Ахилл (һ. б.-греч. Ἀχιλλεύς; греч. Αχιλλέας; лат. Achilles) — боронғо гректарҙың мифтарында иң ҡыйыу батырҙарҙың береһе, Агамемнон Трояға ҡаршы ойошторған походта ҡатнашыусы.

180 × 240 пкс

Грек шағиры Алкей (б.э.т. VII—VI быуат башы) Ахиллесты «скиф ерҙәренең хужаһы тип атай»[1].

Исеме a-ki-re-u (Архилей)[2] боронғо Кносста ябай кешеләр йөрөткән исем[3].

Ахилдың баласағы

үҙгәртергә

Олимпия аллалары менән ябай кешеләрҙең никахтарынан батырҙар тыуа. Улар ныҡ көслө була, кешеләрҙә булмаған һәләттәре менән айырылып тора. Батырҙар ерҙә аллаларҙың ихтыярын үтәргә һәм кешеләр тормошонда тәртип һәм ғәҙеллек урынлаштырырға тейеш була. Ата-әсәләре ярҙамында улар батырлыҡ күрһәтәләр. Батырҙарҙы хөрмәт итәләр, улар тураһындағы хикәйәттәр быуындан-быуынға күсә.

Бөтә хикәйәттәрҙә лә[4] Ахилл мирмидоняндарҙың батшаһы Пелейҙың улы, әсәһе — диңгеҙ алиһәһе Фетида[5]. Фетида, улы Ахилды үлемһеҙ итер өсөн, уны Гефестың мейесенә һала, ләкин ошо ваҡытта уны табандарынан тотоп тора. Ахиллесты уҡ та, бысаҡ та алмаясаҡ бынан һуң, ләкин аллалар уны табанына атып, йә сәнсеп үлтерергә мөмкин икәнлеген беләләр. «Ахиллесова пята» тигән һүҙ шунан тороп ҡала.

Баласаҡта Ахилл Пиррисий («Боҙло») исемен йөрөтә, ирендәрен яндырғас, уны Ахилл («иренһеҙ») тип атай башлайҙар[6].

Ахилл Пелионда Хиронда үҫә[7].

Ахилдың тәрбиәселәре һәм Троя һуғышының башланыуы

үҙгәртергә

Ахиллесты Феникс тәрбиәләй, кентавр Хирон дауаларға өйрәтә[8]

Нестор һәм Одиссейҙың талабы, атаһының теләге буйынса Ахилл Троя һуғышында ҡатнашырға була, уның етәкселегендә 50 карап[9] (бәлки 60[10]) була, үҙе менән тәрбиәсеһе Фениксты һәм бала саҡ дуҫы Патроклды ала.[9]

Фетида, улының һуғыштан ҡайтмаясағын белгәнгә уны яуға ебәрмәҫ өсөн Скирос утрауының батшаһы Ликомедта йәшерә. Ахиллес ҡатын-кыҙҙар кейемендә батша ҡыҙҙары араһында була. Әсәһе тарафынан ҡатын-кыҙҙар араһына йәшерелгән Ахилды табып, һуғышҡа алып китер өсөн, Одиссей һәм Диомед алыпһатар ҡиәфәтендә Скирос утрауына киләләр һәм тауарҙарын һатырға йәйеп һалып, юлбаҫарҙар һөжүмен уйнайҙар. Одиссей, ҡатын-ҡыҙ биҙәнеү әйберҙәре араһына ҡорал һала ла бер юлы хәрби клич һәм шау-шыу күтәрергә бойора[11]. Барлыҡ ҡатын-кыҙҙар ҡоттары осоп ҡаса башлайҙар, бары тик береһе генә, ҡоралына йәбешә, шул рәүешле Ахилл үҙен белдерә.

Яу башында Ахиллесҡа 15 йәш була, һуғыш 20 йыл дауам итә[12].

Гректар оҙаҡ йылдар дауамында Илионды ҡамап торалар, Ахиллес бер нисә тапҡыр күрше ҡалаларға барымта яһай. Биш йыл буйына скиф ере буйлап Ифигенияны эҙләй[13].

Һуғыш башланғанда Ахиллес Монения (Педас) ҡалаһын алырға маташа, шунда уға бер ҡыҙ ғашиҡ була[14][15].

Ахилл "Илиада"ла

үҙгәртергә
Ахиллес Патроклдың яраһын бәйләй.

Гомер «Илиада»һының төп батыры.

Илионды ҡамауҙың унынсы йылында Ахиллес иҫ киткес һылыу Брисеиданы тотҡонлоҡҡа ала. Ул ҡыҙ арҡаһында Ахиллес һәм Агамемнон араһында ғауға ҡуба. Агамемнон үҙенең тотҡонон Астиноманы атаһы Хрисҡа кире ҡайтарырға мәжбүр була, шуға Брисеиданы үҙенә алырға була. Ярһыған Ахиллес артабан яуҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. Фетида, Агамемнондан улының ғәрлеге өсөн үс алырға була. Зевстан еңеү трояндар яғында булһын тип һорай. Гректарҙың михнәттәре лә, Ахиллесҡа Агамемнон ебәргән илселәрҙең вәғәҙәләре лә — бер нимә лә Ахиллестың ярһыуын баҫа алмай. Гектор етәкселендәге трояндар гректарҙың лагеренә бәреп ингәс кенә, Ахиллес Патроклға мирмидоняндарҙы гректарға ярҙамға алып барырға рөхсәт итә. Дошманды нығыраҡ ҡурҡытыр өсөн Патроклға үҙенең хәрби кейемен кейергә бойора. Әммә Патрокл Гектор ҡулынан һәләк була, уның бары яланғас тәнен генә гректар трояндарҙан һуғышып ала алалар. Ахиллестың хәрби кейеме Гекторҙың табышы була. Бынан һуң Ахиллес ҡоралһыҙ көйө Афина оҙатыуында һуғыш яланына килә, уның енси ағзаһын күреү менән трояндар ҡурҡып ҡаса.

Икенсе көн иртән Фетида улына Гефест үҙ ҡулдары менән сүкеп яһаған яңы хәрби кейем алып килә. Үс алыу теләге менән янған Ахиллес яуға ташлана һәм трояндарҙы ҡала диуарҙарына тиклем ҡыуа; бер Гектор ғына уға ҡаршы тороп ҡарай, әммә ул да Ахиллестан ҡаса. Ахиллес Гекторҙы ҡыуа-ҡыуа, уны өс тапҡыр Трояны урап йүгерергә мәжбүр итә, ниһайәт, ҡыуып тотоп үлтерә лә яланғас мәйетте ҡырандасына бәйләп, гректар яғына һөйрәп алып китә. Үҙенең Патроклының хәтер кисәһен үткәргәс, Ахиллес Гекторҙың мәйетен уның атаһы батша Приамға ҡайтара. Приам Ахиллестың палаткаһына килеп, унан улының кәүҙәһен биреүен үтенеп һорай һәм ҙур аҡсаға һатып ала.

А.А. Иванов «Ахиллестан Гекторҙың кәүҙәһен һораған Приам»,1824

"Илиада"ла Ахиллес ҡулынан 23 троян кешеһе һәләк була тиелгән.

Ахилдың үлеме

үҙгәртергә
Скульптура «Ахилдың үлеме»

Башҡа легендаларҙа Ахиллес 72 троянды үлтерә тип һөйләнелә[16].

Ахиллес һуңғы яүҙа Илондың ҡапҡаһына тиклем етә[12], ләкин Парис ҡулы менән Аполлон[17] Ахиллестың табанына ата һәм батыр һәләк була.

«Эфиопидала» Фетида улын янған усаҡтан алып китә һәм ул Левк утрауында башҡа батырҙар араһында йәшәй тиелә[18]

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

үҙгәртергә
  • Ахиллесова пята
  • Древнегреческий мифология
  • Троянская һуғыш
  • Феникс
  • Фетида
  • Патрокл
  • Антиох
  • Химмель. Х. Ахилл-хоҙай // ДӘ, 1981, № 1.
  • А. П., «Ахилл Эрмитажы» («Жур. Мин. Нар. Прос.», 1868 йылда, шул иҫәптән 139, № Б. с. 395—406).
  • Гиндин Л. А., В. Амбарский Л. Тормош һәм тарихы, Көнсығыш Средиземноморья. М., 1996. С. 294 сл.
  • Вереск, «Galerie heroischer Bilderwerke» (т. 1, Браун., 1852).
  • «Bulletino della commissione archaeologica di Roma» (т. V, 1877).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В.
  2. Молчанов А. А., Нерознак В. П., Шарыпкин С. Я. Памятники древнейшей греческой письменности. М., 1988. С.82
  3. Клейн Л. С. Анатомия «Илиады». СПб, 1998. С.329
  4. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.137-140; Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.1. С.16-17; Псевдо-Аполлодор.
  5. Гесиод. Теогония 1007
  6. Агаместр из Фарсала, цитируемый Иоанном Цецом; Примечания Н. А. Чистяковой в кн. Аполлоний Родосский. Аргонавтика. М., 2001. С.213
  7. Еврипид. Ифигения в Авлиде 709
  8. Гигин. Мифы 101
  9. 9,0 9,1 Гомер.
  10. Гигин. Мифы 97
  11. Гигин. Мифы 96
  12. 12,0 12,1 Псевдо-Аполлодор.
  13. Ликофрон. Александра 200 и схолии
  14. Гесиод. Перечень женщин, фр.214 М.
  15. Секст Эмпирик.
  16. Гигин. Мифы 114
  17. Еврипид. Гекаба 397; Овидий.
  18. Арктин.

Һылтанмалар

үҙгәртергә