Вәлимов Ғәлим Вәлим улы
Вәлимов Ғәлим Вәлим улы (1902 йыл — ?) — партия һәм совет эшмәкәре[1].
Вәлимов Ғәлим Вәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Байҡыбаш, Ҡариҙел районы |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәлим Вәлим улы Вәлимов 1902 йылда Байҡыбаш районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы) Байҡыбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергәТыуған ауылы мәктәбендә белем ала. Крәҫтиән хеҙмәтен башҡара: ер һөрә, сәсә, иген ура.
1924-1925 йылдар — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1926-1927 йылдар — ВЛКСМ-дың улус комитеты секретары.
1927-1928 йылдар — Бөрө ҡалаһы совет-партия мәктәбе курсанты.
1928-1929 йылдар — БАССР-ҙың Байҡыбаш районындағы Хәлил ауылының ауыл уҡыу йорто (избач) китапханасыһы.
1929-1930 йылдар — ВКП (б)-ның БАССР-ы Байҡыбаш районы ҡарамағындағы улус комитеты секретары.
1930-1931 йылдар — ВКП (б)-ның БАССР-ы Ҡариҙел район комитеты пропагандисы.
1931-1933 йылдар — Өфө ҡалаһындағы Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе студенты.
1933-1934 йылдар — БАССР-ҙың Ейәнсура районы «Ейәнсура» совхозының эшсе комитеты рәйесе.
1934-1936 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының эшселәрҙе тәьмин итеү (ОРС) бүлеге начальнигы урынбаҫары.
1936-1937 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Күлтабан бүлексәһе партогы.
1937-1938 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Күлтабан бүлексәһенең сәйәси эш буйынса ярҙамсыһы (политпомощник).
1938-1939 йылдар — Баймаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктының сәйәси етәксеһе (политрук).
1939 йыл — ВКП (б)-ның БАССР-ы Байҡыбаш район комитеты пропагандисы.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].