Ильясов Ғәзим Ғәлим улы
Ильясов Ғәзим Ғәлим улы (27 февраль 1967 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Ғәзим Ильясов | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тыуған |
27 февраль 1967 (57 йәш) | ||
Тыуған урыны | |||
Һөнәрҙәре |
Йырсы | ||
Жанрҙар |
Эстрада, халыҡ йырҙары | ||
Наградалар |
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) | ||
Биографияһы
үҙгәртергәҒәзим Ғәлим улы Ильясов 1967 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң 1984 йылда ауыл Советы үҙәге Мәҡсүттәге урта мәктәпте тамамлай.
Хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек-техник училищеһендә водитель һөнәре үҙләштерә һәм 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. 1988-1989 уҡыу йылында Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып бара. Артабан 1991 йылғаса Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1992 йылда Ғәзим Ильясовты Күгәрсен район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм шул ваҡыттан бирле уның тормошо туранан-тура сәнғәт менән бәйле[1]. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала төрлө йыр бәйгеләрендә танылыу ала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың халыҡ артисы (2012)
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
Йырсы ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- «Алға әйҙәгән юлым бар». Гүзәлиә Балтабаеваның Ғәзим Илдьясов менән әңгәмәһе. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 23 февраль[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кугарчинский РДК. Официальный сайт. Главная » Файлы » Персоналии » Газим Ильясов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2017)
- ↑ «Алға әйҙәгән юлым бар». «Башҡортостан» гәзите, 2018, 23 февраль 2018 йыл 28 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2018)