Гальперин Юрий Ильич
Гальперин Юрий Ильич ((14 сентябрь 1932 йыл — 28 декабрь 2001 йыл) — Рәсәй геофизигы һәм космофизигы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1986)[1].
Гальперин Юрий Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 сентябрь 1932 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 28 декабрь 2001 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Атаһы | Илья Романович Гальперин[d] |
Һөнәр төрө | геофизик |
Эш урыны |
Институт физики атмосферы им. А. М. Обухова РАН[d] Институт космических исследований РАН[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1932 йылдың 14 сентябрендә Мәскәүҙә тыуған. Уның атаһы, Илья Романович Гальперин (1905—1984), Морис Торез исемендәге сит телдәр институтында инглиз теле факультетының стилистика кафедраһы мөдире була; әсәһе Галперина Надежда Михайловна — шунда уҡ француз теле уҡытыусыһы. Ата-әсәһе арҡаһында инглиз һәм француз телдәрен яҡшы белә. Мәктәп йылдарында Шекспирҙы төп нөсхәлә уҡый. Әммә астрономияны һайлай[1].
Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының астрономия бүлеген тамамлай (отличие менән), диплом проекты етәксеһе — И. С. Шкловский. Өлкән курстарҙа Юрий төнгө күк йөҙөнөң яҡтырыуын оптик күҙәтеүҙәр менән ҡыҙыҡһына башлай. 1955—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының атмосфера физикаһы институтында юғары атмосфера бүлегендә эшләй. 1955—1958 йылдарҙа Кольский ярымутрауының Лопарская төньяҡ поляр геофизик тикшеренеү станцияһында эшләй. Ер өҫтө күҙәтеүҙәре өсөн ҡорамалдар әҙерләү менән шөғөлләнә. Магнитосфераның зарядлы киҫәксәләрен төрлө энергетик диапазондарҙа үлсәү, йылылыҡ плазмаһын үлсәү һәм спектрофотометрия өсөн приборҙар эшләй[2].
1956 йылда «Отношение интенсивностей компонент дублета натрия в спектре сумеречного неба» исемле тәүге хеҙмәтен баҫтырып сығара (Астрономик журнал, 1956, т. 33, No 1, стр. 73-81); 1959 йылдың февраль айында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. «Космос-3» һәм «Космос-5» юлдаштарына ҡуйылған ҡорамалдар ярҙамында үткәрелгән фәнни тәжрибәләр етәксеһе була (1960—1962)[1].
1967 йылда үҙенең бүлегенең бер өлөшө менән яңы ойошторолған Космос ғилми-тикшеренеү институтына (ИКИ) күсерелә. Поляр яҡтырыу физикаһы лабораторияһын етәкләй, һуңыраҡ магнитосфера процестары физикаһы лабораторияһы тип үҙгәртелә. Космос-261 һәм Космос-348 (1970), Орел-1 (1971—1972), Орел-2 (1973—1974) һәм Орел-3 юлдаштарында тәжрибә үткәрә (1981—1986)[2].
1968 йылда физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһен ала (диссертацияһының темаһы «Геофизические эффекты высотных термоядерных взрывов» була).
1986 йылда «АРКАД-3» проектының фәнни комплексын булдырған өсөн СССР Дәүләт премияһы тапшырыла[1].
2001 йылдың 28 декабрендә Мәскәүҙә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Дон зыяратында ерләнгән.
Ҡатыны Наталья, яҙыусы Геннадий Фиштың ҡыҙы.
Улы Михаил — микробиолог, АҠШ-та йәшәй (Michael Galperin Y.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://sm.evg-rumjantsev.ru/astro1/galperin-yurij.htm 2019 йыл 11 ғинуар архивланған.
- Фото http://iki.cosmos.ru/books/2015booklet_iki50.pdf 2016 йыл 24 июнь архивланған.
- http://www.iki.rssi.ru/books/2012galperin.pdf 2018 йыл 21 декабрь архивланған.
- Гальперин Юрий Ильич
- Ю. И. Гальперин
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Т.М. Мулярчик Юрий Ильич Гальперин (к 70-летию со дня рождения) (рус.) // Земля и Вселенная : журнал. — 2002. — № 4. — С. 39—43.