Грецияның дәүләт флагы — дүртмөйөшлө туҡымаһында биш күк һәм дүрт аҡ төҫтәге үҙ-ара тигеҙ горизонталь һыҙыҡтар сиратлашып килә. Иңе - 2, буйы 3 өлөш тәшкил итә. Һулдан флагтың 1:6 өлөшөн биләгән аҡ фонда күк төҫтәге тәре төшөрөлгән. Был флаг 1978 йылдың 27 декабрендә ҡабул ителгән.

Грек Республикаһы флагы
Греция

Раҫланған

22 декабрь 1978 (1970—1975 йылдарҙа булған)

Пропорция

Национальный флаг и вымпел 2:3

Предыдущие флаги


15 март 1822 - 22 декабрь 1978

Гректар уны, төҫөнә ҡарап, үҙ-ара йыш ҡына «κυανόλευκη» ([кианолефки]) йәки «γαλανόλευκη» ([галанолефки]) - «зәңгәр-аҡ» тип атайҙар.

Символика һәм төҫтәрҙең килеп сығышы тураһында

үҙгәртергә

Грецияның (Элладаның) дәүләт флагы тураһында рәсми аңлатма юҡ. Әммә эллиндар араһында йыш ҡына зәңгәр/йәки күк төҫ —диңгеҙ, ә аҡ — диңгеҙ өҫтөндәге күбек төҫө тигән фараз осрай. Икенсе төҫмәрләү буйынса, буй һыҙыҡтарҙың һаны грек телендә «Ελευθερία ή θάνατος»[Элефҫерия һәм Ҫанатос] — («Азатлыҡ йәки Үлем») һүҙбәйләнешендәге «Ελευθερία» төшөнсәһенә тап килгән 9 хәреф һанына тап килеүе тиккә түгел, тиҙәр. Тағы ла бер фараз буйынса, флагтағы буй һыҙыҡтарҙың һаны — 9 муза сәнғәт һәм фән аллары иҫәбенә ишаралай .

Аҡ һәм күк/зәңгәр төҫтәрҙе бергә ҡулланыу антик быуаттарҙа уҡ таралған булған. Грек тикшеренеүселәренең мәғлүмәттәре буйынса, беренсе тапҡыр был ике төҫтөң комбинацияһы боронғо грек батыры Ахилланың ҡалҡанында ҡулланыллған. Аҡлы-күкле флаг аҫтында Александр Македонский ғәскәре күп илдәрҙе яулап алған. Византия империяһы осоронда аҡ һәм күк/ зәңгәр төҫ император династияларының, затлы ырыуҙарҙың гербтарында, шулай уҡ Константинополь патриархының[1]кейемендә һәм тәхетендә ҡулланылған.

Антик осор, Византия

үҙгәртергә

Боронғо Грецияла флаг дәүләт символикаһы булараҡ түгел, ә диңгеҙ флотында төрлө сигналдар биреү өсөн генә кәрәк булған. Улар урынына төрлө эмблемалар һәм символдар ҡулланылған. Улар берәй ҡаланы һаҡлаусы ғәскәрҙең ҡалҡанында йәки судноларҙың елкәнендә урынлаштырылған. Боронғо Рим ғәскәренең хәрби штандарттары — вексиллумдар гректар күргән иң тәүге флагтар булған. Византия империяһы дәүерендә лә флагтар хәрби байраҡтар сифатын үтәй. Улар шаҡмаө йә дүртмөйөш рәүешендә булып, уға вымпел беркетелгән. Уларҙың иң мөһиме византия императорҙарына тәғәйен лабарум булған. Төрлө сығанаҡтарҙа, иң беренсе сиратта "Мадрид йылъяҙмаһы"нда һүрәтләнеүенсә, бындай флагтарҙа ҡыҙыл һәм зәңгәр төҫтәр ҡулланғагдар. Байраҡтың уртаһына йышыраҡ осраҡта тәре һүрәте төшөрөлгән. Ә күренекле ғаиләләрҙең штандартарында хатта Ғайса Мәсих, Христостың Әсәһе һәм изгеләрҙең рәсемдәре менән биҙәлгән[2].

XIV быуатта Византия империяһының беренсе дәүләт флагы барлыҡҡа килгән. Ул бер тигеҙ дүрт өлөшкә бүленгән шаҡмаҡ рәүешендә була. Шуларҙың ҡапма-ҡаршы ике мөйөштәгеһендә ҡыҙыл төҫтәге Георгий тәреһе төшөрөлгән, ҡалған икеһендә иң һуңғы Византия династияһының Палеологтар флагының күсермәһе урынлашҡан.

Ғосман иҙеүе аҫтында

үҙгәртергә
 
Епископ Герман милли ихтилал алдынан эллиндарҙы һәм уларҙың байрағын (лаварон) фатихалай. Теодор Вризакис, 1865

Ғосман империяһы иҙеүе аҫтында ҡалған осорҙа грек христиандарына үҙҙәренең традицион символикаһы менән файҙаланырға рөхсәт ителә. 1619 йылға тиклем улар тәре һәм аждаһаны үлтереүсе Георгий Победоносец һүрәтләнгән флаг ҡулланалар. Грек сауҙа суднолары ҡыҙыл-зәңгәр-ҡыҙыл буйлы флаг аҫтында йөҙәләр. Ҡыҙыл төҫ Ғосман империяһын, ә күк — гректарҙы тамғалай[3]. 1774 йылда Көсөк-Кайнарджала төҙөлгән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң грек сауҙа кораблдәренә Рәсәй флагы аҫтында диңгеҙгә сығырға рөхсәт ителә. Ғосман империяһы иҙеүенә ҡаршы күтәрелгән Пелопонесс ихтилалында баш күтәреүселәр зәңгәр төҫтәге Георгий тәреһе төшөрөлгән аҡ флагтар аҫтында хәрәкәт итә. Һуңынан был флаг революцион хәрәкәт символына әүерелә.

Дәүләт флагын ҡабул итеү

үҙгәртергә

1822 йылдың 15 мартындағы указ менән Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан дәүләт символы сифатында Грецияның флагы раҫлана. Унда күк төҫтәге шаҡмаҡ ерлектә аҡ Георгий тәреһе төшөрөлә. Ошо уҡ указ менән хәрби һәм сауҙа флоттарының да флагтары ҡабул ителә. 1828 йылда ҡабул ителгән ҡарар буйынса, Грецияны сит тарафтарҙа танытыусы флаг өлгөһө ҡулланыла башлай. Ундағы аҡлы-күкле буй-буй туғыҙ һыҙыҡ һәм һулаҡайҙан өҫкө мөйөштәге тәре бөгөн дә шул килеш һаҡланған. 1832 йылда монархия урынлаштырылғас, флаг үҙгәртелә: тәренең уртаһына ҡалҡан һәм таж ҡуйыла, шулай уҡ туҡыманың төҫө һәм пропорцияһы үҙгәртелә. Элладаның беренсе короле Оттон I тәхеттән баш тартҡас, флагтан ҡалҡан һүрәте алынып, таж ғына ҡалдырыла. 1867 йылдың 26 сентябрендә король указы менән флагты ҡулланыу ҡағиҙәләре һәм дәүләт флагының[4] тулы конфигурацияһы билдәләнде.

1924 йылдың 25 мартында Греция икенсе тапҡыр республика итеп иғлан ителгәс, флагтағы корона юҡ ителә. Монархия аяҡҡа баҫтырылғас, тағы кире ҡуйыла. 1967 йылда хөкүмәткә «ҡара полковник» Георгиос Пападопулос етәкселегендәге хунта килгәндән һуң, Греция флагы сираттағы үҙгәрешкә дусар була. Таж һүрәте бөтөнләйгә алына. 1969 йылда быға тиклем Грецияның тышҡы бәйләнештәрендә генә ҡулланылған флагы, бераҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, дәүләт флагы сифатында ҡабул ителә.

1974 йылда хәрби хунта баҫтырылғас, 1978 йылға тиклем тәүге ике грек республикаларының флагы ҡулланыла. 1978 йылда

Грецияның бөгөнгө көндә лә ҡулланған яңы флагы раҫлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. E. Kokkoni and G. Tsiveriotis, Ελληνικές Σημαίες, Σήματα-Εμβλήματα (Greek Flags, Signs and Emblems), Athens 1997 ISBN 960-7795-01-6
  2. Oxford Dictionary of Byzantium. — Oxford University Press, 1991. — P. 472, 999. — ISBN 978-0-19-504652-6.
  3. Греческие флаги
  4. Alexander-Michael Hadjilyra: Η καθιέρωση της ελληνικής σημαίας («The adoption of the Greek flag»), Hellenic Army General Staff, 2003