Гарута Люция Яновна
Лю́ция Я́новна Гару́та (латыш. Lūcija Garūta; 14 май 1902, Ригаһы — 15 февраль 1977, шунда уҡ) — латыш пианисы һәм композиторы. Латвия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962)[1].
Люция Гарута Lūcija Garūta | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән |
15 февраль 1977 (74 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
исполнитель, композитор, Ҡалып:Пианистка |
Инструменттар | |
Наградалар | |
Биографияһы
үҙгәртергәЕте йәшендә Люцияны Ото Фогельманис фортепианола уйнарға өйрәтә, һуңынан ҡыҙ Мария Жилинскаяла шөғөлләнә, Николай Алунанс етәкселегендә гармонияны өйрәнә. 1924 йылда Язеп Витола композиция кластары буйынса һәм бер йылдан Людмила Гомане-Домбровскаяның фортепиано класы буйынса Латвия консерваторияһын тамамлай. Ул 1925—1926 йылдарҙа Рига радиоһында эшләй. Парижда, үҙ оҫталығын камиллаштырыуҙы дауам итә, унда фортепиано буйынса Альфред Корто һәм Изидор Филиппта, инструментовка буйынса Поль Ле Флемда һәм композиция буйынса Поль Дюкта оҫталығын камиллаштыра. Солист һәм аккомпаниатор булараҡ Латвияла һәм унан ситтә күп һанлы концерттар бирә. Һуңынан, ауырыу сәбәпле, композиция менән шөғөлләнеүгә күсә. 1940 йылдан Латвия дәүләт консерваторияһында музыка теорияһы һәм композициянан уҡыта, 1973 йылдан — профессор[2].
Бойондороҡһоҙ Латвияла, композитор музыкаһын популярлаштырыу менән шөғөлләнеүсе Гарута фонды ойошторола. Гарута йәшәгән Марияс урамы, 11-се йорто диуарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ижады
үҙгәртергәГарутаның әҫәрҙәренә һуңғы романтизм композиторҙары һәм Скрябин йоғонто яһай. «Господь, Твоя земля в огне!» (латыш. Dievs, Tava zeme deg!) 1943 йылда Андрей Эглитис һүҙҙәренә тенор, баритон, хор һәм орган өсөн яҙылған ораторияһы иң ҙур иғтибарҙы йәлеп итә. Ораторияның премьераһы 1944 йылдың 15 мартында Риганың Изге Гертруда соборында үтә, башҡарыусылар булып Теодор Рейтер етәкселегендәге хор, йырсылар Адолфс Кактыньш һәм Марис Ветра сығыш яһай, орган партияһын автор башҡара; премьераның һаҡланып ҡалған аудиояҙмаһында бомбаға тотоу тауыштары ишетелә. Совет осоронда оратория юғалған тип иҫәпләнә, әммә 1982 йылда композитор һәм музыка белгесе Лонгинс Апкалнс немец радиостанциялары архивында аудиояҙманы эҙләп таба һәм партитураны реконструкциялай; 1982 йылдың 8 майында оратория Стокгольмда яңынан яңғырай. СССР-ҙа оратория 1988 йылда тергеҙелә, уны Имант Кокар етәкселек иткән «Ave Sol» хоры башҡара. Әлеге ваҡытта «Господь, Твоя земля в огне!» ораторияһы Латвияның мәҙәни ҡанунына индерелгән[3].
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Опера «Серебряная птица» (Sidrabotais putns; 1938, вторая редакция 1960)
- Концерт для фортепиано с оркестром (1951)
- Оркестр өсөн
- «Размышление» (1934)
- «Моя Родина», симфонические вариации (Manā dzimtenē; 1936)
- «Золотой конь», симфоническая поэма (Zelta zirgs; 1959)
- Хор һәм оркестр өсөн 70-тән ашыу әҫәр
- Камера музыкаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (03.01.1956)
- Латвия ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962)
Библиографияһы
үҙгәртергә- С. Стумбре. Звёзды и земля: жизнь и творчество Люции Гаруты (Zvaigznes un zeme: Lūcija Garūta dzīves un daiļrades gaitā). — Рига, 1969
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гарута, Люция
- ↑ С. Стумбре. Звёзды и земля: жизнь и творчество Люции Гаруты (Zvaigznes un zeme: Lūcija Garūta dzīves un daiļrades gaitā). — Рига, 1969
- ↑ Люция Гарута / Lucija Garuta /