әүрелгән. 1967-1987 йылдарҙа Бениш Дармштадт техник университеты һәм бер үк ваҡытта урындағы стандарттар институты менән етәкселек итә.
1982 йылда Бениш Берлин сәнғәт академияһына ағзалыҡҡа ҡабул ителә, ә 1984 йылда Штутгарт университетының почетлы доктор исемен ала. В 1996 йыл Бениш Саксония сәнғәт академияһын ойоштороусы ағзаларының береһе була, унда 2000 йылға тиклем архитектура класын алып бара.
Гюнтер Бениш оҙайлы ауырыуҙан һуң 88 йәшендә Штутгартта вафат була.
Ижады
үҙгәртергәГюнтер Бениш Германияла модерн архитектураһының иң билдәле вәкилдәренең береһе һәм «бер ниндәй ҙә статуслы һәм власть символикаһы булмаған демократик төҙөлөш яҡлы» тип һанала һәм «демократия төҙөүсеһе» ҡушаматы ала. Бениш төҙөгән «быяла-һауа формаларында азатлыҡ» донъяла ГФР образын билдәләй, һәм был йәһәттән Мюнхендағы Олимпия паркы айырым роль уйнай 1972 йылғы йәйге Олимпия уйындары һәм Бонндағы Германия бундестагының пленар ултырыштар залы бинаһы. Берлинда Сәнғәт академияһы бинаһы өсөн Бениш бинаның бик ҡыйыу һәм прогрессив проектын төҙөй.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт Behnisch Architekten 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Gudmundur Helgason. uboat.net - The U-boat War 1939-1945 Günter Behnisch Oberleutnant zur See (Crew XII/39) (ингл.). Дата обращения: 6 ноябрь 2012. Архивировано 22 ноябрь 2012 года.