Гирәһ (фарсыса گره‎ — «төйөн»; шулай уҡ گره سازی — «төйөн бәйләү»; рус. Гирих) — архитектурала һәм Халыҡ сәнғәте кәсептәрендә ислам биҙәү сәнғәте (китап тышлыҡтары, келәмдәр, бәләкәй металл әйберҙәр), декоратив нағыштар барлыҡҡа килтергән геометрик һыҙаттарҙан ғибәрәт.

Гирәһ
 Гирәһ Викимилектә
Шаһи Зинд кәшәнәләр ансамблендә гирәһ биҙәге Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Фарсы архитектураһында төйөнлө орнаменттарҙы кирбес һалыуҙа, һылап эшләнгән биҙәктәрҙә һәм мозаикалы фаянс эштәрҙә күрергә мөмкин[1].

Гирәһтәрҙә тура һыҙыҡлы киҫелештәрҙән торған симметриялы биҙәктәр ҡулланыла. Гирәһ, ғәҙәттә, күпмөйөштәр һәм һыҙаттар менән бүленгән 6, 8, 10 йәки 12 сатлы йондоҙҙар барлыҡҡа килтергән үрелмәләрҙән тора, улар һүрәткә йыш ҡына нағышлап төшөрөлә. Бындай биҙәктәр, ғәҙәттә, яҫылыҡта бер ниндәй екһеҙ, 2, 3 йәки 6 тапҡыр әйләнмәле симметриялы ҡабатланыусы "һирәк соҡалта"ларҙан тора[2].

Өс үлсәмле гирәһ эквиваленты моҡарналар (кәрәҙле көмбәҙҙәр) тип атала [3]. Ул көмбәҙҙәр йәки тромптарҙың аҫҡы өлөштәрен биҙәү өсөн ҡулланыла.

Тамырҙары

үҙгәртергә

Гирәһ стилендәге биҙәктәр беҙҙең эраның икенсе быуатына ҡараған Рим империяһы Сүриә провинцияһының орнаменттарына нигеҙләнгән тип иҫәпләнә[4]. Сүриәлә Дамаскылағы Өмәүиҙәр мәсетендә (709—715), алты мөйөшлө йондоҙ рәүешендәге тулҡын һымаҡ сатрашланған биҙәкле тәҙрә рәшәткәләре бар[5]. Тура һыҙаттар ҡулланып эшләнгән ислам геометрик орнаменттарының тәүге миҫалдарын әлеге ваҡытта Үзбәкстанда Рабат Мәлик каруанһарайының ҡапҡаларында һаҡланып ҡалған архитектурала күрергә мөмкин (1078)[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә