Гетманщина
Гетманщина (укр. Гетьма́нщина; рәсми документтарҙа — Войско Запорожское, укр. Військо Запорозьке) — хәҙерге Украина, Рәсәй (Стародубье), Белоруссия (Лоев) һәм Приднестровье территорияһындағы казак ерҙәрҙенең бер өлөшөнөң тарихи атамаһы. Уларҙа тарихтың төрлө ваҡыттарында Запорожье ғәскәрҙәре гетманының власы хакимлыҡ итә.
Гетманщина | |||||
Войско Запорожское | |||||
| |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Эре ҡалалары |
Батурин, Брацлав, Глухов, Киев, Полтава, Нежин, Стародуб, Чернигов, Чигирин | ||||
Дин | |||||
Майҙаны |
200 мең км² | ||||
Халҡы |
1,5 млн. кеше (XVII быуат аҙағы) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Гетманщина Викимилектә | |||||
Гетманщина 1648 йылда[3][4] тоҡанған Хмельницкий ихтилалынан башлана. Башта Украинаның һул һәм уң яҡ яры менән Приднестровьены, шулай уҡ Запорожьены[5][6] ялмап ала. Барабаш һәм Пушкарь ихтилалынан һуң, Түбәнге Запорожье ғәскәрҙәренең атамандары араһында гетманға ышанмаусылыҡ нығына, һөҙөмтәлә Сечь бары тик гетманға формаль рәүештә генә буйһона башлай[7]. 1686 йылда Рус батшаһы һәм Речь Посполитая араһында, Мәңгелек солох килешеүе төҙөлгәс, Днепрҙың уң ярында, Польшала ҡалған Гетманщина бөтөрөлә, һәм был атама, ҡағиҙә булараҡ, әлеге тарихи осороға ҡарата бары тик Һул ярға, Киевҡа һәм уның тирә-яғына ҡарата ғына ҡулланыла[8]. Шуға ҡарамаҫтан, 1760 йылдарға тиклем гетман власы институттары Едисан урҙаһы ерҙәрендә, йәғни Приднестровье һәм Брацлавщина, Петрик Иваненко тарафынан Ғосман империяһынан алынған һәм [[Ҡырым ханлығы|ҡырым хандары[9] яҡлауы аҫтындағы территорияла булған.
1654 йылда Гетманщина урыҫ батшаһының протекторатын ала. 1663 йылдан Рус батшалығы составында сәйәси-административ йәһәттән айырым хоҡуҡтарға эйә булһа ла, Малороссия приказына[10] буйһона. Гетман Мазепаның Төньяҡ һуғышында Карл XII ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә гетманларҙың йоғонтоһо һиҙелерлек кәмей:
Бөйөк Петр батша указы буйынса 1709 йылда Скоропадск гетманына стольник Андрей Измайлов (бер йылдан һуң уны — Федор Протасьев[11] алмаштыра) беркетелә, гетман резиденцияһы Глуховта раҫлана, ә ер эштәре идараһы, Скоропадск вафат булғандан һуң, 1722 йылдан 1727 йылға тиклем тулыһынса Малороссия коллегияһы[12] ведомствоһына күсә.
Малороссия коллегияһын етәкләгән Степан Вельяминов менән сеймда танылыу тапмаған наказлы гетман Павел Полуботко араһындағы бөтмәҫ талаш 1726 йылда Санкт-Петербургта коллегияны ябып, яңы гетман һайлап, Гетманщинаны тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә килтерә. 1728 йылда был вазифаға Петр I батшалыҡ иткән осорҙа Василий Кочубейҙы яҡлаған Даниил Апостол һайлана.
Петр II һәм Анна Иоанновна хакимлығы осоронда гетман хоҡуҡтары киңәйтелә: «Хәл иткес пункттар» төҙөлә; Төркиәлә йәшәүсе запорожецтарға Рәсәйгә ҡайтырға рөхсәт ителә, был кошевой Иван Белецкийға Ҡырым ханлығы тыйыуға ҡарамаҫтан, Аҡ Сиркәүгә килеп, рус антын ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Даниил Апостол гетманлығы осоронда запорожецтар слобода биләмәләрендә төйәкләнергә рөхсәт ала. Даниил Апостол 1734 йылда вафат булғандан һуң, Петербург яңы гетман һайларға ашыҡмай, әммә Апостол тере ваҡытта төҙөлгән «Хәл иткес пункттар» ҙы үтәй. Эрнст Бирон ваҡытында Малороссия идараһы тураһында указ раҫлана, ул гетман канцелярияһы функцияларын 16 йыл дауамында башҡара һәм ғәмәлдә икенсе Малороссия коллегияһы булып тора.
Гетманщина батшабикә Елизавета Петровна указына ярашлы тергеҙелеп, граф Кирилл Разумовскийға 1750 йылда ер һәм гетман титулын бирә, әммә 1764 йылдағы указы менән Запорожье ҙәскәре гетманы вазифаһы бөтөрөлә: һуңғы гетман Кирилл Разумовскийға генерал-фельдмаршал чины бирелә, ә Малороссия менән идара итеү граф Петр Румянцевҡа йөкмәтелә. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә Гетманщинаның административ-территориаль бүленеше 1782 йылға тиклем һаҡлана. Артабан административ реформа барышында 1781 йылғы Рәсәй империяһы губерналары тураһында положение үҙ көсөнә инеп, йөҙ-полк административ ҡоролошо бөтөрөлә.
Атамаһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Гетманщина атамаһы аҫтында 1649 — 1764 йылдарҙа Запорожье ғәскәрҙәре гетманы власы аҫтында булған запорожье казактарының төрлө хәрби-сәйәси берләшмәләре күҙаллана. Ошо үткән тарихҡа бәйле, тарихи һәйкәлдәрҙә гетманға буйһонған казак ерҙәренә ҡағылышлы төрлө номенклатура тураһында иҫтәлектәр һаҡлана. Ҡағиҙә булараҡ, рәсми документтарҙа Гетманщина Запорожье һәм Малороссия ғәскәре булараҡ билдәле, әммә Хмельницкий осорондағы ҡайһы бер танытмаларҙа, атап әйткәндә, Ғосман империяһы менән дипломатик яҙмаларҙа һәм килешеүҙәрҙә, Рус Дәүләте[13] телгә алына. Юрий Хмельницкий, Георгий Дука һәм Филипп Орликтың Запорожье ғәскәрҙәренең ирке, пакттары һәм конституцион хоҡуҡтарының 14-се статьяһында Гетманщина Украина тип атала[14][15][16].
Тарих
үҙгәртергәХмельницкийҙың идара итеүе
үҙгәртергәИҫәптәге казактар болаһы, халыҡтың баш күтәреүе
үҙгәртергә1648 йылда иҫәптәге казактар полковнигы Богдан Хмельницкий, Запорожье түбәне казактарының һәм Запорожьела тороусы иҫәптәге казактар корпусы ярҙамында Речь Посполитаяла ихтилал күтәрә[17]. Ҡырым ханы Ислам III Гәрәйҙе Богдан үҙ яғына ауҙарыу өсөн Хмельницкий уға үҙенең илселәрен ебәрә. Улар ханға королдең запорожецтар менән Ҡырымға[18] һөжүм итеү тураһындағы пландарын еткерә. Хан тура яуап бирмәй — Польшаға рәсми рәүештә һуғыш иғлан итмәйенсә, ул Перекоп мурзаһы Туғай-бейгә Хмельницкий менән сығыш яһарға ҡуша.
1648 йылдың 18 апрелендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Желтые Воды, Корсун, Пилявцы һәм Зборовоны еңеп, 1649 йылда баш күтәреүселәр, батша менән Ян-Казимир Зборовский менән килешеү төҙөй.
Зборовский килешеүе
үҙгәртергәБыл килешеү статьяларына ярашлы: Киев, Чернигов, Брацлав воеводстволарында урядтарҙы православие шляхтаһы вәкилдәре биләргә тейеш була; иҫптәге казактар исемлеге 40 меңлек ғәскәргә етә, ул 16 хәрби-административ берәмектән — полктарҙан формалаша; Польша ғәскәре һәм йәһүдтәр Киев, Чернигов һәм Брацлав воеводстволарында булмаҫҡа тейеш була.
Был воеводстволар крәҫтиәндәренең Збровский килешеүе һөҙөмтәләренән күңеле ҡайта. Килешеү буйынса улар шляхтаға (православие, католик) буйһонорға тейеш була. Шуға күрә 1651 йылда һуғыш дауам итә. Берестечка эргәһендәге алышта король Ян-Казимир гетман Богдан Хмельницкий ғәскәрен еңә. Шул уҡ йылда Запорожье һәм Речь Посполитаяның үҙәк власы араһында гетман власын Киев воеводствоһы менән сикләгән Белоцерковский солохо төҙөлә. 1652 йылда Хмельницкий реванш ала һәм поляк ғәскәрен Батог эргәһендә ҡыйрата. 1653 йылда король Ян-Казимир ғәскәре Жванец эргеһендә ҡамауға эләгә. Ҡырым ханлығы менән союздың ышанысһыҙ булыуы, Тимоша Хмельницкийҙың Сучава кампанияһының барып сыҡмауы Хмельницкийҙы Рус дәүләте менән союздашлыҡ тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе активлаштырырға мәжбүр итә.
Яңы административ-территориаль ҡоролош формалашыуы
үҙгәртергәКиев, Чернигов, Брацлав воеводстволары ерҙәрендә Польша административ ҡоролошо бөтөрөлә. Воеводстволар, поветтар бөтөрөлөп, улар урынына үҙ территориаль бүленеше булған полктар ойошторола. 1649 йылда Гетманщинаның барлыҡ территорияһы 16 полкка (Уң яҡ ярҙа — 9, Һул яҡ ярҙа — 7) бүленә. Полк территорияһындағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе полк ңҙәге була. Һәр полкты полк советында һайланған йәки гетман тарафынан тәғәйенләнгән полковник етәкләй. Ул үҙ ҡулы аҫтында хәрби, суд һәм административ власты туплай, йәғни хәрби етәксе генә булмай, ә барлыҡ халыҡ менән идара итә. Полк территорияһы 10 — 20 йәки унан да күберәк йөҙгә бүленә. Йөҙҙәр, полктар кеүек үк, майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса айырыла. Мәҫәлән, составына бер-нисә мең казак ингән йөҙҙәр була[19] Йөҙҙәрҙең административ үҙәге булып ҡалалар, ҡаласыҡтар һәм ҙур ауылдар тора. Йҡҙ территорияларындағы хәрби-административ власты йөҙ баштары башҡара. Йөҙ хәрби канцеляриялары, йөҙ судтары һ.б. була.
Шул ваҡыттан уҡ ҡайһы бер ҡалалар: (Киев, Нежин, Чернигов, Переяслав, Стародуб, Глухов, Полтава, Батурин һ.б.) магдебург хоҡуғына эйә була. Улар менән баштарында войттар торған магистраттар идара итә. Башҡа ҡалаларҙа казак хакимиәте була. Ауылдарҙа крәҫтиәндәр эштәрен крәҫтиән йәмғиәте һайлаған старосталар, казактар эштәрен һайлап ҡуйылған атамандар алып бара.
Запорожье Сечы дәүләт эсендә айырым административ берәмек булып тора.
Переяслав Радаһы
үҙгәртергә1654 йылдың ғинуарында Переяславта Переяслав радаһы үтә,унда Гетманщинаның «рус правлавие батшаһының дәрәжәле ҡулы аҫтына» күсеүе тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ йылдың мартында күсеү шарттары, йәғни март статьялары шарттары буйынса килешеү төҙөлә.
Речь Посполитаяның Рус батшалығы менән граждандар һуғышы
үҙгәртергәЗапорожье ғәскәренең үтенесен ҡарап, Земство соборы һәм батша казактарҙың Польша тажына тоғролоғон боҙоуы шул ваҡыттағы халыҡ-ара ҡағиҙәләрҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен боҙоуы булып тороуын һәм, һис шикһеҙ, Речь Посполитая менән Рус батшалығы араһындағы һуғышҡа алып киләсәген яҡшы аңлай. Рус дипломатияһы был хәл-тороштан сығыу юлын таба. Аҡыллы чиновниктар фекеренсә, Польша короленең (Ян Казимир диндәрҙе тиң күреү тураһындағы антын боҙоуҙа ғәйепләнә) антын боҙоуына бәйле, православие динендәге казак халҡы королгә тоҡролоҡ антынан азат ителә, һөҙөмтәлә батша хөкүмәте баш күтәреүселәрҙе түгел, ә «ирекле кешеләрҙе» һыйындырып, үҙ яҡлауына ала[20].
1653 йылдың 2 ноябрендә үк Рус батшалығы Мәскәүҙә тантаналы рәүештә көнбайыш руссия ерҙәре, йәғни хәҙерге Украина, белоруссия, Польшаның көньяҡ-көнсығыш территорияһының бер өлөшө булған Пшемысль, Хелмды азат итеү өсөн Рус-поляк һуғышын иғлан итә[21].
1654 йылдың йәйендә Рус батшалығының Речь Посполитая менән һуғышы башлана. казак ғәскәрҙәре Гомель, Чичерск, Яңы Быхов, Рогачев һәм башҡа ҡалаларҙы, батша ғәскәрҙәре Смоленск һ.б. ҡалаларҙы ала.
1654 йылдың һуңында Речь Посполитая союздаштары һәм ҡырым ханлығы Гетманщинаға һөжүм итә, һөҙөмтәлә Подольела 200 меңдән ашыу кеше һәләк булы һәм ҡоллоҡҡа алып кителә. Хмельницкийҙың һәм Василий Борисович Шереметьевтың татарҙарға, полчктарға ҡаршы сыҡҡан ғәскәре 1655 йылдың ғинуарында Охматов эргәһендә ҡамауға алына.
1655 йылда батша һәм казак ғәскәрҙәренең һөдүм операциялары дауам итә. Гетман Хмельницкийҙың һәм Василий Васильевич Бутурлиндың ғәскәре 1655 йылдың октябрендә Львов ҡалаһын ҡамауға ала. Шулай уҡ 2655 йылғы кампанияла наказлы гетман Даниил Выговскийға Люблин, рава һ.б. ҡалларҙы алыу насип була.
1656 йылда Речь Посполитая ерҙәре өсөн көрәштә Гетманщинаның Швеция менән альянсы.
үҙгәртергә1656 йылдың октябрендә Швеция короллеге көсәйеүгә бәйле, Рус батшалығы Речь Посполитая менән Вилен килешеүе төҙөй. Гетман Хмельницкий, Польша менән солохҡа риза булмайынса, Польша тажына дәғүә иткән кенәз Георгий Ракоци һәм швед короле Карл X Густав менән хәрби союз төҙөй. Кенәз вөкилдәре менән һөйләшеүҙәрҙә Хмельницкий «Вислаға тиклем бөтөн Русь» талабын ҡуя. 1657 йылда семиград-казак союзы ғәскәрҙәре Речь Посполитаяға баҫып инеп, ланцут, Тарнобжег, Бохня, Краков ҡалаларын ала, ә король Карл Густавьың швед ғәскәрҙәре менән берләшкәс, Брест, Варшава ҡалаларына эйә була. Әммә Данияның Швецияға ҡаршы һуғышҡа сығыуына бәйле, Карл Густав һөжүмде туҡтатып, Польшаны ҡалдырырға мәжбүр була. Кенәз Георгий Ракоци менән полковник Антон Жданович Речь Посполитаяла ҡала алмай. Был ваҡытта гетман Хмельницкий ҡаты сирләй, 1657 йылдың 5 авгусында ул вафат була.
Руина
үҙгәртергәБогдан Хмельницкийҙың талабы буйынса, ул үҙе тере саҡта уҡ 1657 йылда гетман итеп уның 16 йәшлек улы - Юрий Хмельницкий һайлана. Әммә Богдан Хмельницкий вафат булғас, казак старшинаһы Юрий гетман вазифаһын башҡара алмай, тип иҫәпләй; Юрий гетманлыҡтан баш тарта. 1657 йылдың сентябрендә Чигиринда рада уҙа, унда старшина гетман булаваһын Иван Выговскийға тапшыра.
Гадяч договоры
үҙгәртергә1658 йылда гетман Выговскийға ҡаршы иҫәптәге казактарҙың Полтава һәм Миргород полктары, улар менән бергә Запорожье Сечы баш күтәрә. Выговский, Ҡырым ханлығы менән союз төҙөп, татарҙар ярҙамында бунтты баҫтыра.
Үҙенең власын нығытырға тырышып, 1658 йылдың сентябрендә Иван Выговский Речь Посполитая менән Гадяч договоры төҙөй, уға ярашлы Гетманщина «Бөйөк Рус кенәзләге» атамаһы аҫтында Речь Посполитая федерацияһының өсөнсө субъектына әүерелә.
Гадяч договоры 1659 йылда Речь Посполитая сеймы тарафынан ратификациялана, әммә уның төп — сиркәү унияларын бөтөрөү, Рус кенәзлектәре воеводстволарында православие шляхтаһынынң айырым хоҡуғы һ.б. тураһындағы төп статьялары ратификация процесында уҡ юҡҡа сығарылып, Гетманщинала выговский идараһына киҫкен ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра.
Гетманщина ерҙәрен Речь Посполитая составына кире ҡайтарырға тырышыу казактарҙы яңы граждандар һуғышының яңы тулҡынына алып килә. Унда Запорожье казактары ғына түгел, батша армияһы ла, шулай уҡ Ҡырым татарҙары ла ҡатнаша.
1659 йылд июнендә гетман Выговский Ҡырым ханы Мәхмәд IV Гәрәйҙең күп һанлы армияһы ярҙамында Конотоп эргәһендә батша ғәскәрҙәрен һәм Запорожье казактарын еңә. Әммә гетманға эске оппозицияны еңеү мөмкин булмай.
Һөҙөмтәлә 1659 йылда Выговский казак клейнодтарын һала. Аҡ сиркәү эргәһендәге радала гетман итеп ҡабаттан Юрий Хмельницкий һайлана. Ул Гадяч договорын ғәмәлдән сығарып, Польша һәм Литва менән унияларҙы өҙөп, Рус батшалығы менән Переяслав договоры шарттарына кире ҡайта.
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәТерриторияһы
үҙгәртергәГетманщина шартлы рәүештә Ямполь — Черновцы (хәҙерге ҡала тибындағы ҡасаба) — Мурафа (хәҙер Шаргородский районындағы ауыл) — Ҡыҙыл (хәҙер Жмеринск районындағы ауыл) — Винница — Пилявцы сиктәрендә була. 17-се быуат һуңында «Гетманщина» термины Киев менән бергә Украинаның һул ярына ҡарата ҡулланыла[8], Гетманщина ерҙәре үҙ эсенә хәҙерге Украинаның Полтава, Чернигов, өлөшләтә Киев, Черкасск һәм Сумск өлкәләрен, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Брянск өлкәһенең бер өлөшөн үҙ эсенә ала[22].
Гетмандар
үҙгәртергәГетманщина гетмандары | |||||||
№ | Һүрәте | Исеме | Гетманлыҡ йылдары | Комментарийҙар | |||
1 | Хмельницкий Богдан |
1648—1657 | |||||
2 | Хмельницкий Юрий |
1657 | |||||
3 | Выговский |
1657—1659 | |||||
4 | Хмельницкий Юрий |
1659—1660 |
Гетманщина гетмандары | |||||||
№ | Һүрәте | Исеме | Гоетманлыҡ йылдары | Комментарийҙар | |||
7 | Дорошенко Петр |
1668—1669 |
Гетманщина гетмандары | |||||||
№ | Һүрәте | Исеме | Гетманлыҡ йылдары | Комментарийҙар | |||
10 | Мазепа Иван |
1704—1708 |
Карталар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Однороженко О. Козацька геральдика // Історія українського козацтва: нариси у 2 т. — Київ.: Вид. дім «Києво-Могилянська академія», 2007. — Т. 2.
- ↑ ДІУ, 2002, Гетьманщина, (Гетьманська держава) (укр.)
- ↑ Kohut Zenon E. «Review of The Cossack Administration of the Hetmanate. 2 vols. / Sources and Documents Series by George Gajecky — Mass: Harvard Ukrainian Research Institute, 1978.» — Mass: Harvard Ukrainian Studies — Vol. 6. — No. 1. — March 1982. — pp.105−107.
- ↑ История Украины, 2008, с. 225.
- ↑ Заруба В. М. Адміністративно-територіальний устрій та адміністрація Війська Запорозького у 1648−1782 рр. — Дніпропетровськ: Ліра ЛТД, 2007. — С. 15−21. — 380 с. — ISBN 978-966-383-095-7.
- ↑ Грушевський М. С., Т. VIII., Розділ XIV.
- ↑ Флоря Б. Н. Русское государство и его западные соседи (1655−1661). — М., 2010. — С. 293.
- ↑ 8,0 8,1 Енциклопедія, 2009, Т. 2: «Г−Д». — Гуржій О. І. Гетьманщина
- ↑ Чухліб Тарас. Козаки і Монархи 2014 йыл 13 май архивланған.. — Київ: Видавництво імені Олени Теліги, 2009.
- ↑ Енциклопедія, 2009, Т. 6: «Ла-Мі». — С. 481. — Горобець В. М. Малоросійський приказ
- ↑ Боярские списки XVIII века
- ↑ Енциклопедія, 2009, Т. 6: «Ла-Мі». — С. 480. — Шандра С. В. Малоросійська колегія
- ↑ Leo Okinshevych.
- ↑ Хмельницкий Юрий Богданович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Хмельницький Ю. Універсал до Канева та канівських жителів, 23 серпня 1678 року (укр.)(укр.) // по Сайт «Ізборник» — перевод с русского списка по изданию : Бантыш-Каменский Д. Н., 1858, Ч. І., С. 276−277.
- ↑ Анти-польське повстання на Правобережжі 1702−1704 рр. Боротьба за об'єднання України // Історія України : Навч. посіб. / В. М. Литвин, В. М. Мордвінцев, А. Г. Слюсаренко — К.: «Знання-Прес», 2002. — 670 с. (укр.)
- ↑ Яковенко Н. Н., 1997, с. 207. (укр.)
- ↑ Голобуцький В., 1994, Розділ XI. Хмельниччина і запорозьке козацтво.
- ↑ Мицик Ю. А., Бажан О. Г., Власов В. С. Історія України : Навч. посібник — К.: Видавничий дім «Києво-Могилянська академія», 2008. — 586 с. — ISBN 948-966-518-464-5.
- ↑ Козаченко А. И. Земский собор 1653 года // «Вопросы истории», 1957. — № 5. — С. 151−158.
- ↑ Греков И., Королюк В., Миллер И. Воссоединение Украины с Россией в 1654 — М.: Госполитиздат, 1954. — Гл. IV. Воссоединение Украины с Россией.
- ↑ Когут Зенон.