Воробьёв Сергей Владимирович

Воробьёв Сергей Владимирович (24 май 1952 йыл) — Башҡортостанда йәшәп рус телендә ижад итеүсе шағир, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Ғафури районының «Звезда» гәзите хеҙмәткәре.

Сергей Воробьёв
Воробьёв Сергей Владимирович
Тыуған көнө:

24 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Красноусол ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Ғафури районының «Звезда» гәзите хеҙмәткәре

Ижад йылдары:

1980-дән

Жанр:

шиғриәт, проза, тәржемә, журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле

Дебют:

«Красные птицы» (1985)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Владимирович Воробьёв 1952 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының үҙәге Красноусол ауылында тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң райондың рус телендә нәшер ителгән «Звезда» гәзитендә эшләй.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Сергей Воробьёв мәктәп йылдарында шиғырҙар яҙа башлай, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа һәм артабанғы йылдарҙа әҙәби ижады һиҙелерлек әүҙемләшә. Көндәлек журналистика эше менән бер рәттән ул шиғриәттә үҙенең оҫталығын камилләштереүҙе дауам итә. 1985 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә уның быға тиклем яҙылған әҫәрҙәренән торған «Красные птицы» исемле рус телендәге тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә, «На миру» тип аталған икенсеһе 1990 йылда шунда уҡ баҫыла. Артабан йәш әҙип үҙен прозала һәм драматургияла һынап ҡарай. Һөҙөмтәлә «Бельские просторы» журналы уның хикәйәләр тупланмаһын уҡыусылар хөкөменә тәҡдим итә.

2000 йылда «Китап» нәшриәте инде һиҙелерлек тәжрибә туплаған авторҙың «Выбор во тьме» тигән өсөнсө китабын сығара. Тәүге йыйынтыҡтарындағы шиғырҙарға хас булған лирик кисерештәр, үҙенсәлекле образдар быныһында тағы ла тулыланып, шағирҙың уй-кисерештәренең, фәлсәфәүи уйланыуҙарының юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүен, күп төрлө сағыштырыуҙарының тағы ла сағыуыраҡҡа әйләнеүен асыҡ күрһәтә.

Әүҙем ижад менән йәшәгән әҙиптең әҫәрҙәре республикала рус телендә сыҡҡан гәзиттәр — «Вечерняя Уфа», «Республика Башкортостан» һәм "Молодёжная газета"ла, шулай уҡ Ғафури районы баҫмаһы «Звезда» гәзитендә даими донъя күрә.

Ижадының тәүге йылдарынан уҡ Сергей Воробьёв әҙәби тәржемә менән дә шөғөлләнә. Ул данлыҡлы яҡташы, ғалим-яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың «Зөбәй Үтәғолов» тигән билдәле очеркын, танылған балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙар йыйынтығын башҡорт теленән руссаға тәржемә итте.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Красные птицы: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — с.  (рус.)
  • На миру: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990. — с.  (рус.)
  • Выбор во тьме: Стихи. — Уфа: Китап, 2000. — с.  (рус.)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә