Герасимова Ольга Степановна

Герасимова Ольга Степановна, ҡыҙ фамилияһы — Иванникова (27 июнь 1916 йыл — 4 апрель 1993 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Герасимова Ольга Степановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 июнь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Моршанский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Липецк, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ольга Степановна Герасимова 1916 йылдың 27 июнендә Тамбов губернаһы Моршанск өйәҙенең Александровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә (бөгөн — Моршанский районы) тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылындағы колхозда башлай. Ленинград өлкәһендә торф сығарыуҙа эшләй. 1937 йылда Эртильский районының «Ҡыҙылармеец» сөгөлдөр үҫтереү колхозында звено башлығы булып эшләй. 1947 йылда Герасимова Ольга етәкләгән звено һәр гектарҙан 32,36 центнер арыш уңышы йыйып ала. 1948 йылда хеҙмәт эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була. «Ҡыҙылармеец» колхозында 14 йыл эшләй. 1951 йылда Липецк ҡалаһына күсә, унда «Липецкстрой» тресында 1974 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем төрлө эштәрҙә эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 18 майындағы Указы
  • Ленин ордены (1948)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Золотые звёзды земли Воронежской. Сборник документов и материалов / Составитель Э. С. Лыкова. — Воронеж: Центрально-Чернозёмное кн. изд-во, 1989.
  • Воронежская энциклопедия / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж: Центр духовного возрождения Черно-зёмного края, 2008. — Т. 1. — 524 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә