Весёловский һыуһаҡлағысы

Веселовский һыуһаҡлағысыРәсәйҙең Ростов өлкәһендә Маныч йылғаһындағы (Көнсығыш Маныч) һыуһаҡлағыс. 1941 йылда барлыҡҡа килә[2]. Күп йыллыҡ аҡманы көйләй[2].

Весёловский һыуһаҡлағысы
Нигеҙләү датаһы 1941
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Маныч[d], Кесе Егорлык һәм Дон магистраль каналы
Күлдән аҡҡан йылғалар Маныч[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Маныч[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 10 метр
Оҙонлоҡ 98 km
Киңлек 7 km
Майҙан 238 км²
Периметр 500 km
Карта

Нормаль терәк кимәле (НПУ) — 7 м ашыу. Һыуһаҡлағыстың тулы күләме — 1 млрд м³, файҙалыһы — 190 млн м³, һыу өҫтө майҙаны — 238 км²,, уртаса тәрәнлеге — 4,3 м[3].

Веселовский һыуһаҡлағысы көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай [2] Веселый ҡасабаһынан (Веселовский һыуһаҡлағысы) Манычстрой ҡасабаһына тиклем 98 км һуҙыла[4]. Максималь киңлеге 7 км[2]. Үрге ағымында Пролетар һыуһаҡлағысы, түбәнге ағымында — Усть-Маныч һыуһаҡлағысы урынлашҡан.

Һыуһаҡлағыс ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу, балыҡ хужалығы, энергетика һәм һыу транспорты өсөн файҙаланыла[2].

Юловский утарынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 5 км алыҫлыҡта Веселовский һыуһаҡлағысы ярында һуңғы палеолитик торағы Юловский урынлашҡан (16 мең тирәһе йыл элек)[5].

Дөйөм физик-географик ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә

Яр һыҙығының оҙонлоғо яҡынса 500 км. Яр һыҙаты йырғыланған, ҡултыҡтары һыу баҫҡан йырындары тарафынан барлыҡҡа килгән. Һыуһаҡлағыста утрауҙар бар (Рус, Ҙур, Сенькин, Кроличий, Жеребков, Даржинский һәм башҡалар). Төньяҡ яры текә, диңгеҙ кимәленән 19-24 метрға етә (һыу өҫтө кимәленән 9-14). Көньяҡ ярҙары һөҙәк, ҡамышлыҡ баҫҡан[6].

Яр өлөшө аҡ акация ағастары менән нығытылған, һыуһаҡлағыстың төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә дөгө сәсеүлектәре[3]

Гидрографик селтәре насар үҫешкән. Һыуһаҡлағыс Сальск-Маныч ҡалҡыулыҡтар теҙмәһе араһында ята. Һыуһаҡлағысҡа һыу Пролетар һыуһаҡлағысынан, Дон магистраль каналы аша Дондан һәм урындағы ағып төшкән һыуҙарҙан килә[3].

Һыуҙы минераллаштырыу сөсө һыуҙың, күберәк Кубань һыуының Невинномысский каналы аша Егорлык йылғаһына аҡмаһына бәйле[3].

Климаты уртаса континенталь. Климатының континенталлеге арта, ә яуым-төшөм күләме кәмей. Әгәр һыуһаҡлағыс эргәһендә урынлашҡан Веселый ҡасабаһында уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 522 мм, булһа[7], һыуһаҡлағыстың көнсығыш өлөшөнә сиктәш Чепрак ҡултығында урынлашҡан Пролетарск ҡалаһында уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 470 мм тәшкил итә[8]

Климатограмма Весёлого
ЯФМАМИИАСОНД
 
 
42
 
-1.1
-7.1
 
 
35
 
-0.2
-6.8
 
 
33
 
5.4
-2.2
 
 
43
 
16.7
5.9
 
 
58
 
23.3
11.6
 
 
53
 
27.3
15.6
 
 
52
 
29.8
17.7
 
 
43
 
29.1
16.9
 
 
37
 
23.2
11.7
 
 
32
 
14.8
5.8
 
 
45
 
6.9
1.0
 
 
59
 
2.0
-3.3
Температура,°CЯуым-төшөм миҡдары, мм
Сығанаҡ: CLIMAT: Весёлый
Климатограмма Пролетарска
ЯФМАМИИАСОНД
 
 
35
 
-0.9
-7.1
 
 
31
 
-0.2
-7.1
 
 
30
 
5.3
-2.5
 
 
39
 
16.4
5.5
 
 
44
 
23.1
11.4
 
 
49
 
27.4
15.6
 
 
47
 
30.1
17.9
 
 
41
 
29.2
17.1
 
 
32
 
23.3
11.9
 
 
32
 
15.0
5.8
 
 
41
 
6.9
0.8
 
 
49
 
2.1
-3.2
Температура,°CЯуым-төшөм миҡдары, мм
Сығанаҡ: CLIMAT: Пролетарск

Тораҡ пункттары

үҙгәртергә

Веселовский һыуһаҡлағысы яры буйында Веселый ҡасабаһы, Каракашев, Хирный, Русский, Дальний, Дала Ҡурғаны утарҙары урынлашҡан[9]. Чепрак ҡултығы ярында Пролетарск ҡалаһы урынлашҡан.

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Һыуһаҡлағыс һәм уның һыубаҫар туғайҙарында ҡамыш, бүлбеғамыш, екән, ҡамыш, һыуйебәк, мөгөҙьяпраҡ, ҡырҡмател, сәскәғамыш һәм башҡа үҫемлектәр үҫә.

Хайуандар донъяһы 87 төр фитопланктондан, 33[10] балыҡ төрөнән тора. Төп промысла әһәмиәтенә ҡорман, таран, һыла һәм күстерә балыҡтары эйә

Һыуһаҡлағыс территорияһында һәм уның тирә-яғында өс төр амфибия һәм 8 төр һөйрәлеүселәр билдәләнгән (һаҙ гөбөргәйеле, кеҫәртке, туҙбаш, таш йыланы, дала ҡара йыланы).

Веселовский һыуһаҡлағысы ҡоштарҙың күсеү юлында ята, шуның арҡаһында унда бик күп өйрәк, ҡаҙ, аҡҡош, көйөлдө күҙәтелә; ҡашҡабаш, аласабыр өйрәк, аҡсарлаҡтарҙың күпләп осоуы теркәлгән[10].

Биләмәләрҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса Халыҡ-ара Союздың һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына ингән юҡҡа сығыусы һәм һирәк ҡоштарҙың 19 төрө теркәлгән. Ҡоштар араһында — колпица һәм каравайка, ҡара ҡауҙы, кәлмәргән, диңгеҙ бөркөтө, дала бөркөтө, көсөгән, һунағара, бөркөт, сапсан, этала ҡаҙ, аҡбаш өйрәк, ҙур ҡарабаш сарлаҡ, оҙонаяҡ сәпсәү, беҙсуҡыш, төн сәпсәүе, туғаҙаҡ бар[11]. Һирәк һөтимәрҙәр — перевязка һәм эңер миләүшәһе

Веселовский һыуһаҡлағысы Рамсар конвенцияһы йоғонтоһо аҫтына эләккән халыҡ-ара әһәмиәтле һыу-һаҙ статусына эйә[10][12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Донцов, С. По Манычскому фарватеру: О Манычском водном пути, о работе Весёловской пристани / С. Донцов // Зори Маныча. — 1982. — 2 сентября. — С. 3.
  • Нагорный, Б. Западный Маныч: История, природа, будущее // Зори Маныча. — 1986. — 7 ноября. — С. 4.
  • Маныч — в законе: Весёловское водохранилище получило статус угодий международного значения // Весёловский вестник. — 2002. — 7 ноября. — С. 1.
  • Хрипко, В. Шлюзы стоят, но не ржавеют: История гидроузла / В. Хрипко // Зори Маныча. — 2004. — 11 февраля. — С. 4.
  • Глотов, С. Прощание с водосбросом: Владелец водосброса — Весёловский гидроузел / С. Глотов // Зори Маныча. — 2005. — 13 января. — С. 1, 3.
  • Весёловский район: крылатые редкости: О птицах Весёловского района // Зори Маныча. — 2008. — 17 января. — С. 6.