Гипербола (математика)

Гипе́рбола (бор. грек. ὑπερβολή, ὑπερ — «верх» + βαλειν — «бросать» һүҙҙәренән) — Евклид яҫылығының, M-дан бирелгән ике һәм (фокустар тип аталған) нөктәләренә тиклемге алыҫлыҡтар айырмаһының абсолют ҡиммәте даими булған M геометрик нөктәләр урыны. Теүәлерәк әйткәндә,

Гипербола
Рәсем
Закон йәки теорема формулаһы
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Гипербола Викимилектә
Конустарҙың яҫылыҡ менән киҫелештәре (берәмектән ҙур булған эксцентриситетлы)
шуның менән бергә

Эллипс һәм парабола менән бер рәттән, гипербола конус киҫелеше һәм квадрика була. Гиперболаға эксцентриситеты берҙән ҙур булған конус киҫелеше булараҡ билдәләмә бирергә мөмкин.

«Гипербола» термины (грек. ὑπερβολή — артыҡлыҡ) Аполлоний Пергский (яҡынса беҙҙең эраға тиклем 262 йылбеҙҙең эраға тиклем 190 йыл) тарафынан индерелә, сөнки гиперболаның нөктәләрен төҙөү мәсьәләһе артығы менән ҡушымта мәсьәләһенә ҡайтып ҡала.

Билдәләмәләр

үҙгәртергә

Гиперболаға бер нисә ысул менән билдәләмә бирергә була.

Конус киҫелеше

үҙгәртергә
 
Төп өс конус киҫелеше

Гиперболаға, түңәрәк конустың яҫылыҡ менән, конустың ике өлөшө менән дә киҫешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нөктәләр күмәклеге булараҡ билдәләмә бирергә була. Конустың яҫылыҡ менән киҫелешенең башҡа һөҙөмтәләре булып парабола, эллипс, шулай уҡ, киҫеүсе яҫылыҡ конустың түбәһе аша үткәндә барлыҡҡа килгән киҫешеүсе һәм тап килеүсе тура һыҙыҡтарға һәм нөктәгә әүерелгән шундай осраҡтары тора. Айырым алғанда, киҫешеүсе тура һыҙыҡтарҙы, үҙенең асимптоталары менән тап килеүсе үҙгәргән гипербола тип һанарға мөмкин.

Геометрик нөктәләр урыны булараҡ

үҙгәртергә

Фокустары аша

үҙгәртергә

Гиперболаға, бирелгән ике фокустар тип аталған нөктәләргә тиклемге алыҫлыҡтар айырмаһының абсолют ҡиммәте даими булған нөктәләрҙең геометрик урыны булараҡ билдәләмә бирергә мөмкин.

Сағыштырыу өсөн: теләһә ниндәй нөктәһенән фокустарға тиклемге алыҫлыҡтар суммаһы даими булған кәкере һыҙыҡ — эллипс, даими бәйләнештәге — Аполлоний әйләнәһе, даими ҡабатландыҡлы — Кассини овалы.

Директриса һәм фокус аша

үҙгәртергә

Фокусҡа һәм бирелгән директриса тип аталған тура һыҙыҡҡа тиклемге алыҫлыҡтар сағыштырмаһы даими һәм берәмектән ҙур булған нөктәләрҙең геометрик урыны гипербола тип атала. Бирелгән   даимиһы гиперболаның эксцентриситеты тип атала.

Бәйле билдәләмәләр

үҙгәртергә
 
Гиперболаның (ҡыҙыл кәкере һыҙыҡтар) зәңгәр пунктир менән күрһәтелгән асимптоталары гиперболаның C үҙәгендә киҫешәләр. Гиперболаның ике фокусы F1 һәм F2 тип тамғаланған. Гиперболаның директрисалары икеләтә ҡалынлыҡтағы һыҙыҡтар менән билдәләнгәндәр һәм D1 һәм D2 тип тамғаланғандар. Эксцентриситет ε гиперболалағы P нөктәһенән фокусҡа һәм ярашлы директрисаға (йәшел менән күрһәтелгән) тиклемге алыҫлыҡтар сағыштырмаһына тигеҙ. Гиперболаның түбәләре ±a тип тамғаланғандар. Гиперболаның параметрҙары түбәндәгеләрҙе аңлата:

aC үҙәгенән түбәләрҙең һәр ҡайһыһына тиклемге алыҫлыҡ
b — түбәләрҙең һәр ҡайһыһынан, асимптота менән киҫешкәнгә тиклем, абсциссалар күсәренә төшөрөлгән перпендикуляр оҙонлоғо
cC үҙәгенән теләһә ниндәй F1 һәм F2 фокустарына тиклемге алыҫлыҡ,
θ — асимптоталарҙың һәр береһенең түбәләр араһында үткәрелгән күсәр менән төҙөгән мөйөш
  • Гипербола тармаҡтар тип аталған ике айырым кәкере һыҙыҡтан тора.
  • Гиперболаның ике тармағының бер береһенә иң яҡын торған нөктәләре түбәләре тип атала.
  • Гиперболаның ике тармағы араһындағы иң ҡыҫҡа алыҫлыҡ гиперболаның ҙур күсәре тип атала.
  • Ҙур күсәрҙең уртаһы гиперболаның үҙәге тип атала.
  • Гиперболаның үҙәгенән түбәләренең береһенә тиклемге алыҫлыҡ гиперболаның ҙур ярымкүсәре тип атала.
    • Ғәҙәттә a тип тамғалана.
  • Гиперболаның үҙәгенән фокустарының береһенә тиклемге алыҫлыҡ фокаль алыҫлыҡ тип атала.
    • Ғәҙәттә c тип тамғалана.
  • Гиперболаның ике фокусы ла ҙур күсәрҙең дауамында гиперболаның үҙәгенән бер үк алыҫлыҡта яталар. Гиперболаның ҙур күсәрен үҙ эсенә алған тура һыҙыҡ гиперболаның ысын йәки арҡыры күсәре тип атала.
  • Ысын күсәргә перпендикуляр булған һәм уның үҙәге аша үткән тура һыҙыҡ гиперболаның ялған йәки бәйле күсәре тип атала.
  • Гиперболаның фокусы һәм гипербола араһындағы, уның ысын күсәренә перпендикуляр булған киҫек, фокаль параметр тип атала.
  • Гиперболаның фокусынан гиперболаның асимптотаһына тиклемге алыҫлыҡ прицелле параметр тип атала.
    • Ғәҙәттә b тип тамғалана.
  • Есемдәрҙең гиперболалы траекториялар буйынса хәрәкәте менән бәйле мәсьәләләрҙә, фокустан гиперболаның иң яҡын ятҡан түбәһенә тиклемге алыҫлыҡ перицентрик алыҫлыҡ тип атала.
    • Ғәҙәттә   тип тамғалана.

Нисбәттәр

үҙгәртергә

Гиперболаның юғарыла билдәләнгән характеристикалары өсөн түбәндәге нисбәттәр бар

  •  .
  •  .
  •  .
  •  .
  •  .
  •  .
  •  .
  •  .

Тигеҙ ҡабырғалы гипербола

үҙгәртергә
 
Тигеҙ ҡабырғалы гипербола

Әгәр гипербола өсөн   булһа, уны тигеҙ ҡабырғалы тип атайҙар. Равнобочная гипербола Тура мөйөшлө координаталар системаһында тигеҙ ҡабырғалы гипербола

  тигеҙләмәһе менән бирелә,

шуның менән бергә гиперболаның фокустары (a, a) һәм (−a,−a) нөктәләрендә урынлашҡан.

Тигеҙләмәләр

үҙгәртергә

Декарт координаталары

үҙгәртергә

Яҫылыҡта (x, y) Декарт координаталарында гипербола икенсе дәрәжә тигеҙләмә менән бирелә:

 ,

бында Axx, Axy, Ayy, Bx, By, һәм C коэффициенттары түбәндәге нисбәтте ҡәнәғәтләндерә

 

һәм

 

Каноник күренеш

үҙгәртергә

Гиперболаның үҙәген координаталар башына күсереп һәм уны үҙәккә ҡарата өйрөлтөп, гиперболаның тигеҙләмәһен каноник күренешкә килтерергә мөмкин:

 ,

бында a — гиперболаның ысын ярымкүсәре; b — гиперболаның уйланма ярымкүсәре[1].

Поляр координаталар

үҙгәртергә
 
Гиперболаның поляр координаталарҙа графигы

Әгәр гиперболаның полюсы фокусында урынлашһа, ә гиперболаның түбәһе поляр күсәрҙең дауамында ятһа, ул саҡта

 

Әгәр гиперболаның полюсы фокусында урынлашһа, ә поляр күсәре асимптоталарҙың береһенә параллель булһа, ул саҡта

 
 
Гиперболаның тармағын гиперболик функциялар ярҙамында параметрлау

Параметрлы формала тигеҙләмәләр

үҙгәртергә

Эллипс тригонометрик функциялар ингән параметрлы формалағы тигеҙләмә менән күрһәтелергә мөмкин булған кеүек, гипербола үҙәге уның үҙәге менән тап килгән, ә абсциссалар күсәре фокустар аша үткән тура мөйөшлө координаталар системаһында гиперболик функциялар ингән параметрлы формала тигеҙләмә менән бирелергә мөмкин[2].

 

Беренсе тигеҙләмәлә «+» тамғаһы гиперболаның уң тармағына, ә «-» — уның һул тармағына ярашлы.

Үҙсәнлектәре

үҙгәртергә
  • Оптик үҙсәнлеге. Гиперболаның фокустарының береһендә урынлашҡан сығанаҡтан сыҡҡан яҡтылыҡ гиперболаның икенсе тармағынан, сағылған нурҙарҙың дауамы икенсе фокуста киҫешерлек итеп сағыла.
    • Икенсе төрлө итеп әйткәндә, әгәр   һәм   гиперболаның фокустары булһа, ул саҡта гиперболаның теләһә ниндәй   нөктәһендә тейеүсе   мөйөшөнөң биссектрисаһы була.
  • Гиперболала ятҡан теләһә ниндәй нөктә өсөн, был нөктәнән фокусҡа тиклемге алыҫлыҡтың ошо уҡ нөктәнән директрисаға тиклемге алыҫлыҡҡа сағыштырмаһы даими дәүмәл.
  • Гипербола ысын һәм уйҙырма күсәрҙәренә ҡарата көҙгөләгесә симметрияға эйә, шулай уҡ гиперболаның үҙәге тирәләй 180° мөйөшкә борғанда өйрөлөү симметрияһына эйә.
  • Һәр гиперболаның бәйле гиперболаһы бар, уларҙың ысын һәм уйҙырма күсәрҙәре урындары менән алмашына, ләкин асимптоталары элеккесә ҡала. Был гиперболаны биреүсе формулала a һәм b-ны бер береһенә алмаштырыуға тап килә. Бәйле гипербола баштағы гиперболаны 90° мөйөшкә бороу һөҙөмтәһе булмай; гиперболалар   булғанда формалары менән айырылалар.
  • Гиперболаның теләһә ниндәй нөктәһендә үткәрелгән тейеүсенең, уның ике асимптоталары араһында урынлашҡан киҫеге, тейеү нөктәһе менән урталай бүленә һәм ике асимптотанан даими майҙанлы өсмөйөш киҫеп ала.

Асимптоталары

үҙгәртергә
 
Ике бәйле гиперболалар (зәңгәр һәм йәшел) тап килеүсе асимптоталарға эйә (ҡыҙыл). Был гиперболалар берәмек һәм тигеҙ ҡабырғалы, сөнки a = b = 1

Каноник күренештә бирелгән гипербола өсөн

 

ике асимптоталарының тигеҙләмәләре түбәндәге күренештә:

 .

Диаметрҙары һәм хордалары

үҙгәртергә
Файл:Hyperb.png
Гиперболаның диаметрҙары

Гиперболаның диаметры, һәр конус киҫелешенеке кеүек, параллель хордаларҙың урталары аша үтеүсе тура һыҙыҡ. Параллель хордаларҙың һәр йүнәлешенә үҙенең бәйле диаметры ярашлы. Гиперболаның бөтә диаметрҙары уның үҙәге аша үтә. Уйҙырма күсәренә параллель хордаларға ярашлы диаметр уның ысын күсәре; диаметр соответствующий хордам, ысын күсәренә параллель хордаларға ярашлы диаметр, уның уйҙырма күсәре.

Параллель хордаларҙың мөйөшсә коэффициенты   һәм ярашлы диаметрҙың мөйөшсә коэффициенты   түбәндәге нисбәт менән бәйләнгәндәр

 

Әгәр a диаметры b диаметрына параллель хордаларҙы урталай бүлһә, ул саҡта b диаметры a диаметрына параллель хордаларҙы урталай бүлә. Бындай диаметрҙар үҙ-ара бәйле диаметрҙар тип аталалар. Үҙ-ара бәйле һәм үҙ-ара перпендикуляр диаметрҙар төп диаметрҙар тип аталалар. Гиперболаның бер генә пар төп диаметрҙары бар — ысын һәм уйҙырма күсәрҙәре.

 
Гиперболаның үҙәген уның графигы буйынса асыҡлау

Тейеүсе һәм нормаль

үҙгәртергә

Гипербола талғын кәкере һыҙыҡ булғанлыҡтан, уның теләһә ниндәй (x0, y0) нөктәһендә тейеүсе һәм нормаль үткәрергә мөмкин. Каноник тигеҙләмә менән бирелгән гиперболаға тейеүсенең тигеҙләмәһе түбәндәге күренештә:

 ,

йәки, шул уҡ,

 .

Гиперболаға нормалдең тигеҙләмәһе түбәндәге күренештә:

 .

Кәкрелек һәм эволюта

үҙгәртергә
Файл:Hyperbola and evoluta.svg
Күк төҫ менән гипербола күрһәтелгән. Йәшел төҫ менән — был гиперболаның уң тармағының эволютаһы (һул тармағының эволютаһы һүрәттән ситтә. Ҡыҙыл төҫ менән гиперболаның уның түбәһендә кәкрелегенә ярашлы түңәрәк күрһәтелгән)

Гиперболаның уның һәр (x, y) нөктәһендә кәкрелеге түбәндәге аңлатманан билдәләнә:

 .

Ярашлы рәүештә, кәкрелек радиусы ошондай күренештә:

 .

Айырып әйткәндә, (a, 0) нөктәһендә кәкрелек радиусы тигеҙ

 .

Кәкрелек үҙәктәренең координаталары тигеҙләмәләр пары менән бирелә:

 

Һуңғы тигеҙләмәләр системаһына x һәм y урынына уларҙың гиперболаның параметрлы күрһәтмәһенән ҡиммәттәрен ҡуйып, гиперболаның кәкрелек үҙәктәренән торған яңы кәкере һыҙыҡты биреүсе тигеҙләмәләр парын табабыҙ. Был кәкере һыҙыҡ гиперболаның эволютаһы тип атала.

 
 
Эллиптик координаталар системаһы

Дөйөмләштереү

үҙгәртергә

  булғанда гипербола синусоидаль спираль була;


Ҡулланылышы

үҙгәртергә
  • Гиперболалар ярҙамында төҙөлгән башҡа ортогональ ике үлсәмле координаталар системалары башҡа конформлы үҙгәртеүҙәр ярҙамында алынырға мөмкиндәр. Мәҫәлән, w = z² үҙгәртеүе Декарт координаталарын ортогональ гиперболаларҙың ике ғаиләһенә сағылдыра.
 
Вильнюста Бөйөк Литва кенәздәре Һарайында вертикаль ҡояш сәғәттәрендә гиперболалар, көн дауамында гипербола һыҙыусы гномон түбәһенең түңәрәк шәүләһе күренә
  • Гиперболаларҙы күп ҡояш сәғәттәрендә күрергә мөмкин. Йылдың теләһә ниндәй көнө дауамында Ҡояш күк сфераһында әйләнә яһай, һәм уның ҡояш сәғәте гномоны түбәһенә төшөүсе нурҙары, яҡтылыҡ конусы яһай. Был конустың ҡояш сәғәттәренең горизонталь йәки вертикаль яҫылыҡтары менән киҫешеү һыҙығы конус киҫелеше була. Халыҡ күберәк йәшәгән киңлектәрҙә һәм йылдың күп өлөшөндә был конус киҫелеше гипербола була. Ҡояш сәғәттәрендә йыш ҡына көн йәки йылдың бер нисә көнө дауамында (мәҫәлән, йәйге һәм ҡышҡы ҡояш тороштары көндәрендә) гномон түбәһе шәүләһе яһаған һыҙыҡтар күрһәтелгән, шулай итеп, уларҙа йыш ҡына гиперболаларҙы күрергә мөмкин, уларҙың күренеше йылдың төрлө көндәре һәм төрлө киңлектәр өсөн төрлөсә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шнейдер В.Е. Краткий курс высшей математики. — Рипол Классик. — ISBN 9785458255349.
  2. Погорелов А. В. Геометрия. — М.: Наука, 1983. — С. 15—16. — 288 с.

Ҡалып:Кривые Ҡалып:Конические сечения