Ҙур ҡарабаш сарлаҡ

Ҙур ҡарабаш сарлаҡ (лат. Larus ichthyaetus) — сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош.

Ҙур ҡарабаш сарлаҡ
Ҙур ҡарабаш сарлаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Larus ichthyaetus Pallas, 1773

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144209

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176855
NCBI  126702
EOL  1049309
Larus ichthyaetus

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Бөтә Ер шарында таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 57—60 см, ауырлығы — 2 кг тиклем, ҡанатының ҡоласы — 170 см тиклем. Башы бәрхәт-ҡара төҫтә, күҙе тирәләй ҙур булмаған аҡ таптары бар, күҙ ҡабағының ситтәре сағыу ҡыҙыл. Суҡышы һары, осона табан ҡыҙыл төҫтә, ҡара таҫмалы. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанат остары ҡара. Муйыны, ҡойроҡ өҫтө, ҡойроғо һәм ҡорһағы аҡ. Аяғы һары йәки йәшкелт һары. Йәш ҡоштарҙың башы асыҡ төҫтә, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрәнһыу һоро (ҡауырһын остары асыҡ төҫтә), аҫты — аҡ. Моногам.

Үрсеүе үҙгәртергә

Колониялар менән оя ҡора. Ояһы — ылымыҡтар менән үлән түшәлгән бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 3 һорғолт шәмәхә һәм ҡарағусҡыл таплы һарғылт йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Балыҡ, ҡайһы берҙә ваҡ кимереүселәр, бөжәктәр, һыу ҡоштарының балалары менән туҡлана.

Йәшәйеше үҙгәртергә

Ярымсүл, дала, һирәгерәк урманлы далаларҙың тоҙло һәм аҙ тоҙло күлендә, һыуһаҡлағыстарҙа тереклек итә. Йылы яҡҡа киткәндә-ҡайтҡанда, күсеп йөрөгәндә Башҡортостан Республикаһы Ҡарағайлы, Сыбаркүл, Талҡаҫ күлдәренең тирә-яғында осрай. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция тергеҙелә
Төр тураһында мәғлүмәт
Ҙур ҡарабаш сарлаҡ

ИПЭЭ РАН сайтында