Гончаренко Евдокия Борисовна

Гончаренко Евдокия Борисовна (27 сентябрь 1926 йыл — 9 апрель 2020 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы производствоһы новаторы, звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949). Украина ССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Гончаренко Евдокия Борисовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 14 октябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Новопокровка[d], Солонянский район[d], Днепропетровский округ[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 9 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Башмачка[d], Солонянский район[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Евдокия Борисовна Гончаренко (ҡыҙ фамилияһы — Татаренко) 1926 йылдың 27 сентябрендә Днепропетровск округының Новопокровка ауылында ат ҡараусы Борис Татаренко ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йыл башында Днепропетровск өлкәһенең Покровский районы Буденный исемендәге 65 -се ат заводы бүлегенең баҫыусылыҡ бригадаһында башлай. Буденный исемендәге ат заводы бүлегенең йәштәр звеноһында звено башлығы була.

1948 йылда 40 гектар майҙандың һәр гектарынан 34,4 центнер бойҙай уңышы алғаны өсөн 1949 йылдың 12 сентябрендә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1949 йылдан — Буденный исемендәге 65-се ат заводы 1-се бүлегенең ер эшкәртеүсеһе. Днепропетровск өлкәһе Солонянский районының Башмачка ауылында Петровский исемендәге колхозда эшләй.

Хаҡлы ялға киткәндән һуң да Днепропетровск өлкәһе Солонянский районының Башмачка ауылында йәшәй.

Украина ССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, хеҙмәтсәндәре депутаттарының Днепропетровск өлкә Советы депутаты итеп һайлана.

2020 йылдың 9 апрелендә вафат була.

Ғаиләһе: өс улы, биш ейәне, бүләсәләре бар.

Наградалары үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • газета «Зоря» (Днепропетровск) — январь 1951 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә