Гаврилов Владимир Львович

Сәйәси һәм сәнәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе. «Почет Билдәһе» ордены кавалеры

Гаврилов Владимир Львович (6 сентябрь 1950 йыл — 12 ғинуар 2004 йыл) — сәнәғәт, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985)[2].

Гаврилов Владимир Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 6 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Львович Гаврилов 1950 йылдың 6 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө телефон аппаратуралары заводында өйрәнсек-автоматсы булып башлай. 1968 йылдан — Башҡорт тегеү тресының планлаштырыу-производство бүлеге иҡтисадсыһы. 1973 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. 1973—1989 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге Өфө заводында инженер-конструктор, инженер-технолог, мастер, техник бюро начальнигы, өлкән инженер, йыйыу цехы начальнигы. Һуңынан биш йыл ошо заводтың партия комитеты секретары, ике йыл — генераль директорҙың производство буйынса урынбаҫары булып эшләй[2]. 1989—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, Өфө КПСС ҡала комитетында эшләй; 1991—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы эштәр менән идара итеү идаралығында сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге мөдире, БАССР-ҙың дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй[2][3].

1995 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем «Концерн БЕТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, һуңынан «БЕТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. Предприятиены көрсөктән сығарыуға өлгәшә, производствоны юлға һала, иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәшә. Уның арҡаһында "БЭТО" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республиканың иң эре предприятиеларының береһенә әүерелә. 2004 йылдың 12 ғинуарында уның ғүмере фажиғале рәүештә өҙөлә, Владимир Львович Гаврилов үҙенең йортоноң ишеге янында терәп атып үлтерелә. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2000)[3][2].
  • «Почет Билдәһе» ордены (1985)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә