Гуменюк Наталья Петровна

Наталья Петровна Гуменюк (укр. Наталія Петрівна Гуменюк; 24 июль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (38 йәш), Биробиджан[d] тыуған ) — украин журналисы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Громадское телевидение» етәксеһе (2015—2019).

Гуменюк Наталья Петровна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украина
Тыуған көнө 24 июль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Биробиджан[d]
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре, радиоведущий
Эш биреүсе Громадське телебачення[d]
Уҡыу йорто Институт журналистики Киевского университета[d]
Университет Эребру[d]
Commons-logo.svg Гуменюк Наталья Петровна Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Наталья Петровна Гуменюк 1983 йылдың 21 июлендә Биробиджанда тыуған[1][2]. Дүрт йәшендә астроном булырға хыяллана, ә туғыҙ йәшендә хәрби конфликттар менән мауыға, гуманитар хеҙмәткәре булырға хыяллана[3].

Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты (2000—2004) Журналистика институтының Халыҡ-ара журналистика бүлегендә уҡый. Студент йылдарында студенттарҙың «Наше дело» (2002—2004) гәзитенең баш мөхәррире була. 2005 йылдан 2006 йылға тиклем Эребру Университетында халыҡ-ара журналистика магистрына уҡый[4].

«Яңы канал» (2002—2003), «Бишенсе канал» (2003), «ProfiTV» (2004) мәғлүмәт агентлығында, ICTV каналында «Факт» программаһында (2003—2004) журналист булып эшләй. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем халыҡ-ара бүлеге етәксеһе, махсус хәбәрсе, «К1» каналында «Бер репортаж» программаһының автор-алып барыусыһы. 2007 йылда «Интер» телеканалында махсус хәбәрсе булып эшләй башлай. 2007 йылдан бер холдингҡа ингән «Интер» һәм «К1» телеканлдарында халыҡ-ара бүлектең етәксеһе була[5]. «Интер» бүлегенең етәксеһе булараҡ 2008 йылдың август айындағы Көньяҡ Осетияла ҡораллы конфликтты яҡтыртыу өсөн яуаплы була. «Интер», редакция материалдары өсөн «Яңылыҡтар» номинацияһында халыҡ-ара «Эмми» премияһына лайыҡ була[6].

 
Гуменюк 2014 йылда

2009 йылдың декабрендә Гуменюкты «Интер» телеканалы сәбәптәрҙе аңлатмайынса эштән бушата[7]. 2010 йылда Украина Би-би-си хеҙмәте һәм «Профиль» аҙналығы өсөн Көньяҡ-Көнсығыш Азия тураһында материалдар серияһы авторы була. 2010 йылдан 2011 йылға тиклем сит илдәрҙәге украиндар тураһында «Интер» телеканалында «Наши» проектының авторы һәм шеф-редакторы[8][9]. 2010 йылдан бойондороҡһоҙ журналист булараҡ Рейтер, Польша телевидениеһы, Украина Би-би-си хеҙмәте, RTL-4, OpenDemocracy, «Украинская правда» Tochka.net һәм «Профиль» аҙналығы менән хеҙмәттәшлек итә[8]. Ғәрәп яҙы тураһында ваҡиғаларҙы яҡтырта[10]. «Стоп цензуре!» йәмәғәт хәрәкәте эшмәкәрлегендә ҡатнаша[11]. Могилян журналистика мәктәбендә «халыҡ-ара медиасистема» курстарын уҡый[12].

2013 йылда «Громадское телевидение» проектына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 2014 йылдың февралендә, «Громадское телевидение» телеканалында э эшләү менән бер рәттән «Аристократтар» радиоһында «Интернационал» программаһын алып бара[13]. 2014 йылдың мартында Docudays UA кинофестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы алып бара[14]. Украинаның көнсығышында хәрби хәрәкәттәр зонаһында ҡораллы низағ ваҡиғаларын яҡтырта[15]. 2015 йылдың ғинуарында «Громадское телевидение» телеканалында хеҙмәтте етәкләй[16]. 2015 йылдың майында «Громадское телевидение» каналында етәксе Роман Скрыпинды алмаштыра[17]. Гуменюк 2015 йылдың июлендә төшөрлгән Би-би-си «Глобальный вызов» программаһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-эксперт була[18].

2015 йылдың йәйендә дәүләттең «Ҡаҙаныштары өсөн» орденынан баш тарта[19][20]. 2016 йылда Docudays UA кинофестиваленең һәм «Честь профессии» журналистар премияһының жюри составына инә[21][22]. «Честь профессии» премияһының жюри ағзалары менән бер рәттән Роман Скрыпиндың булыуы менән бәйле, Наталья Гуменюк протест йөҙөнән конкурстың күҙәтеү совтетынан сығып китә[23].

2019 йылдың 9 ноябрь Владимир Зеленский Гуменюкты Украина Президенты ҡарамағындағы журналистарҙы һәм һүҙ азатлығын яҡлау мәсьәләләре буйынса совет составына индерә[24].

2019 йылдың 20 декабрендә «Громадское телевидение» каналында Гуменюкты етәксеһе вазифаһында Юлия Банкова алмаштыра[25]. Бынан һуң партнерлыҡ буйынса баш мөхәррирҙең урынбаҫары булып эшләй һәм Hromadske International проектын етәкләй. 2020 йылдың февралендә Гуменюк журналист Ангелина Карякина контрактын оҙайтмауы сәбәпле, «Громадское телевилениенан» китеүе тураһында иғлан итә[26].

2020 йылдың май айында «Ижтимағи ҡыҙыҡһыныу журналистикаһы лабораторияһы» проектын төҙөй[27]. 2020 йылдың 2 сентябренән — Украина милли ижтимағи телерадиокомпанияһында стратегик планлаштырыу буйынса яңылыҡтар шеф-редакторы, унда Гуменюкты Ангелина Карякина саҡыра[28].

АбруйыҮҙгәртергә

2017 йылда Гуменюк Res Publica гәзите, Visegrad Fund, Financial Times и Google ойошмаһы төҙөгән New Europe 100 исемлегенә индерелә[29].

2019 йылда «Фокус» аҙналығы төҙөгән «Украинаның 100 иң абруйлы ҡатын-ҡыҙы» исемлегенә индерелә[30].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Журналистикалағы ҡаҙаныштары өсөн Анатолий Москаленко исемендәге журналистиканы үҫтереү фонды премияһы лауреаты (2009)[31]
  • «Очевидец» нәфис репортаж конкурсында икенсе урын (2013)[32]
  • Best Book Award премияһы лауреаты (2020)[33]
  • Гуменюктың «Потерянный остров» китабы 2020 йылда Украина Пен-клубы версияһы буйынса «юл очерктары һәм репортаждар» номинацияһында иң яҡшы китап тип һанала[34], «Книги года ВВС 2020 — Эссеистика» ҡыҫҡаса исемлегенә[35] һәм украин «Книга года-2020» рейтингына индерелә[36].

Шәхси тормошоҮҙгәртергә

Ире — «Ямғыр» телеканалында эшләүсе Рәсәй журналисы Пётр Рузавин[37]

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Veni, Vidi, Scripsi: Світ у масштабі українського репортажу (збірник репортажів різних авторів) — Київ: Темпора, 2013.
  • Майдан Тахрір. У пошуках втраченої революції. — Київ: Політична критика. — 2015.
  • Загублений острів. Книга репортажів з окупованого Криму. — Львів: Видавництво Старого Лева 2020.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Відомості про власників (укр.) (18 февраля 2019).
  2. Kauffmann Sylvie. Ukraine: «La question n'est pas la Russie, mais de sortir de l'injustice et de la corruption», Le Monde.fr (26 ғинуар 2014). 10 март 2021 тикшерелгән.
  3. Мусаева – балерина, Станко – археолог, МакГаффи – бармен. Параллельная реальность украинских журналистов.detector.media(6 июня 2015).Дата обращения: 10 марта 2021.
  4. Наталя Гуменюк (укр.).Могилянська школа журналістики.Дата обращения: 10 марта 2021.
  5. Наталя Гуменюк(укр.).Могилянська школа журналістики.Дата обращения: 10 марта 2021.
  6. Баранівська Марина.Наталя Гуменюк: «Кожен з наших героїв – це людина, яка спромоглася на вчинок, не побоялася змінити своє життя» (укр.).detector.media(18 февраля 2011).Дата обращения: 10 марта 2021.
  7. За що звільнили Наталю Гуменюк?  (укр.) (2009-12-15).
  8. 8,0 8,1 Наталя Гуменюк  (укр.).
  9. Баранівська Марина Наталя Гуменюк: «Кожен з наших героїв – це людина, яка спромоглася на вчинок, не побоялася змінити своє життя»  (укр.) (2011-02-18).
  10. Коркодим Олена.Наталя Гуменюк: «У країнах Арабської весни реалії медіа подібні до наших» (укр.).detector.media(4 декабря 2012).Дата обращения: 10 марта 2021.
  11. Припинити тиск на журналістів, не допустити репресій  (укр.) (2010-05-22).
  12. Наталя Гуменюк: «У країнах Арабської весни реалії медіа подібні до наших»  (укр.) (2012-12-04).
  13. До команди радіо «Аристократи» приєдналися Наталія Гуменюк, Влад Фісун, Тіна Берадзе, Василіса Фролова (ОНОВЛЕНО) (укр.). detector.media(9 февраля 2014).Дата обращения: 10 марта 2021.
  14. Переможцем Docudays UA став російський фільм «Останній лімузин» (укр.).detector.media(28 марта 2014). Дата обращения: 10 марта 2021.
  15. Наталка Гуменюк (укр.).Insider(25 сентября 2014).Дата обращения: 10 марта 2021.
  16. У російськомовного проекту «Громадського ТБ» з’явився власний сайт (укр.).detector.media(21 января 2015). Дата обращения: 10 марта 2021.
  17. Романа Скрыпина сместили с поста руководителя «Громадського ТБ». detector.media(27 мая 2015).Дата обращения: 10 марта 2021.
  18. Долженкова Інна.Про експеримент ВВС, прокурорське свавілля та призначення Туки(укр.).ms.detector.media(30 июля 2015).Дата обращения: 10 марта 2021.
  19. Станко, Гуменюк, Задорожний, Левін, Стек відмовилися від президентського ордену «За заслуги»  (укр.) (2015-06-05).
  20. Непотрібні ордени від Президента?  (укр.) (2015-06-06).
  21. Апостолова Лілія Кінофестиваль Docudays UA–2016 оголосив переможців (ДОПОВНЕНО)  (укр.) (2016-03-31).
  22. Обрано журі конкурсу професійної журналістики «Честь професії - 2016»  (укр.) (2016-03-31).
  23. Рингис Анастасия Дело Скрыпина де-факто и де-юре. Что произошло с “Громадським ТВ”?  (рус.) (2016-06-09).
  24. Президент затвердив склад Ради з питань свободи слова та захисту журналістів  (укр.) (2019-11-06).
  25. ГО «Громадське телебачення» очолила Юлія Банкова  (укр.) (2019-12-20).
  26. Наталя Гуменюк йде з «Громадського»  (укр.) (2020-02-03).
  27. Рябоштан Іра Наталя Гуменюк стала засновницею та керівницею «Лабораторії журналістики суспільного інтересу»  (укр.) (2020-05-06).
  28. Наталя Гуменюк стала шеф-редакторкою інформаційного мовлення Суспільного зі стратегічного планування.
  29. Семеро українців увійшли до Топ-100 новаторів Європи, опублікованого Financial Times  (укр.) (2017-11-24).
  30. Кумиры и мастера. 100 самых влиятельных женщин.ФОКУС(21 октября 2019).Дата обращения: 10 марта 2021.
  31. Гуменюк – найкраща журналістка 2009 року  (укр.) (2010-03-01).
  32. Світ під мікроскопом  (укр.) (2013-04-14).
  33. Соколова, Сенцов, Гуменюк та ще низка медійників стали лауреатами премії від Львівського BookForum  (укр.) (2020-09-18).
  34. Український ПЕН назвав найкращі українські книжки 2020 року  (укр.) (2020-12-28).
  35. Оголошено короткі списки претендентів на премію «Книга року ВВС-2020»  (укр.) (2020-11-13).
  36. Оголошено короткі списки Всеукраїнського рейтингу «Книжка року-2020»  (укр.) (2021-01-13).
  37. Наталя Гуменюк вийшла заміж у Білорусі (укр.). detector.media (14 августа 2017). Дата обращения: 10 марта 2021.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә