Моложавенко Владимир Семёнович
Моложавенко Владимир Семёнович (28 декабрь 1924 йыл — 25 апрель 2012 йыл) — СССР яҙыусыһы, журналист. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Владимир Семёнович Моложавенко | |
Файл:Моложавенко Владимир 2.jpg Владимир Семёнович Моложавенко | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ростов өлкәһе Морозовск ҡалаһы |
Вафат булған көнө: |
25 декабрь 2012 (87 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Наградалары: |
Орден Отечественной войны II степени, медаль «За боевые заслуги», медаль Г. К. Жукова, медаль «Партизанская звезда» (Чехословакия) |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Семёнович Моложавенко Ростов өлкәһенең Морозовская станицаһында (хәҙер Морозовск ҡалаһы) 1924 йылдың 28 декабрендә күп балалы тимер юлсы ғаиләһендә тыуа. Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң, 1942 йылда Милютинский райвоенкоматы тарафынан армияға алына. 1943 йылдың ғинуарынан алып 4-се Украина фронтының 239-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә, артабан шунда уҡ отделение, взвод менән командиры була. Һуғышта йәрәхәтләнә. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙе Прагала өлкән сержант, батальон комсоргы булып ҡаршы ала. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «За боевые заслуги» миҙалдары һәм башҡалар менән бүләкләнгән.
Демобилизацияланғас, В. Моложавенко Морозовский депоһында паровоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләй, эшсе йәштәрҙең киске мәктәбендә уҡыуын дауам итә, артабан Мәскәү полиграфя институтында һәм аспирантурала уҡый.
1947 йылдан алып В. Моложавенко журналистика менән шөғөлләнә, «Морозовский большевик» гәзитенең яуаплы сәркәтибе булып, артабан өлкә «Комсомолец», «Молот» гәзиттәрендә, «Вечерний Ростов» ҡала гәзитендә сәркәтип булып эшләй.
Ижады
үҙгәртергәВ. Моложавенконың тәүге китабы — «Донские были». Китап 1964 йылда Ростов китап нәшриәтендә сыға. Артабан «Когда полыхали зарницы» (1966), «Тайны донских курганов» (1967) китаптарын ижад итә Мәскәү нәшриәттәрендә уның «Сверстники» (1970), «Голубые родники» (1971) һәм башҡа китаптары баҫыла.
Ул документаль проза жанрында яҙа, тыуған яҡты өйрәнеү менән мауыға. Дондағы Ростовта һәм Мәскәүҙә уның егерменән ашыу китабы донъя күрә. Моложавенконың очерктары «Дон», «Октябрь», «Молодая гвардия», «Юный натуралист», «Донбасс», «Пограничник», «Звезда Востока» журналдарында, «Ветер странствий» альманахында, коллектив йыйыньтыҡтарҙа баҫыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- Медаль «За боевые заслуги».
- Медаль Г. К. Жукова.
- Медаль «Партизанская звезда» (Чехословакия)
- Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60 йыллығына арналған әҙәби конкурс еңеүсеһе.
Хәтер
үҙгәртергә2012 йылда Дондағы Ростов ҡалаһы Стачка проспектындағы № 11/14айортонда уға арнап иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[1][2].
Китаптары
үҙгәртергә- Донские были. Ростов-на-Дону, 1964, 1970;
- Когда полыхали зарницы… Рассказ о жизни и смерти Коли Руднева. Ростов-на-Дону, 1966;
- Тайны донских курганов. Ростов-на-Дону, 1967;
- Сверстники. Док. повесть. М., 1970;
- Голубые родники. От истоков до устья Дона. М., 1971;
- Заветная шкатулка. Предания и легенды. Ростов-на-Дону, 1973;
- Неопалимая купина. М., 1974;
- Повесть о Тихом Доне. Приглашение к путешествию. М., 1976;
- Зачарованный Донец. Путеводитель. Донецк, 1976;
- Гремучий Маныч. Путешествие от Дона до Каспия. М., 1977;
- Красные офицеры. Док. повесть-дилогия о героях Октября. Ростов-на-Дону, 1977;
- Встреча с Донцом. М., 1979;
- Пароль «Белая роза». Повесть-хроника. Ростов-на-Дону, 1979;
- Морозовск. Историко-краеведческий очерк. Ростов-на-Дону, 1981;
- Сурхандарья— земля моего брата. Ташкент, 1981;
- Жаркое солнце Сурхана. М., 1982;
- От Иван-озера до Азовского моря. Путешествие по Дону. М., 1982;
- «Был и я среди донцов…». Записки краеведа. Ростов-на-Дону, 1984;
- Дороги вели в Прагу. Док. очерки. Харьков, «Прапор», 1985;
- Костры памяти. Повесть-хроника. Ростовское изд-во, 1985;
- Чир — казачья река. Приглашение к путешествию по шолоховской земле. М., «Молодая гвардия», 1988;
- Билет на восход солнца. Ростовское изд-во, 1990.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Писатели Дона: библиограф. сб. — Ростов н/Д, 1986. — 413 с. — С. 222—225
- Гордеева Н. С любовью к родной земле / Н. Гордеева // Дон. — 1978. — № 2. — С. 175—178
- Чулкова Е. В депо открыта мемориальная доска / Е. Чулкова// Морозовский вестник. — 2013. — 21 июня. — С. 10 ;
- Джичоева Е. Исповедь поколения / Е. Джичоева // Молот. — 2013. — 19 июля. — С. 20 ;
- Тулуманова Т. Он не хотел ничего выдумывать: из воспоминаний о ростовском писателе В. Н. Семине / Т. Тулманова // Ростов официальный . — 2012. — 7 нояб. — С. 14 ;
- Ремезов А. Различать паровозы «по голосу» / А. Ремезов // Звезда. — 2011. — 11-17 марта. — С. 12.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Владимир Семёнович Моложавенко. Союз писателей России.
- Тайны донских курганов
- Биографии донских писателей 2017 йыл 20 июнь архивланған..