Йәшел мәсет
Йәшел мәсет (төр. Yeşil Cami) — XV быуатта төҙөлгән Бурсалағы төрөк мәсете. Мәсет кәшәнәне, мәҙрәсәне һәм ғәриптәр йортон үҙ эсенә алған комплекстың бер өлөшө булып тора. Йәшел Мәсет — Бурсаның иң матур мәсеттәренең береһе. Алғы яғы аҡ мәрмәрҙән яһалған, ә ғибәҙәт залы зиннәтле йәшел фаянс менән көпләнгән. Үҙәк порталды һәм тәҙрәләрҙе биҙәп торған семәрле мәрмәр ғосман сәнғәтенең шедевры булып тора. Бинаның ике көмбәҙ менән ослап ҡуйылған төп залы алдында мәрмәр фонтан менән бассейн урынлашҡан. Мәсеттең эске бүлмәләрендәге стеналар зәңгәр, йәшел, күк, зәңгәрһыу төҫтәге кафелдәр менән биҙәлгән, улар аҡ хәрефле семәрле ғәрәп яҙыуы менән аралаштырыла.
Мечеть | |
Фасад Зелёной мечети | |
Ил | Төркиә |
Город | Бурса |
Конфессия | Ислам |
Бина тибы | Мечеть |
Төҙөүсе | Ходжи Иваз[1] |
Төҙөлөшө | 1413—1421 йылдар |
Йәшел мәсет Викимилектә |
«Эске биҙәлеше яңыса эшләнгән. Көмбәҙҙең киң тәпәш ярығы һәм ҙур булмаған тәҙрәләр үҙәктә урынлашҡан фонтан менән бассейнды, бөтә ялтырап торған йәшел плиткалар менән көпләнгән стеналарҙы (шуға ла мәсет йәшел тип аталған), ғәрәп яҙмалары менән фризды яҡтыртып тора. Үҙенсәлекле призма формаһындағы биҙәүестәр — „сталактиттар“ стеналарҙың нескә үҫемлектәр орнаменты менән биҙәк һалынған көмбәҙҙәргә күсеүен йомшарта. Семәрле ағас ишектәр, мәрмәр колонналар, витраж тәҙрәләр, оҫта эшләнгән төҫлө кафелдәр был ҡомартҡының сәнғәт яңғырашын көсәйтә. Кафелдәр Тәбриздән сыҡҡан оҫталар тарафынан эшләнгән, башлыса Мөхәммәт әл-Мәжнун тарафынан башҡарылған. Ағас ишектәрҙе икенсе Тәбриз кешеһе — Али ибн Хажи Әхмәт семәрләгән, ә „изге бинаны биҙәүҙе һуңғы рамаҙан көнөнә 817 йылда йыуаш Ильяс Али тамамлай“ (йәғни 1423 й)»[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бурса: Зеленая мечеть (15 век) 2014 йыл 29 март архивланған.