Врангель утрауы (ҡурсаулыҡ)

дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Иң төньяҡ урынды биләй (башлыса урта киңлектең 71°-ан төньяҡтараҡ .ята). Рәсәйҙең айырыуса һаҡланыусы урындарыны

«Врангель утрауы» — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Иң төньяҡ урынды биләй (башлыса урта киңлектең 71°-ан төньяҡтараҡ .ята). Рәсәйҙең айырыуса һаҡланыусы урындарының береһе.

Врангель утрауы
Zapovednik Ostrov Vrangelja 2012.jpg
«Врангель утрауы» тәбиғи комплексы, Рәсәй почта бүлеге 2012
МСОП буйынса категория — Ia (Строгий природный резерват)
71°14′00″ с. ш. 179°24′00″ в. д.HGЯO
Страна
РегионЧукот автономиялы округы
Майҙаны2 225 650 гектар 
Ойошторолған23.03.1976 
Күрергә килеүселәр һаны  
Сайтostrovwrangelya.org 
Zapovednik Ostrov Vrangelja 2012.jpg
Commons-logo.svg Врангель утрауы Викимилектә

Врангель утрауы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы СССР Министрҙар Советының 1976 йылдың 23 мартындағы 189-сы ҡарары менән ойошторолған.

Дөйөм майҙаны 2 225 650 гектар, шул иҫәптән акваторияның майҙаны — 1 430 000 гектар. Һаҡ зонаһының майҙаны 795 593 гектар.

Чукотка диңгеҙенең ике утрауын— Врангель менән Геральд, шулай уҡ эргә-тирәләге акваторияны биләй. Чукотка автономиялы округының Иульта районы биләмәһендә урынлашҡан.

Географик урыныҮҙгәртергә

Алыҫ Көнсығыштың иң төньяҡта урынлашҡан ҡурсаулығы. Чукотка диңгеҙенең Врангель һәм Геральд утрауҙарын, шулай уҡ эргә-тирәләге акваторияны биләй. Чукотка округының Көнсығыш районы биләмәһендә урынлашҡан.

ЛандшафтҮҙгәртергә

Врангель биләмәһенең яҡынса 2/3 өлөшөн тауҙар биләй. Ландшафтында арктик тундра һәм тауҙар өҫтөнлөк итә. Врангель утрауының гидрографик селтәрен яҡынса 150 тирәһе бәләкәй йылғалар һәм шишмәләр тәшкил итә. Уларҙың бишәүһе генә 50 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. 900 самаһы ҙур булмаған һай ваҡ күл бар.

КлиматҮҙгәртергә

Утрауҙарҙа көслө циклоник эшмәкәрлек тәьҫире менән айырылып торған арктик климат хөкөм һөрә.

Бында һыуыҡ булмаған осор ғәҙәттә 20-25 көндән артмай. Даими һыуыҡтар һәм көслө ел менән ҡыш йылдың ҙур өлөшөн биләп тора.

Һалҡын йәй ҡыҫҡа ғына дауам итә. Ул осорҙа ла йыш ҡына ҡырау булып һәм ҡар яуып ала. Шуға ҡарамаҫтан, поляр көндәрҙә утрауҙарҙа тормош гөрләп тора.

Флора һәм фаунаҮҙгәртергә

Врангель утрауы флораһының эндемизм кимәле һәм байлығы буйынса Арктикала аналогтары юҡ.

Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡта 417 төр һәм төрсә көпшәле үҫемлектәре төрө асыҡланған. Был бөтә Канаданың Арктик архипелагында булғанынан күберәк. Һәм бындай ҙурлыҡтағы башҡа арктик тундра биләмәләренә ҡарағанда 2-2,5 тапҡырға күберәк төрҙәр тереклек итеүе асыҡланған.

Врангель утрауының 3 % самаһы флораһын субэндемик төрҙәр тәшкил итә. Көпшәле үҫемлектәре араһында 23 таксон утрауҙың эндемиктары булып тора. Эндемиктар һаны буйынса бөтә арктик утрауҙар араһында, шул иҫәптән Гренландия ла Врангель утрауына тиңләшә алғаны юҡ. Бер нисә эндемик (Ушаков ҡыйыҡтажы Oxytropis ushakovii, күп нурлы мәк Papaver multiradiatum һәм ҡарлы мәк Papaver chionophilum) утрауҙа ғәҙәти үҫемлектәр.

Эндемиктарға шулай уҡ мамығүлән (разновидность бескильницы), лапланд мәге, Городков һәм Ушаков мәктәре, врангель ҡаҙ үләне инә.

Врангель утрауы үҙендә асыҡланған мүктәр (331) һәм лишайниктар (310) төрө буйынса башҡа арктик подзона биләмәләренән күпкә уҙып китә.

Күрәнле мук тундраһы өҫтөнлөк итә. Тауҙарҙың уртаса һәм аҫҡы бүлкәттәрен үләнле-лишайник һәм төрлө үләнле-ҡыуаҡлыҡлы тундралар биләй. Сфагнум ҡатнашлығындағы һаҙлыҡтар, шулай уҡ тәпәш кенә түшәлеп ятып үҫкән таллыҡтар барлыҡҡа килгән. Тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә — ташлы киң һибелмәләр ята.

Фауна ярлы, тәбиғәт шарттары хайуандар тереклеге өсөн бик уңайлынан түгел.

 
Ҡоштар баҙары морондағы боҙҙа ҡалын суҡышлы ҡайралар
 
«Сомнительная» кордоны эргәһендә аҡ өкө

Ҡурсаулыҡта ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр бөтөнләй юҡ. Балыҡтар (сайка, мойва һәм башҡалар) яр буйы һыуҙарында ғына күренеп ҡала. Уның ҡарауы, утрауҙа 169 төр ҡош-ҡорт табылған. Уларҙың күпселеге бында туҡталып ҡына китә. 62 төрө бында оя ҡора. Шуларҙың 44 төрө утрауҙарҙа даими ҡышлай, шул иҫәптән 8 төрө диңгеҙ ҡоштарына ҡарай (мәҫәлән, аҡсарлаҡтар,ҡайралар һәм башҡалар).

Ҡоштар араһынан тәү сиратта Рәсәйҙә һәм Азияла һаҡланып ҡалған берҙән-бер, тиҫтә мең парҙан торған иң эре автоном колония барлыҡҡа килтереүсе аҡ ҡаҙҙы билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Бында даими рәүештә ғәҙәти гага, гага-гребенушка, күпмелер һанда себер гагаһы, ҡылғойроҡ өйрәк, көйөлдө, ҡара ҡаҙ оя ҡора. Шул уҡ ваҡытта Чукотка һәм Алясканың материк өлөшөнән меңләгән ҡара ҡаҙҙар бында бары төләү өсөн генә килә.

Төньяҡ Себерҙән билдәле тикшеренеүсеһе С. Успенскийҙың 60-сы йылдарҙағы мәғлүмәттәре буйынса, бындағы текә диңгеҙ ярҙарындағы ҡоштар баҙарында 50-100 мең ҡалын кайра, 30-40 мең мойва, 3 меңләп диңгеҙ ҡоҙғоно (баклан) булған.

В. В. Дежкин 1989 йылда сыҡҡан «Ҡурсаулыҡ тәбиғәте донъяһында» тигән китабында хәҙер ҡоштар һаны кәмене тип яҙа. Ә ҡурсаулыҡтың рәсми сайтында диңгеҙ ҡоштарының дөйөм һаны 250—300 меңгә тиклем тип баһалана.

Ҡурсаулыҡта ҡоштар фаунаһының төп өлөшөн тундра төрҙәре тәшкил итә. Уларҙың күбеһе циркумполяр ареалға эйә һәм бөтә арктик тундра өсөн ғәҙәти төрҙәрҙән булып тора. Былар лапланд юл турғайы, аҡбаш турғай, тулес, диңгеҙ көйөлдөһө (камнешарка), исланд ҡом көйөлдөләре (песочник) һәм башҡа төрҙәр.

Шуның менән бергә, Арктиктарға хас булмаған төрҙәрҙең оялау осраҡтары билдәле. Был төрухтан, ҡыҙылмуйын ҡом көйөлдөһө (песочник-красношейка), ипатка һәм топорок, һарыҡас-таловка кеүек ҡоштарға ҡағыла. Әммә Врангель утрауы улар өсөн оя ҡороу осрағының иң төньяҡ нөктәһе булып тора.Ә ипатка һуңғы йылдарҙа Врангель утрауының диңгеҙ ҡоштары колонияларында даими оялай һәм уларҙың бында һаны арта бара.

 
Себер леммингы
 
Уэринг морононда мускуслы үгеҙ

Имеҙеүселәр донъяһы ярлыраҡ. Уның иң ябай вәкилдәре — Себер леммингы һәм Виноградов леммингы. Улар юғары дәрәжәлә күп үрсегән йылдарында ҡурсаулыҡтың экосистемаларында ҙур әһәмиәткә эйә булып торалар.

Төньяҡ боландары, бүреләр, аҡ төлкөләр, ҡыҙыл төлкөләр, аҫ, росомаха тереклек итә. Ләкин ике утрауҙың да иң данлыҡлы һәм иң ҙур йәнлеге — аҡ айыу. Врангель менән Геральд утрауҙары донъяла аҡ айыу өңдәренең иң ҙур тупланмаһы булараҡ билдәле.

В. В. Дежкин: «Айырым йылдарҙа ҡурсаулыҡта 200—250 тирәһе инә айыу өң яһай ине» тип яҙа.

Ҡурсаулыҡтың сайтында иһә "йыл һайын утрауҙарҙа 300-ҙән 500-гә тиклем инә айыу ҡышлай тип мәғлүмәт бирелә. Сама менән улар яһаған өңдәрҙең йөҙ тирәһе ошо бәләкәй генә Геральд утрауына тура килә ". Яҙын улар әле нығынып та етмәгән балаларын эйәртеп Арктика киңлектәре буйлап сәйәхәткә сыға.

 
Мускуслы үгеҙҙәр алыш алдынан

Ҡурсаулыҡта тояҡлыларҙың ике төрө — төньяҡ боландар һәм һарыҡ-үгеҙ (мускуслы үгеҙ) тереклек итә. Төньяҡ боландары Врангель утрауына 40-сы йылдар аҙағында — 50-се йылдар башында алып барыла. Йорт янында көтөлгән төньяҡ боландарының ике партия менән Чукотка ярынан алып баралар. Әлеге ваҡытта уларҙың ҡырағайланған һәм тарихы, биологик үҙенсәлектәре буйынса уникаль популяцияһы ҡайһы бер йылдарҙа 9-10 мең баш булып китә.

1975 йылда, ҡурсаулыҡ ойошторолоуҙан бер йыл элек Врангель утрауына Американың Нунивак утрауынан 20 һарыҡ-үгеҙ (мускуслы үгеҙ) килтерелә.

Уларҙың утрауға яраҡлашыу һәм был урынды үҙләштереү осоро ауырлыҡтар менән бара һәм бер нисә йылға һуҙыла. Шунан саҡ башланғыс көтөү иҫән ҡала, популяцияһы әүҙем үҫешә башлай. Әлеге ваҡытта утрауҙа һарыҡ-үгеҙҙәрҙең һаны яҡынса 800—900 баш тәшкил итә. 2007 йылдың көҙөнә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 1000-гә тиклем баш булыуы ихтимал. Палеонтолок мәғлүмәттәр буйынса, был тояҡлыларҙың ике төрө лә һуңғы плейтоценда Врангель утрауында тереклек иткән. Ә төньяҡ болан 2-3 мең йыл элек тә бында булған әле.

Ҡурсаулыҡтың яры буйында морждар ятаҡ ҡора.

Уларҙы һаҡлау һәм өйрәнеү бындағы ғалимдарҙың төп бурысына инә. Бында тымыҡ океан моржы йәшәй. Уның өсөн был акватория — йәйге туйымлыҡ, үҫеү һәм һимереү районы. Билдәле бер йылдарҙа, йәйге -көҙгө осорҙа — июлдән — сентябр аҙағына — октябрь башына утрауҙар эргәһендә инә морждарҙың бер өлөшө һәм популяцияның бөтә йәш өлөшө туплана. Морждар боҙ ситтәренә яҡыныраҡ булырға тырышалар. Акваторияла боҙ барҙа боҙ өҫтөндә ял итеүгә өҫтөнлөк бирәләр.

Аҙыҡ күп булған һайлыҡтар эргәһендәге боҙҙар иреп бөтөү менән морждар утрауҙарға күсә һәм Чукотка диңгеҙе ярҙарындағы ҡомайылдарҙа (ҡомаяҡ, йәғни диңгеҙҙә ослайып кергән ҡоро ер) ятаҡтар яһап туплана.

Врангель утрауында диңгеҙ ярҙарында бер ыңғайҙан дөйөм алғанда 70-80 мең самаһы хайуан булыуын теркәгәндәр. Ә һыуҙа йөҙөүсе йәнлектәрҙе иҫәпкә алғанда бында 130 меңгә тиклем морж йыйыла. Ҡышҡылыҡҡа морждар Берингов диңгеҙенә күсеп китә.

Йыл дауамында яр буйы акваторияһында балдаҡлы нерпа һәм лахтак тереклек итә. Балдаҡлы нерпа аҡ айыуҙар өсөн йыл буйына төп аҙыҡ булып булып хеҙмәт итә.

Йәйге -көҙгө осорҙа Врангель менән Геральд утрауҙарына терәлеп тоған акватория юлы кит һымаҡтарҙың тамаҡ туйҙырыу, һимереү, үҫеү һәм миграция районына әүерелә.

Һан буйынса иң күбе һоро кит иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа Врангель утрауында һоро киттарҙың һаны һиҙелерлек артҡан. Йыл һайын көҙгө миграцияла Врангель утрауының ярҙары буйлап белухаларҙың (дельфиндар) ҙур көтөүе үтә.

Юлдаш межалау мәғлүмәттәре буйынса, көҙгөһөн Врангель утрауының Маккензи йылғаһы (Канада) тамағына үрсеү өсөн йыйылалар.

.

Ҡурсаулыҡ булдырыу маҡсатыҮҙгәртергә

 
Рәсәй банкының иҫтәлекле тәңкәләре (2012)

Ҡурсаулыҡ утрауҙа Арктиканың башҡа өлөшөндәге типик һәм уникаль экосистемаларҙы, шулай уҡ аҡ айыуҙарҙы, морждарҙы, Рәсәйҙә берҙән-бер аҡ ҡаҙ популяцияһы кеүек йәнлектәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсаттарына хеҙмәт итә.

1975 йылда утрауҙа һарыҡ-үгеҙ (мускуслы үгеҙ) акклиматизациялана (Американың Арктика өлөшөндә һәм Гренландияла йәшәй торған, үгеҙгә лә, һарыҡ тәкәһенә лә оҡшаған ҡуш тояҡлы, һалбыр йөнлө, ҡуш мөгөҙлө һөтимәр хайуан).

Һаҡ зоналары һәм биләмәләреҮҙгәртергә

  • Ҡурсаулыҡ зонаһы 26.12.1983 йылдарҙа халыҡ депутаттарының 542-се Мәғәсүт өлкә Советы ҡарары менән булдырылған.
  • 1999 йылда № 91 номерлы Чукотка автономиялы округы Губернаторы ҡарары менән 1999 йылдың 24 майындағы утрауҙар тирәләй 5 диңгеҙ миле киңлегендә диңгеҙ һаҡ зонаһы булдырыла. Һаҡ зонаһының дөйөм майҙаны 3 745 300 гектар тәшкил итә.
  • 2012 йылда ҡурсаулыҡтың һаҡ зонаһы Врангель утрауынан көньяҡҡа өҫтәмә рәүештә 12 милгә тиклем һәм Врангель Геральд утрауҙары тирәләй 24 милгә тиклем арттырыла.

Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҮҙгәртергә

  • «Восток-2014» хәрби күнекмәләре барышында йөҙҙәрсә диңгеҙ пехотиндары һәм десантсылары Врангель утрауына барып төшәләр. Гринпис фекеренсә шул рәүешле Рәсәй ҡануниәтен тупаҫ рәүештә боҙоуға юл ҡуйыла. Сөнки ҡурсаулыҡ биләмәһенә уның хакимиәте йәки тәбиғәт министрлығы рөхсәтенән тыш инеү тыйылған.
  • 2014 йылдың август аҙағында һәм сентябрендә «Роснефть» нефть компанияһы тарафынан ялланған «Нептуния» сейсмик разведкалау судноһы, тәбиғәтте һаҡлау биләмәләрендә сәнәғәт һәм коммерция эшмәкәрлеге ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан Врангель утрауынан алыҫ түгел ҡурсаулыҡ акваторияһына барып инә.

Өҫтәмә рәүештәҮҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ СССР-ҙа төп халыҡҡа ҡәтғи сикләнгән күләмдәрҙә тәбиғәтте файҙаланыу рөхсәт ителгән тәүге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе була.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә