Виноградов Василий Иванович (композитор)

Рәсәй, совет композиторы һәм скрипкасыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
(Виноградов Василий Иванович битенән йүнәлтелде)

Виноградов Василий Иванович (7 ғинуар (19 ғинуар) 1874 йыл, Алабуға — 12 ноябрь 1948 йыл, Ҡазан) — СССР композиторы, скрипкасы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944 йыл). Тәүге татар операһы —«Сания»ның (1925), тәүге башҡорт операһы «Эшсе»нең (1930) авторҙашы (Солтан Ғәбәши һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән берлектә).

Виноградов Василий Иванович (композитор)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 (19) ғинуар 1874 или 1874[1]
Тыуған урыны Алабуға, Алабуға өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) или 1948[1]
Вафат булған урыны Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, скрипкасы
Музыка ҡоралы скрипка
Жанр симфоническая музыка[d] һәм Опера
 Виноградов Василий Иванович (композитор) Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Иванович Виноградов 1874 йылдың 7 (19) ғинуарында Алабуғала табип ғаиләһендә тыуған. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Өфөлә үтә.

1894 йылдан 1899 йылға тиклем Мәскәү университетының юридик факультетында уҡый. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү консерваторияһы профессоры И. В. Гржималиҙан скрипкала уйнау буйынса һәм музыка теорияһы буйынса А. П. Соловцовтан шәхси дәрестәр ала.[2]

Уҡыу йылдарында тәүге әҫәрҙәрен: квартет, вальс, А. А. Литвинов — скрипкасы, дирижёр, артабан Ҡазан музыка училищеһы директоры һәм «Сания» операһының буласаҡ дирижёры етәкселек иткән Мәскәү университеты студент симфоник оркестры өсөн фортепиано пьесаларын яҙған[2].

Е. В. Иванова шиғырына яҙылған Н. В. Гоголь Иҫтәлегенә кантатаһын (1902 йылда) һәм фортепиано өсөн «Һабантуй» музыкаль картинаһын (1904 йылда)[3] Василий Виноградовтың тәүге композиторлыҡ тәжрибәһе тип атарға була.

Уҡыуы тамамланғандан һуң, Өфөлә, Златоустта, Вяткала, Уржумда юрист булып эшләй.

Өфө губернаһында йәшәгән башҡорттар, татарҙар һәм мариҙар араһында музыкаль фольклор өлгөләрен йыя[3].

1921 йылда килә Ҡазанға килә, бында үҙенең ижади, педагогик һәм музыка-йәмәғәт профессиональ эшмәкәрлеге нигеҙендә татар музыка мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итә[4]

1921 йылда Ҡазанда симфоник оркестр өсөн өс өлөштән торған "Татар сюитаһы"н яҙа. 1922 йылда башҡорт фольклоры нигеҙендә - «Шихан»[4] симфоник картинаһын булдыра.

1921 йылдан 1930 йылға тиклем Татар сәнғәт техникумында уҡыта, Татар радиоһы һәм Татар академия театры оркестры дирижёры, Татар АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы сәнғәт эштәре буйынса Идаралыҡ хеҙмәткәре[3].

Солтан Ғәбәши һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән авторҙашлыҡта Татар драма театрында ҡуйылған «Сания» тәүге татар милли операһын (Фәтих Әмирхан либреттоһы, 1925 йыл) һәм «Эшсе» тәүге башҡорт операһын (башҡ. Эшcе) (Мәжит Ғафури либреттоһы, 1930 йыл), шулай уҡ башҡорт, татар халыҡ йырҙары материалына таянып, беренсе симфоник әҫәрҙәрен яҙҙы[5].

1929 йылда В. Виноградов тарафынан симфоник оркестр өсөн «Тантаналы марш» яҙыла[3]

Сәлих Сәйҙәшев 1934 йылдан алып 1938 йылға тиклем Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге студияла уҡыған осорҙа уның урынына дирижёр, композитор һәм Татар академия театрының музыкаль мөдире вазифаһында эшләп тора.[2]

Александр Ключарёв һәм Мөхәмәт Саҙрый менән берлектә «Татар халыҡ йырҙары» (1941)[4] йыйынтығын баҫтырып сығара.

1948 йылдың 12 ноябрендә Ҡазанда вафат була.

Улы — Юрий Васильевич Виноградов — СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, Ҡазан консерваторияһы профессоры. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә