Глубоковский Михаил Константинович

Михаил Константинович Глубоковский (20 сентябрь 1948, Смоленск, СССР) — Рәсәй ғалимы һәм сәйәсәт эшмәкәре, Бөтә Рәсәй балыҡ хужалығы һәм океанография институтының ғилми етәксеһе, Мәскәү дәүләт университетының биология факультетының биология факультеты профессоры. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, биология фәндәре докторы.

Глубоковский Михаил Константинович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Смоленск, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Эльмира Гусейновна Глубоковская[d]
Һөнәр төрө ихтиолог, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Федерация Советы ағзаһы[d][1]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d] һәм Федерация Советы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
 Глубоковский Михаил Константинович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1948 йылдың 20 сентябрендә Смоленскиҙа хәрби летчик һәм табип ғаиләһендә тыуа.

1971 йылда Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетын тамамлай. Тупраҡ биологияһы факультетын биолог-зоолог һөнәре буйынса тамамлай. 1990 йылда «Һөмбаш балыҡтарҙың эволюцион биологияһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1971 йылда СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш бүлексәһе биология институтында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Стажерҙан алып СССР Фәндәр Академияһының Алыҫ Көнсығыш бүлексәһе биология институтының популяцион биология лабораторияһы мөдире вазифаһын алып бара. 1989 йылда фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары була. 1990 йылда «Һөмбаш балыҡтарҙың эволюцион биологияһы». темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Дәүләт һәм сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1993 йылда, әүҙем социаль әһәмиәтле проекттарын алға ебәререүсе билдәле ғалим булараҡ, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты итеп Приморье крайынан һайлана.

1993 йылдан 1996 йылға тиклем — депутат, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. «ЯБЛОКО» фракцияһы ағзаһы.

1996 йылдан 2000 йылға тиклем — депутат, Мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе[2].

2000 йыл — статс-секретарь, Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар министры урынбаҫары.

2000 йылдан 2002 йылға тиклем — Рәсәй ғилми йәмғиәттәр Союзы президенты .

2002 йылда — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышына Приморье крайының Закондар сығарыу Йыйылышынан Федерация Советы ағзаһы.

2002 йылдан алып 2005 г. — Приморье крайы вице-губернаторы, Мәскәүҙәге вәкиле.

2005 йылдан 2008 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының балыҡсылыҡ хужалыҡ сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары.

2008 йылдан 2009 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһының балыҡсылыҡ буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе кәңәшсеһе.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2010 йылда Бөтә Рәсәй балыҡ хужалығы һәм океанография ғилми-тикшеренеү институты директорының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. 2012 йылда институтҡа етәкселек итә. 2017 йылдан уның ғилми етәксеһе. Институт вәкиле һәм абруйлы Рәсәй ғалимы сифатында Рәсәй делегацияларының Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә, Рәсәй-Иран Комиссияһының һыу биоресурстары менән идара итеү буйынса халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә һәм составына инә. Антарктиканың диңгеҙ экологияһын һаҡлау буйынса комиссияла Рәсәй яғынан вәкил урынбаҫары. Әлеге ваҡытта Каспийҙың һыу биоресурстары буйынса Комиссияның Рәсәй өлөшөн етәкләй. Каспий диңгеҙендә балыҡтарҙың бикре төрҙәрен тыйыу өсөн әүҙем сығыш яһай.

Ведомство-ара ихтиология комиссияһы рәйесе урынбаҫары булып тора (Анкара), СССР Министрҙар Советының 1949 йылдың 24 февралендәге 781-се ҡарары менән ойошторолған Ведомство-ара ихтиология Комиссияһы эшмәкәрлеген дауам итеүсе булараҡ эшләй башлаған. Фәнни эшмәкәрлек ведомство-ара координация, балыҡ хужалығының иң мөһим фәнни-техник мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү һәм маҡсатында ойошторола һәм балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ ҡарамағындағы даими эшләүсе кәңәшмә органы булып тора.

80-гә яҡын китап баҫтыра һәм дүрт ғилми баҫма авторы булып тора. Рәсәйҙә билдәле ғалимдар менән авторҙашлыҡта «Халыҡ-ара балыҡсылыҡ — Рәсәй мәнфәғәттәре» (2013 йыл) һуңғы эштәренең береһе. Коллектив монографияһында Рәсәй юрисдикцияһы зонаһына ҡараған Донъя океанының һыу биологик ресурстарын алыуҙың арзан юлдары баһалана. Атлантик, Тымыҡ һәм Көньяҡ океандар өсөн Рәсәй балыҡсыларының халыҡ-ара һыу биологик ресурстарының аныҡ запасын ҡулланыуына ентекле анализ яһала. Шулай уҡ балыҡсылыҡ өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының күп яҡлы һәм ике яҡлы килешеүҙәр сиктәрендә ватан балыҡсылығы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса тәҡдимдәр эшләнә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Өйләнгән, ул һәм ике ҡыҙы бар. Ҡатыны — Эльмира Глубоковская, V һәм VI саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты.

  1. Mikhail Glubokovsky // (unspecified title)
  2. Глубоковский Михаил Константинович. Дата обращения: 14 февраль 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә