Волынский Зиновий Моисеевич

(Волынский, Зиновий Моисеевич битенән йүнәлтелде)


Волынский Зиновий Моисеевич (18971968) — совет ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәте генерал-майоры.

Волынский Зиновий Моисеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 2 июнь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Херсон, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 август 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)
Һөнәр төрө табип, ғалим
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

700-гә яҡын ғилми мәҡәлә һәм 5 монография, шулай уҡ бер нисә дәреслек авторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Херсон ҡалаһында 1897 йылдың 2 июнендә йәһүд хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған.

1916 йылда гимназияны, 1924 йылда — медицина институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ленинградта табип эшмәкәрлеген башлай. 1920-се йылдар аҙағында Обухов дауаханаһында билдәле профессор М. А. Горшков етәкселек иткән терапевтар курсында уҡый[1]. Горшков тәҡдиме буйынса Волынский дауахананың терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1932 йылдан алы төп эше менән бер рәттән М. А. Горшков етәкләгән терапия кафедраһы ассистенты вазифаһын башҡара.[2] 1932 йылда РККА-ла хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1938 йылда Ленинград хәрбиҙәренең ежов ҡулға алыуҙары менән бәйле ҡулға алына һәм бер аҙ ваҡыт төрмәлә ултыра, ғәйебен танымай һәм төрмәнән азат ителә[3].

1938 йылда Обухов дауаханаһы базаһында 3-сө Ленинград медицина институты асыла һәм терапия факультеты профессор М. А. Горшков тәҡдиме буйынса Зиновий Волынский терапия факультеты терапия кафедраһы ассистенты итеп тәғәйенләнә 1939 йылда ошо кафедра менән профессор А. Л.Мясников етәкселек итә, ул Волынскийҙы тәжрибәле уҡытыусы һәм дауалау эшен яҡшы ойоштороусы булғанлыҡтан кафедрала эштә ҡалдыра. Оҙаҡламай Мясеников Волынскийҙы үҙекнең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. 1940 йылда 3-сө Ленинград медицина институты Ленинград Хәрби-диңгеҙ медицина академияһы итеп үҙгәртелә[4] (ХДМА, хәҙер С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы), А. Л. Мясников терапия кафедраһы башлығы булып китә, ә З. М. Волынский кафедраһы уҡытыусыһы вазифаһына раҫлана[2].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы: 1941 йылда блокадалағы Ленинградта госпиталь начальнигы була, 1942 йылдан алып Ленинград фронтында — госпиталь начальнигы һәм санитария бүлеге начальнигы.

1955 йылда Хәрби-диңгеҙ медицина академияһының терапия госпиталь кафедраһын етәкләй, кафедраға нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе булып китә, шулай уҡ тәүге радиология лабораторияһына нигеҙ һала. Атеросклерозды, гипертония ауырыуын, ревматизмды, нур ауырыуҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнә һәм һыу аҫты кәмәләрендә кисекмәҫ терапия ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштора[5]. СССР Оборона Министрлығы Хәрби-диңгеҙ флотының баш терапевты, Бөтә Рәсәй терапевтар йәмғиәте идараһы ағзаһы. Уның етәкселегендә 50-нән ашыу докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған.

Медицина хеҙмәте генерал-майор исеме 1965 йылдың 16 июнендә бирелгән.

1968 йылдың 13 августында вафат була, Ленинградта ҡатыны Рашель Израилевна менән йәнәш ерләнгән.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Почет билдәһе, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Ленинградты обороналау өсөн» һәм «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеү өсөн»[5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә