Воеводин Леонид Дмитриевич

Воеводин Леонид Дмитриевич (13 декабрь 1922 йыл6 февраль 1998 йыл), Мәскәү) — юрист, юридик фәндәр докторы (1973), Мәскәү дәүләт университеты атҡаҙанған профессоры (1995).

Воеводин Леонид Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Стрешнево[d], Крапивенский уезд[d], Тула губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 6 февраль 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө конституционное право[d][1] һәм публичное право[d][1]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны СССР[1]

Биография

үҙгәртергә

Леонид Дмитриевич Воеводин 1922 йылдың 13 декабрендә Тула губернаһының Тёпло-Огарёвский өйәҙе Стрешнево ауылында тыуған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, 1942 йылда, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенты була. 1949 йылда ул «Толкование норм советского права» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, юридик фәндәр кандидаты булып китә. Аспирантураны тамамлағандан һуң, шул уҡ йылдың октябрь айында МДУ-ның юридик факультетына ҡараған дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

Мәскәү университетында эшләү йылдарында ул студенттарға кафедра ҡарамағында булған бөтә уҡыу курстары буйынса тиерлек лекциялар уҡый: шул иҫәптән халыҡ демократияһы илдәренең дәүләт хоҡуғы буйынса курстар (һуңғараҡ — сит социалистик илдәрҙең дәүләт хоҡуҡтары буйынса курс), совет дәүләт хоҡуғы буйынса курстар (артабан — Рәсәй конституция хоҡуҡтары буйынса курс). Ул бер юлы бер нисә махсус курс алып бара, шул иҫәптән «Ҡытай Халыҡ Республикаһы» дәүләт хоҡуғы, «Көнсығыш Европа һәм Азия илдәренең конституция хоҡуғы» һәм «Дәүләт хоҡуҡтарының төп проблемаһы». Бынан тыш ул «СССР граждандарының хоҡуҡи хәле нигеҙҙәре» һәм «Совет Конституцияһы һәм уның үҫеше» махсус семинарҙар эше менән етәкселек итә.

1950 йылдан алып 1952 йылға тиклемге осорҙа, СССР-ҙың яңы ойошторолған ҠХР-ға ярҙамы сиктәрендә, Леонид Воеводин Ҡытайға ебәрелә: университетта дәүләт хоҡуғы кафедраһына етәкселек итә һәм юридик факультет деканы кәңәшсеһе була. Ул ҠХР-ҙа лекциялар уҡый, семинар дәрестәр үткәрә, фәнни эштәр алып бара. 1956 йылда баҫылып сыҡҡан «Ҡытай Халыҡ Республикаһының дәүләт ҡоролошо» монографияһы ошо эштәрҙең һөҙөмтәһе булып тора.

1974 йылда Воеводин «Конституционные проблемы правового положения личности» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм юридик фәндәр докторы булып китә. Ике йылдан һуң, 1976 йылда, Мәскәү дәүләт университеты профессоры булып китә; унан һуң бер нисә йыл дауамында кафедра мөдире урынбаҫары була. 1977 йылда «Мировая социалистическая система и государственное право в европейских социалистических странах» ике томлығының биш бүлегенең авторы; ун йылдан һуң Прагала чех телендә баҫылып сыҡҡан «Конституционные системы социалистических стран» коллектив монографияның авторҙашы була (1987). «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә.

Воеводин Рәсәй Президенты Борис Ельциндың КПСС-ты таратыу ҡарарына ҡаршы тора; Рәсәй лидерының был аҙымы конституцияға ҡаршы килә тип иҫәпләй. 1995 йылда Воеводин Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры була; 1998 йылдың 6 февралендә Мәскәүҙә вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Леонид Воеводин совет һәм шулай уҡ совет власы бөтөрөлгәндән һуңғы осор ҡануниәте сиктәрендә шәхестең хоҡуҡи статусы тураһында бер нисә (йөҙҙән ашыу) хеҙмәттең авторы һәм авторҙашы булып тора. Ул, 1948 йылда БМО ҡабул иткән кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы дөйөм декларацияһындағыкеүек, кешенең традицион хоҡуҡтарын һәм азатлығын нығытыу яҡлы була.

  • «Проблемы государственного права развитого социализма» (соавт., 1986)
  • «Юридические гарантии конституционных прав и свобод личности в социалистическом обществе» (соавт., 1987)
  • «Государственное право стран народной демократии» (соавт., 1960)
  • «Государственное право зарубежных социалистических стран» (соавт., 1972)
  • «Основы государственного права Германской Демократической Республики» (соавт., 1962)
  • «Юридический статус личности в России» (1997)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Памяти Леонида Дмитриевича Воеводина (1922—1998) // Вестник Московского университета. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1998, № 2. — С. 117—119.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Воеводин Леонид Дмитриевич (неопр.). letopis.msu.ru. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения 13 ноября 2019.
  • Леонид Дмитриевич Воеводин (1922—1998) (неопр.). pravo.hse.ru. НИУ ВШЭ. Дата обращения 13 ноября 2019.
  1. 1,0 1,1 1,2 Vojevodin, Leonid Dmitrijevič // Чешская национальная авторитетная база данных