Ҡоҙғон-Әхмәр
Ҡоҙғон-Әхмәр (рус. Кузгун-Ахмерово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 275 кеше[3]. Почта индексы — 453520, ОКАТО коды — 80211807005.
Ҡоҙғон-Әхмәр | |
Ҡоҙғон-Әхмәр | |
Рәсми атамаһы | Ҡоҙғон-Әхмәр |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Әзекәй ауыл советы |
Халыҡ һаны |
256 кеше (2002)[1], 285 кеше (2009)[1], 275 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453520 |
Ҡоҙғон-Әхмәр Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1795 йылда Буғанаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡоҙғон-Әхмәрҙә 35 йортта 203 кеше йәшәгән. Х рәүиз ауылда 440 кеше, шул иҫәптән ике керҙәш һәм 72 хужалыҡ булыуын күрһәтә. Совет осорондағы беренсе халыҡ иҫәбен алыу 451 кешене һәм 92 хужалыҡты теркәгән.
Тәүге төпләнеүсенең улы Иштәүләт Әхмәров бында 1767-1835 йылдарҙа йәшәгән.
Ауыл кешеләре араһынан Әбделмәжит Абдулһәйеров һәм Йосоп Нуғаев 14-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан һәм «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән бүләкләнгән.
Халыҡтың төп шөғөлө - ярым күсмә малсылыҡ. Йәй һайын 65 ихатанан 50 ғаилә Тайһуйған, Аҡкөсөк Ҡалым Алған, Көйәҙе, Һүренйәк буйҙарына йәйләүгә сыға. Уларҙың 300 аты, 118 һыйыры, 100 һарығы, 19 кәзәһе, 9 солоғо була. Уларҙан кемдер йыл һайын яҙғыһын 80 бот иген сәскән[4].
Әхмәр Ҡатай ауылы тип аталған ауылдан барлыҡҡа килгән. Ҡатай ауылы үҙ сиратында Нуғай даруғаһына (Нугайская дорога) ҡараған. Бынан тыш, ошо ауыл исеме ҙур биләмәгә улус исеме биргән, тип яҙа ошо ауыл аҡһаҡалы Фәрит Шәйәхмәтов үҙенең ауыл тарихы тураһындағы китабында.
Ошо ауыл Ҡатай улусының баш ауылы булып торған.Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡманов архив документтарынан 1733 йылда батшабикә Анна Иоанновнаға башҡорттарҙың мөрәжәғәтен (челобитная) табып алып, Ватандаш журналының 2005 йылғы 6-сы һанында баҫтырып сығарған. Урыҫ теленә тәржемәсе лә билдәле: “Переводил переводчик Мустафа Турчинов” тип күрһәтелгән. Был мөрәжәғәттә башҡорттар батшанан яҡлау һорайҙар, ерҙәрен тартып алмауҙы, динде ҡыҫмауҙы, төрлө йәберләүҙәрҙән ҡурсалауҙы үтенәләр.
Был мөрәжәғәткә башҡорттарҙың 4 даруғаһының 22 улусынанн 38 кешенең ҡултамғаһы араһында “Нагайской дороги деревни Китай Жанбек Оскавылов тамгу свою приложил” тип билдәләнгән. Профессор Ирек Аҡманов үҙенең иҫкәрмәһендә “Деревня Китай имеется в виду Катайская волость” тип аңлата. Был Ҡатай ауылында йәшәгән беҙҙең ҡанбаба булған, тип һанай Ф. Шәйәхмәтов.
Ҡатай ауылы Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярын биләй. Уң яҡ яры буйлап ултырғандар Ҡатай улусына, һул яҡ яры буйлап ултырғандар ут күрше Күбәләк улусына ҡараған.
Ул дәүерҙә Ҡатай улусына старшиналар Дауыт Йәналин, ә Күбәләк улусына Байым тархан етәкселек иткән.
Башҡорттарҙың был мөрәжәғәтенәнән һуң да хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Өҫтәүенә, 1734 йылдың май айында Рәсәй батшаһы яҡлауы һәм хуплауы нигеҙендә Ырымбур хәрби-политик экспедицияһы ойошторола. Был экспедиция Башҡортостанға ноябрь айында килеп төшә. Экспедицияны сенаттың оберсекретары И.К. Кирилов етәкләй.
Экспедициянан һуң аҫаба башҡорт ерҙәрен күпләп таратыуҙар башлана.
Ябай халыҡ 1739-1740 йылдарҙа үткән Ҡараһаҡал етәкселегендәге яуҙа ҡатнаша. Батша хөкүмәте был яуҙы аяуһыҙ баҫтыра. Башҡорт ауылдары күпләп яндырыла, халҡын тотоп аталар, аҫалар, һөргөнгә ебәрәләр, йәберләйҙәр.Ҡараһаҡал етәкселегендәге яуҙан һуң Ҡатай улусы үҙәге булған Ҡатай ауылы ла яндырыла. Халыҡ төрлө-төрлө яҡҡа ҡасып китергә мәжбүр була. Ҡатай ауылының төп халҡы Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап өҫкә табан 5-6 саҡрымға барып ултыра.
Әхмәр тигән кеше үҙенең улдарын, балаларын, яҡын туған-тыумасаларын алып Нур йылғаһының үрге ағымына, хәҙерге Отнурок биҫтәһенән төньяҡҡа табан бер асыҡ, ҡалҡыу урынға барып урынлаша [5] [6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 275 | 151 | 124 | 54,9 | 45,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорецк): 7 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәли Хәмзин (12.06.1950—15.11.2009), йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.109
- ↑ Римма Солтанова. Мәғрур Кирәлегә терәлеп. - "Башҡортостан", 2018, 21 сентябрь
- ↑ Кузгун-Ахмерово
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡоҙғон-Әхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
- Деревня Кузгун-Ахмерово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡоҙғон-Әхмәр Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |