Ганс Густав Адольф Гросс (нем. Hans Gustav Adolf Groß; 26 декабрь 1847 йыл9 декабрь 1915 йыл) — Австрия юрисы һәм ғалим-криминалисы, криминалистика фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Отто Гросстың атаһы.

Ганс Гросс
нем. Hans Groß
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө 26 декабрь 1847({{padleft:1847|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][1]
Тыуған урыны Грац, Австрия империяһы[2]
Вафат булған көнө 9 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][1] (67 йәш)
Вафат булған урыны Грац, Австро-Венгрия[2]
Һөнәр төрө криминолог, профессор, судья, юрист
Эш урыны Грац университеты[d]
Карл университеты
Уҡыу йорто Грац университеты[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Императорский австрийский орден Франца Иосифа
 Ганс Гросс Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Гросс Грац ҡалаһында тыуған һәм Грац университетын тамамлаған. 1869 йылдан 1897 йылға тиклем Черновцы ҡалаһында суд тәфтишсеһе булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә енәйәт тикшереү системаһы тәҡдимдәрен эшләй, ул фундаменталь «Руководство для судебных следователей, чинов жандармерии и полиции» (1893) хеҙмәтенә нигеҙ һала. Гросс докторлыҡ дәрәжәһенә эйә булмаһа ла, 1897 йылда Черновцы университетында енәйәт-башҡарыу хоҡуғы профессоры була. 1902 йылда Гросс Прага университетына күсә, ә 1905 йылда Грац университетында уҡытыусы булып китә.

Гросстың «Руководство» хеҙмәте күп Европа телдәренә тәржемә ителә (мәҫәлән, рус теленә тәржемә 1895-1896 йылдарҙа сыға). Өсөнсө баҫманы (1898 йыл) автор «Руководство для судебных следователей как система криминалистики» тип исемләй. Криминалистика терминын Гросс уйлап таба һәм артабан енәйәттәрҙе тикшереү буйынса фәнгә исем бирә. Гросс дәлилләүҙәрҙең полиция тәжрибәһен дөйөмләштерә, профессиональ енәйәтселәрҙең жаргонын һәм көнкүрешен һүрәтләй, тикшереү эшмәкәрлегендә һуңғы фәнни асыштарҙы ҡуллана (мәҫәлән, рентген нурҙарын), шулай уҡ енәйәт эштәренең күп кенә тасуирламаларын килтерә. Шулай уҡ Гросс беренсе криминалистик «Archiv für Kriminalanthropologie und Kriminalistik» журналға нигеҙ һала,1898 йылдан башлап вафатына тиклем уның баш мөхәррире була[3]. 1912 йылда Гросс Грацта криминалистика институтына нигеҙ һала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #116868902 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Гросс, Ганс // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

һылтанмалар

үҙгәртергә