Губин Андрей Викторович
Губин Андрей Викторович (төп исем-шәрифе — Клементьев Андрей Валерьевич[2]); (30 апрель 1974 йыл) — СССР һәм Рәсәй эстрада поп-музыканты, йырсы, композитор, шағир, автор-башҡарыусы, музыкаль продюсер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004).
Губин Андрей Викторович | |
рус. Андрей Викторович Губин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Андрей Викторович Клементьев |
Патронимы йәки матронимы | Викторович[d] |
Тыуған көнө | 30 апрель 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Атаһы | Виктор Викторович Губин[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | йырсы, композитор, музыкальный продюсер, шағир, изготовитель, алып барыусы, поэт-песенник, журналист |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2005 |
Музыка ҡоралы | гитара, фортепиано, вокал[d] һәм синтезатор[d] |
Жанр | поп-музыка[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | andreygubin.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 91 300 ± 99[1] |
Сәхнә псевдонимы (1990 йылдан) — «Андрей Губин»[2].
Биографияһы
үҙгәртергәАндрей Губин 1974 йылдың 30 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Черниковка биҫтәһендә йәшәй, йәйге айҙарҙа Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылына өләсәһенә барып йөрөй[3]
1981 йылда Мәскәүгә күсәләр, ата-әсәһе ҡуртымға бер бүлмәле фатир алырға мәжбүр була, әсәһенең пропискаһы булмағанға күрә эшкә төшә алмай, атаһы ғилми хеҙмәткәр һәм карикатурсы булып эшләй. Андрей атаһына ярҙам итеп, карикатуралар төшөрә[3]
Йыш ҡына улар бер фатирҙан икенсеһенә күсә, сөнки Мәскәүҙә пропискаһыҙ йәшәү рөхсәт ителмәй, шуға күрә Андрей төрлө мәктәптәрҙә уҡый. 13 йәшкә тиклем малай һаҡау була, әсәһе уға логопедия буйынса китаптар уҡырға бирә, һәм ул үҙ аллы һаҡаулығынан арына[3].
Урта мәктәптең өлкән синыфында шахмат, футбол менән мауыға, хатта бер аҙ Мәскәү үҫмерҙәр йыйылма командаһы өсөн уйнай, әммә аяғы һынғандан һуң спортты ташлай. Журналист булырға хыяллана, «Огонек» журналына мәктәптәге хәлдәрҙе фашлап, хат яҙа. 241-се мәктәпте тамамлай, әммә уға аттестат бирелмәй[4]
Музыкаль һәм телевидениелағы эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1980-се йылдар
үҙгәртергә12 йәшендә беренсе шиғырын яҙа («Атай»), тәүге йыры етенсе класта уҡығанда яҙыла («Мальчик-бродяга»)[3]
1989 йылда «Мин — бомж» исемле музыкаль дискы сыға, артабан тағы ике үҙешмәкәр альбомы — «Аве Мария» һәм «Принц һәм принцесса» — донъя күрә[3].
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Гитараһында уйнап ул үҙе яҙған йырҙарҙы Үҙәк телевидениеһы янында йырлай һәм ошонда «До 16 и старше» тапшырыуы мөхәррире менән таныша (һылтанма).
1989 йылда Георгий Галустьянға интервью бирә һәм «балалар телеканалы» өсөн «Аве Мария» йырын башҡара[5].
Кишинёв ҡалаһында үҙенең тәүге клибын төшөрә («Наша школа с военным уклоном»), хәрби ролен атаһы башҡара[6].
1989 йылдан алып СССР Дәүләт телерадиоһы Беренсе программала «16 йәшкә тиклем һәм һуңынан» йәштәр программаһында журналист булып эшләй. Ошо ваҡыттан билдәлелек яулай башлай.
1990-сы йылдар
үҙгәртергә1990 йылда, Андрей Макаревичҡа биргән интервюһынан һуң, үҙен музыкаға бағышларға ниәт ҡыла, әммә һуңынан был аҙымын хаталы булғанын таный.
1990 йылда «Йырлап алайыҡ, дуҫтар!» тапшырыуында «Аве Мария» менән ҡатнаша[7].
Мәскүҙә Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка училищеһына вокал бүлегенә уҡырға инә, әммә беренсе курстан һуң, дәрестәргә йөрөмәгән өсөн ҡыуыла. Һөҙөмтәлә профессиональ музыкаль белемһеҙ ҡала.
1994 йылда «Славутичтың Алтын көҙө» исемле фестивалдә ҡатнаша, унда ул Леонид Агутин менән таныша. Агутин Андрей Губиндың «Мальчик-бродяга» альбомындағы һәр бер йырын 250 долларға аранжировкалай.
1995 йылдың аҙағынаса тәүге альбомдың ярты миллион оригиналь күсермәһе һатыла.
1998—1999 йылдарҙа «Карамельки» поп-төркөмөнөң «Шуба-дуба» клибында төшә.
1998 йылда «Только ты» («Һин генә») икенсе студия альбомы сыға. Әлеге программа менән әртист 1998—1999 йылдарҙа Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Белоруссияла һәм Украинала сығыш яһай.
2000-се йылдар
үҙгәртергә2001 йылда «Лучшее» (Иң яҡшыһы) дискын сығара һәм бер аҙ ваҡытҡа гастролдәрен һәм концерттарын туҡтата.
2002 йылда уның дүртенсе «Всегда с тобой» («Һәр саҡ һинең менән») студия альбомы донъя күрә.
2004 йылды «DJ Путин» агитацион йырын яҙҙыра, уны «Шаурма рекордз» лейбы «Путин тураһында йырҙар» дискыла сығара[8]. Шул уҡ йылдың аҙағында Филипп Киркоров өсөн «Ла-ла-ла» йырын яҙа. Әммә уны йәш йырсы Жанна Фриске башҡара. Һуңғараҡ Фриске Губиндың «Мама Мария» йырын да йырлай.
2004 йылда дүртенсе Йондоҙҙар фабрикаһында «Девушки как звезды» («Ҡыҙҙар йондоҙҙар кеүек») йырын фабриканттар Тимати, Антон Зацепин һәм Настя Кочеткова менән бергә йырлай[9], бынан һуң «Йондоҙҙар фабрикаһы-4» проекты педагогы Игорь Николаев «Ниже ростом только Губин» йырын яҙа һәм уны Антон Зацепинға бүләк итә. Андрей Губин бик ныҡ үпкәләй һәм хатта Николаевты судҡа бирергә уйлай, уны боксер алышына ла саҡыра, әммә Николаев баш тарта. Әлеге йыр Зацепиндың 2008 йылғы альбомына инә, 2012 йылда ғына Зацепин Губиндан ғәфү үтенә[10][11].[12][13]. 2004 йылда Александра Балакирева менән бергә «Время романтиков» («Романтиктар дәүере») йырын «Йондоҙҙар фабрикаһы-5»-тә дуэт менән йырлай[14].
2005 йылда сәхнәнән китә, Канада һәм Германила йырҙар яҙа, 2006 йылда Рәсәйгә әйләнеп ҡайта.[15][16][17]
2007 йылда «Лена» исемле яңы йыр яҙа. Шулай уҡ Юлия Береттаның продюсеры була.
2009 йылда интернет киңлектәренә тамамланмаған «Нежность» («Наҙ»). йыры эләгә.
2000-се йылдарҙан 2010 йылдың ғинуарына тиклем Катя Гордондың иртәнге шоуы продюсеры була[18].
Шулай уҡ Майк Мироненко өсөн бер нисә йыр яҙа.
2010-сы йылдар
үҙгәртергәСәхнәнән китә һәм авторлыҡ гонорарҙарына йәшәй, кеше араһында күренмәй тиерлек. Яңы йырҙар яҙам, тип интервьюларында әйтә һәм алкоголь менән мауығыуынан баш тарта[19][20].
2012 йылда Беренсе каналда «Пусть говорят» («Һөйләһендәр әйҙә») тапшырыуы геройы була[21].
2017 йылдың 6 июнендә «[«Россия-1»]] каналындағы «Прямой эфир» тапшырыуында ҡатнаша[22]. 25 июндә «Звезды сошлись» («Йондоҙҙар берләште») ток-шоуы геройы була (НТВ)[23]. 23 сентябрҙә «Секрет на миллион» («Бер миллионлыҡ сер») ток-шоуҙа ҡатнаша (НТВ)[24].
Ғаиләһе
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
дядя Андрея — Андрей Викторович Губин | |
Андрей с отцом Виктором Викторовичем Губиным | |
Андрей с мамой Светланой Васильевной Губиной | |
Андрей с сестрой |
Губиндар Өфөгә Мәскәүҙән 1952 йылда күсәләр.
- Губиндың ҡартатаһының ҡартатаһын Мәскәүҙән Амур өлкәһенә һөрәләр, ҡартатаһының атаһын Совет власының тәүге йылдарында төрмәлә үлтерәләр[25].
- Атаһы яғынан ҡартатаһы — Губин Виктор Евдокимович (1919—1996), ӨДНТУ-ның тәүге ректоры.[26]
- Атаһы буйынса ҡартәсәһе — Валенитина Емельяновна Губинатеатр училищеһын тамамлауға ҡарамаҫтан Эске эштәр министрлығы мәктәбендә КПСС тарихын уҡыта. Тормош иптәше ҡаршы булғанға күрә сәхнәлә сығыш яһай алмай, Өфөлә тарих факультетын тамамлай.
- Олатаһы — Губин Андрей Викторович (19.10.1959) — 1999—2005 — «Башинвест»" идаралығы рәйесе урынбаҫары, 2005—2011 йылдарҙа — идараһы рәйесе «Үҫеш региональ банкы» идаралығы рәйесе .[27]
- Инәһе— Анна Викторовна Губина Ленинградта юғары уҡыу йортон тамамлай.
- Атаһы — Виктор Викторович Губин (1948—2007), Ленинграта юғары уҡыу йортын тамамлай Һәм өфөлә Ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, диссертация яҡлай, күп кенә совет журналдарында карикатуралар баҫтыра, «Труд» гәзитендә эшләй. Андрейҙың продюсеры була, бер нисә тауыш яҙҙырыу студияһы була. 2007 йылдың 3 мартында вафат була[21][28].
- Әсәһе — Губина Светлана Васильевна (25.10.1948—14.06.2012), өй хужабикәһе һәм балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Йөрәк өйәгәенән вафат була.
Андрей һәм уның һеңлеһе Анастасия әсәһенең тәүге иренең фамилияһына яҙҙырылған булалар.
Ауырыуы
үҙгәртергәАндрей Губин ҙур сәхнәнән китеүен сәләмәтлеге менән бәйләй. 2000 йылдар уртаһында уға һул яҡ прозопалгияһы диагнозы ҡуйыла[29] , был сирҙән ул бик ныҡ һыҙланыуҙар кисерә[28].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәАндрейҙың тәүге мөхәббәте Елизавета Саутина (Лиза), уға ул «Лиза» йырын арнай. Улар Мәскәү метроһында танышалар. Ул ваҡытта Андрейға — 19, ә Лизаға 17 йәш була, улар тиҙ арала рәсми булмаған никахта йәшәй башлайҙар. Андрейҙың гастролдәре арҡаһында айырылашалар[30]. Лиза сит илгә китә һәм унда кейәүгә сыға.
«Карамель» дуэтынан Кобевко Людмила (Люся), уның икенсе музаһына әүерелә, «Только ты» студия альбомы уға арналған.[31]
Губин бер тапҡыр ҙа рәсми өйләнмәгән, балалары юҡ.
Ижады
үҙгәртергәЙырҙар
үҙгәртергә- 1989 — «Аве Мария»[32]
- 1994 — «Лиза»
- 1995 — «Мальчик-бродяга»
- 1995 — «Дай мне слово»
- 1996 — «Ночь»
- 1997 — «Зима-холода»
- 1997 — «Ты говорила»[33]
- 1998 — «Милая моя далеко»
- 1998 — «Я знаю, ты знаешь»
- 1998 — «Птица»
- 1998 — «Забытый тобой»
- 1999 — «День и ночь»
- 1999 — «О тебе мечтаю я»
- 1999 — «Плачь, любовь!»
- 2000 — «Без тебя»
- 2000 — «Облака»
- 2000 — «Было, но прошло»
- 2001 — «Листопад»
- 2001 — «Убегает лето»
- 2001 — «Не бесконечна зима»
- 2002 — «Танцы»
- 2002 — «Будь со мной»
- 2002 — «Она одна»
- 2003 — «К Алине»
- 2003 — «Девушки, как звёзды»
- 2003 — «Я и ты»
- 2004 — «Время романтиков»
- 2004 — «Солнышко»
- 2004 — «Мама Мария»
- 2004 — «Те, кто любит» (совместно с группой «Краски»)
- 2004 — «Путин супер DJ»
- 2004 — «На работу»
- 2005 — «Дверь открой»
- 2007 — «Лена»
- 2009 — «Нежность» (Слита в сеть)
Башҡа йырсылар өсөн яҙылған йырҙар
үҙгәртергәЖанна Фриске өсөн: "Ла-ла-ла", "Мама Мария"[34]; Мироненко Майк өсөн: «Привет, малыш!» һәм «Но кого» һәм башҡалар, шулай уҡ «Карамельки» төркөмө, Беретта Юлия, Ранеткалар, Сосо Павлиашвили, Кристина Орбакайте (Ҡар), Цветомузыка өсөн[35]
Альбомдар
үҙгәртергәСыҡмаған
үҙгәртергә- 1989 — «Я — бомж» (под гитару, т. 200 экз. соц. — полит. песни)
- 1992 — «Аве Мария»
- 1992 — «Принц и принцесса».
Студия
үҙгәртергә1995 — Мальчик-бродяга | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
1. | «Мальчик-бродяга» | ||||||||
2. | «Ночь» | ||||||||
3. | «Лиза» | ||||||||
4. | «Ты дождись меня» | ||||||||
5. | «Я всё знаю» | ||||||||
6. | «Как же так» | ||||||||
7. | «Мой Бог» | ||||||||
8. | «Последняя любовь» | ||||||||
9. | «Все для тебя» | ||||||||
10. | «Звездой моей не станешь ты» |
1998 — Только ты | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
1. | «Зима-холода» | ||||||||
2. | «Я знаю, ты знаешь» | ||||||||
3. | «Милая моя далеко» | ||||||||
4. | «День и ночь» | ||||||||
5. | «Ты уходишь одна» | ||||||||
6. | «Золотая осень» | ||||||||
7. | «За тобой…» | ||||||||
8. | «Игра» | ||||||||
9. | «Птица» | ||||||||
10. | «Дай Мне Слово» |
2000 — Было но прошло | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
1. | «Интродукция» | ||||||||
2. | «Облака» | ||||||||
3. | «Никогда» | ||||||||
4. | «Мягкие лапки» | ||||||||
5. | «Он тебя не любит» | ||||||||
6. | «С тобою рядом» | ||||||||
7. | «Было но прошло» | ||||||||
8. | «У меня есть ты...» | ||||||||
9. | «Белый февраль» | ||||||||
10. | «Знаю я» | ||||||||
11. | «Дарю цветы» | ||||||||
12. | «Плачь Любовь» |
2002 — Всегда с тобой | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
1. | «Танцы» | ||||||||
2. | «Будь со мной» | ||||||||
3. | «Я всегда с тобой» | ||||||||
4. | «Крошка» | ||||||||
5. | «Он тебя не любит» | ||||||||
6. | «Она одна» | ||||||||
7. | «Убегает лето» | ||||||||
8. | «Осень Пришла» | ||||||||
9. | «Девушки как звёзды» | ||||||||
10. | «Долгими ночами» | ||||||||
11. | «К Алине» |
Йыйынтыҡтар һәм коллекцион баҫмалар
үҙгәртергә- 2001 — «The Best»
- 2002 — «V.I.P»
- 2003 — «Платиновая коллекция»
- 2004 — «The Best — Время романтиков»
- 2005 — «Дверь открой»
- 2008 — «The Best + DVD»
- 2013 — «С тобою рядом»
- 2014 — «Андрей Губин, Влад Сташевский — Golden Hits Collection»
Видеография
үҙгәртергәЙылы | Видеоклип | Режиссёры | Альбомы |
---|---|---|---|
1994 | «YouTube сайтында Лиза » | Ирина Максимова | «Мальчик-бродяга» |
1995 | «YouTube сайтында Мальчик-бродяга » | Сергей Кальварский | |
1996 | «YouTube сайтында Ночь » | Ирина Максимова | |
«YouTube сайтында Дай мне слово » | Анатолий Берсенев | «Только ты» | |
1997 | «YouTube сайтында Зима-холода » | Александр Солоха | |
1998 | «YouTube сайтында Я знаю, ты знаешь » | Михаил Хлебородов | |
«YouTube сайтында Птица » | Игорь Коробейников | ||
1999 | «YouTube сайтында Плачь, любовь » | Михаил Хлебородов | «Было, но прошло» |
2000 | «Было, но прошло» (неизданный) | Сергей Кальварский | |
«YouTube сайтында Облака » | Евгений Митрофанов | ||
«YouTube сайтында Без тебя » | Ирина Миронова | «Облака» | |
2002 | «YouTube сайтында Танцы » | Дмитрий Захаров | «Всегда с тобой» |
«YouTube сайтында Будь со мной » | |||
«YouTube сайтында Она одна » | Ирина Миронова | ||
2003 | «YouTube сайтында Девушки, как звёзды » | ||
«YouTube сайтында Я всегда с тобой » (feat. Ольга Орлова) | Дмитрий Захаров | ||
2004 | «YouTube сайтында Солнышко » | Ирина Миронова | вне альбома |
«YouTube сайтында Те, кто любит » (feat. Краски) | Дмитрий Захаров |
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1998 — Я знаю, ты знаешь
Телевидение
үҙгәртергә- 1989 — «До 16 и старше» (Үҙәк телевидениеһының Беренсе каналы)
- 1996 — «Дело вкуса»
- 1998 — «Акулы пера» (ТВ-6)
- 2000 — «Сдобный вечер»
- 2002 — «Напросились» (Муз-ТВ)
- 2002 — «Вторжение»
- 2003 — «Большая стирка» (Беренсе канал)
- 2005 — «Розыгрыш» (Беренсе канал)
- 2005 — «Пять вечеров» (Беренсе канал)
- 2007 — «Детали» (СТС)
- 2008 — «Меломания» (RU.TV)[17]
- 2009 — «Рождённые в СССР» (Ностальгия)
- 2009 — «Невероятные истории любви» (СТБ)[16]
- 2012, 2007 — «Пусть говорят» (Беренсе канал)
- 2012, 2019 — «Сегодня вечером» (Беренсе канал)
- 2012 — «Русские сенсации» (НТВ)
- 2013 — «Жизнь, как песня» (НТВ)
- 2014 — «Я подаю на развод» (Беренсе канал)
- 2015 — «До звезды»
- 2017 — «Ой, мамочки!» (Мир 24)
- 2017 — «Прямой эфир» (Россия-1)
- 2017 — «Звёзды сошлись» (НТВ)
- 2017 — «Секрет на миллион» (НТВ)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә— Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004). — 1995, 1996, 1998, 1999, 2000, 2001, 2002 һәм 2004 йылдарҙа Андрей Губин "Йыл йыры"Рәсәй телевизион фестивале лауреаты була. 2006 йылда ошо уҡ фестивалдең йыр авторы булараҡ лауреаты.
— 1998 һәм 2003 йылдарҙа «Золотой граммофон» Рәсәй музыкаль премияһы лаураеты («Милая моя» һәм «Девушки как звёзды» йырҙары өсөн).
— 2004 йылда «Таврия уйындары» фетивалендә ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ 2,0 2,1 Михаил Филимонов. Отчим Губина после смерти стал отцом. // liveinternet.ru (9 марта 2007 года)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 http://www.andreygubin.ru/main.htm 2018 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Андрей Губин о травле в школе
- ↑ Детский видеоканал. Андрей Губин (1989)
- ↑ Андрей Губин — неизданные песни в передаче «Вы очевидец»
- ↑ Андрей Губин «Аве Мария» («Наверное, это весна…»), ответы на вопросы. Споемте, друзья (1990)
- ↑ Гераскина, Алла. Песни о главном. Владимир Путин как новый лирический герой, Новая газета (23 май 2005). 19 июнь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин и Тимати, А.Зацепин, А.Кочеткова -Девушки как звёзды Фабрика 4
- ↑ //AndreyGubin.narod.Ru — Сайт Певца, Композитора и Поэта Андрея Губина// 2021 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Андрей Губин подал в суд на Игоря Николаева
- ↑ Ранивший Андрея Губина певец попросил прощения
- ↑ YouTube сайтында Антон Зацепин - Ниже ростом только Губин
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин, Александра Балакирева «Время романтиков»
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин — Мама Мария (последнее выступление)
- ↑ 16,0 16,1 YouTube сайтында Андрей Губин в программе «Невероятные истории любви» (2009)
- ↑ 17,0 17,1 YouTube сайтында Андрей Губин в программе «Меломания» (2008)
- ↑ Как сейчас живут звезды 2000-х (Фото)
- ↑ Андрей Губин планирует вернуться на сцену. // kleo.ru, 6 ноября 2009 года)
- ↑ Он-лайн общение Андрея Губина с поклонниками в чате 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. // andreygubin.ru (30 апреля 2011)
- ↑ 21,0 21,1 Ведущий: Андрей Малахов. Программа «Пусть говорят» — Выпуск от 26 октября 2012 года: «Андрей Губин: жизнь после сцены» // «Первый канал» (ВИДЕО)
- ↑ Программа «Прямой эфир», Выпуск от 6 июня 2017 года. Ведущий: Борис Корчевников. Андрей Губин: «Мне подписали смертный приговор…» 2017 йыл 10 июнь архивланған. // «Россия» (ВИДЕО)
- ↑ Звезды сошлись / Выпуск десятый // НТВ
- ↑ Секрет на миллион - 23.09.2017. Андрей Губин . Дата обращения: 28 май 2018. Архивировано 29 май 2018 года. 2018 йыл 29 май архивланған.
- ↑ //AndreyGubin.narod.Ru — Сайт Певца, Композитора и Поэта Андрея Губина// 2017 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ Губин Виктор Евдокимович — Свободная энциклопедия Урала (Инженеры Свердловской Области)(недоступная ссылка)
- ↑ Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»
- ↑ 28,0 28,1 YouTube сайтында Андрей Губин в ток-шоу «Жизнь как песня» в эфире телеканала «НТВ» (2013 год, ведущий: Леонид Закошанский)
- ↑ Trigeminal Neuralgia — Conditions — For Patients — UR Neurosurgery — University of Rochester Medical Center
- ↑ YouTube сайтында «Секрет на миллион»: Андрей Губин
- ↑ Андрей Губин раскрыл секреты личной жизни 2018 йыл 24 май архивланған.
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин — Аве Мария (1989г)
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин — Ты говорила (1997)
- ↑ YouTube сайтында Жанна Фриске — Мама-Мария (Песня Года 2006)
- ↑ YouTube сайтында Андрей Губин — Хитмейкер? Песни для других артистов
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Андрея Губина. 2019 йыл 3 октябрь архивланған. // andreygubin.ru
- Сервер Андрея Губина. // gubin.aha.ru
- Андрея Губина йырҙары Яндекс.Музыкала
- Страница Андрея Губина на Last.fm
- Андрей Губин — биография, информация, личная жизнь, фото, видео (рус.), // stuki-druki.com. 7 июнь 2017 тикшерелгән.