Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы

(Галеева Магфира Ильясовна битенән йүнәлтелде)

Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы (24 декабрь 1928 йыл3 октябрь 2016 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты, СССР халыҡтарының фольклор йыры конкурсы лауреаты.

Мәғфирә Ғәлиева
Тыуған ваҡыты:

24 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны[1] Урта Муйнаҡ ауылы

Вафат ваҡыты:

3 октябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиева 1928 йылдың 24 декабрендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны[1] Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.

Бала саҡтан уҡ радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» («Хисам») йырҙарын йырлап үҫә.

Мәскәү консерваторияһында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә, Ейәнсура районынан Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллинды һайлап алалар. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный. П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.

Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул — бер нисә секунд эсендә сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар.

Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар, «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып таныла.

Мәғфирә Ғәлиева 2016 йылдың 3 октябрендә Өфөлә вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Ейәнсура районы
  2. В Уфе скончалась народная артистка Башкортостана Магфира Галеева.  , 2016, 4 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә