Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тыуған | |||
Тыуған урыны | |||
Үлгән | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре | |||
Коллективтар |
«Йәдкәр»; | ||
Наградалар |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергәҒәли Ғәббәс улы Хәмзин 1950 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған.
Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусы конкурсын башҡарыусыларҙың беренсе лауреаты (1985)[1], Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға үткәрелгән йәш башҡарыусылар конкурсы лауреаты. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале дипломаты.
1981 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле вокал йырсыһы була, артабан 25 йыл «Йәдкәр» фольклор төркөмөнә етәкселек итә.
Сермән урта мәктәбен тамамлағас, Белоретта профтехучилищела уҡый. Армия сафтарында хеҙмәттә була. Әрменән ҡайтҡас, Белоретта машина йөрөтөүсе булып эшләй. Артабан уны колхоздың комсомол ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлап ҡуялар.
Сәнғәт иниститутына гәзит биттәренән иғлан уҡығас, барып ҡарарға йөрьәт итә.[2].
Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Ғәли Хамзинға 1997 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде[2].
Йырсы 2009 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә вафат була.[1]).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986)
Хәтер
үҙгәртергә- 2013 йылдан Белорет районында Ғәли Хәмзин исемендәге вокалсылар конкурсы үткәрелә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Умер народный артист РБ Гали Хамзин — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
- ↑ 2,0 2,1 Гали Хамзин | История и Культура Башкортостана
- ↑ Төбәктә Ғәли Хәмзин исемендәге III йырсылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә. , 2017, 21 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. 272 с. — С. 265—268.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.