Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты (урыҫ. Сибирский государственный университет физической культуры и спорта, , СибГУФК) — Себердә, Омск өлкәһенең үҙәге Омск ҡалаһында урынлашҡан спорт буйынса тәрбиә һәм белем бирә торған юғары уҡыу йорто.

Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты
Нигеҙләү датаһы 1950
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Омск
Рәсми сайт sibsport.ru[2]
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Себер дәүләт физик культура һәм спорт университетына 1950 йылда Омск дәүләт физик культура институты булараҡ нигеҙ һалына.[3].

1994 йылда исемме Себер дәүләт физик культура академияһы (СибГАФК) тип үҙгәртелә.

2003 йылда академия университет статусын ала.[4]

2015 йылдың көҙөнән Себер дәүләт физик культура һәм спорт университетының уҡытыусылар коллективында ауыр хәл хөкөм һөрә. Элекке ректор Владимир Михалев хеҙмәт коллективына баҫым яһай һәм юғары уҡыу йортонда барған процестарға йоғонто яһай. Уҡытыусылар һәм етәкселек араһындағы бәрелештәр, шулай уҡ ректор Олег Шалаевтың, протеже Михалевтың һайлауҙарының законлылығына шиктәре Спорт Россия министрлығында ла билдәле. Үрге дәрәжәле түрәләр, шул иҫәптән Дәүләт думаһы депутаты һәм боксер Николай Валуев та юғары уҡыу йортона иғтибар күрһәтәләр.[5]

Факультеттары үҙгәртергә

Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты физик культура, спорт, фәнни-педагогик, ситтән тороп һәм дистанцион уҡытыу факультеттары эшләй.

Филиалдары үҙгәртергә

Университет төрлө ваҡытта эшсәнлеген туҡтатҡан өс филиалға хужа: Кемеровола (2009 йылға тиклем), Надымла (Ямал-Ненец автономиялы округы, 2011 йылға тиклем) һәм Березовский (Свердловск өлкәһе, 2011 йылға тиклем).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Google Knowledge Graph — 2012.
  3. Приказ Комитета по делам физической культуры и спорта Совете при Министров РСФСР № 164 от 27 апреля 1950 г.
  4. Приказ Министерства образования Российской Федерации № 10 от 8 января 2003 г.
  5. Кристина Фомина. Николай Валуев держи тна контроле ситуацию в СибГУФКС. Супер (20 апрель 2016). Дата обращения: 21 апрель 2016.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Омский государственный институт физической культуры (1950-1990). Омск. 1990.