Гаврилов Михаил Александрович

ғалим, инженер-электрик

Гаврилов Михаил Александрович (24 ноябрь (11 ноябрь) 1903 йыл — 29 апрель 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-инженер-электригы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Илдә информатика һәм кибернетика фәндәренә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Техник фәндәр докторы (1946), профессор (1948), СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Гаврилов Михаил Александрович
Зат ир-ат[1]
Тыуған көнө 24 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) или 1903[2][3][4]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[5]
Вафат булған көнө 29 апрель 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) или 1979[2][3][4]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Мәскәү энергетика институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Александрович Гаврилов 1903 йылдың 11 ноябрендә Мәскәүҙә Ҙур театрҙың балет артисы — Александр Митрофанович Гаврилов ғаиләһендә тыуған, әсәһе Елизавета Сергеевна Гаврилова теш табибы була.

1920 йылда |Мәскәүҙең 109-сы хеҙмәт мәктәбен тамамлағас, Юғары тимер юл курсына уҡырға инә, ләкин бер йылдан һуң Мәскәү юғары техник училищеһына (хәҙер Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты) күсә һәм уны 1925 йылда «инженер-электрик» һөнәре буйынса тамамлай.

1926—1935 йылдарҙа Гаврилов МОГЭС (1932 йылдан — «Мосэнерго») эксперименталь лабораторияһында инженер-диспетчер, һуңынан — цех башлығы булып эшләй. Бында 1926—1928 йылдарҙа ул СССР-ҙа беренсе телеконтроль системаларын тәҡдим итә һәм ҡулланышҡа индерә. 1932 йылда илебеҙҙәге беренсе телеидара яйланмаһын — энергия системалары өсөн теле-сигнал яһай[6]. Шул уҡ ваҡытта ул төрлө квалификация күтәреү курстарында, шулай уҡ Мәскәү энергетика институтында лекцияләр уҡый, 1934 йылда автоматлаштырыу һәм телемеханика кафедраһын ойоштора һәм етәкләй. 1936—1949 йылдарҙа ситтән тороп уҡыу Политехника институтында уҡытыусы, һуңынан — автоматика һәм телемеханика кафедраһы мөдире булып эшләй. 1938 йылдан техник фәндәр кандидаты.

1936 йылдан алып ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр Михаил Александрович Фәндәр академияһында Автоматлаштырыу һәм телемеханика комиссияһында, һуңынан 1939 йылда уның базаһында нигеҙләнгән автоматлаштырыу һәм телемеханика институтында (1969 йылдан — Идара итеү проблемалары институты) эшләй. М. А. Гаврилов тарафынан уның хеҙмәт итеү осоронда 250-нән артыҡ хеҙмәте баҫтырып сығарыла. Беренсеһе, электр селтәрҙәренә бағышланғаны, 1928 йылда, һуңғы хеҙмәттәре, проектлауҙы автоматлаштырыу системаларына бағышланғандары, 1979 йылда баҫтырыла.

Ғалим 1979 йылдың 29 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.

Юрий Веберҙың «Когда приходит ответ» тигән фәнни-популяр китабының баш геройы инженер Мартьяновтың прототибы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1067943692 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Record #176159477, Record #2191151778256718130005 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  3. 3,0 3,1 Mihail Aleksandrovič Gavrilov // NUKAT — 2002.
  4. 4,0 4,1 Mihail Aleksandrovič Gavrilov // https://plus.cobiss.net/cobiss/bg/bg/conor/43107685
  5. Гаврилов Михаил Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Гаврилов Михаил Александрович
  7. Михаил Александрович Гаврилов

Һылтанмалар

үҙгәртергә