Кеҫәрткеләр
кеҫәрткеләр | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иллюстрация из книги «Kunstformen der Natur» Эрнста Геккеля (1904). | ||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||
|
||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||
Lacertilia | ||||||||||
Инфраотряды | ||||||||||
| ||||||||||
|
Кеҫәртке — оҙонса кәүҙәһе ҡаты тәңкә ҡау менән ҡапланған оҙон ҡойроҡло, йылғыр хәрәкәтле, һөйрәлеүсе ваҡ йәнлек.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҺөйрәлеүселәр отряды. 20‑нән ашыу ғаиләһе, 4300 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа таралған. Башҡортостанда орсоҡ йыландар (орсоҡ йылан) һәм ысын кеҫәрткеләр (бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке) ғаиләһенә ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе валик формаһында, тығыҙ, ян-яҡтан ҡыҫылған йәки цилиндр һымаҡ, оҙонлоғо 15‑тән алып 45 см тиклем, мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тиреһе ҡоро, биҙһеҙ. Ата сос кеҫәртке арҡаһы башлыса йәшел төҫтә (инә кеҫәртке — һоро), ҡорһағы аҡ йәки тоноҡ йәшел, ҡара таплы; бала тыуҙырыусы кеҫәртке кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрән төҫтә, ҡарағусҡыл йәки асыҡ һыҙатлы, ата кеҫәртке аҫҡы өлөшө ҡыҙғылт һары, инә кеҫәртке — аҡһыл һоро йәки йәшкелт. Башы бәләкәй, муйынынан аҙ айырылған, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән, айырым. Конус формаһындағы ваҡ осло тештәре, ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы үҫешкән, Якобсон ағзаһы (төрән-танау ағзаһы) бар. Аяғы биш бармаҡлы йәки бармаҡһыҙ (орсоҡ йылан). Бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке боттарының эске яғында күҙәүҙәр урынлашҡан, уларҙан үрсеү осоронда мөгөҙләнгән күҙәнәктәр бүленеп сыға. Күп кәҫәрткеләр ҡурҡыныс тыуғанда ихтыярһыҙ рәүештә ҡойроғоноң бер өлөшөн өҙөп ҡаса, ҡайтанан үҫкәне ҡыҫҡараҡ була.
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәЕнси диморфизм хас: ата кеҫәртке ҡойроғо оҙонораҡ. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Аталаныу эстә була. Инә кеҫәртке соҡорға 6—12 йомортҡа һала (сос кеҫәртке) йәки балаларын йоҡа үтә күренмәле тышсала тыуҙыра (бала тыуҙырыусы кеҫәртке). 5 йылға яҡын йәшәй. Көндөҙ, һирәгерәк эңерҙә әүҙем. Сентябрь аҙаҡтарында имеҙеүселәрҙең өңдәренә, ағас тамырҙары аҫтындағы бушлыҡтарға инеп ҡышлай, май башында сыға. Ер өҫтө умыртҡаһыҙҙары (балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, үрмәкселәр, бөжәктәрҙең балағорттары һәм имаголары) менән туҡлана. Сос кеҫәртке даланың ҡоро ҡояшлы урындарында, урман аҡландарында, уба битләүҙәрендә, бала тыуҙырыусы кеҫәртке республиканың бөтә биләмәһендә киң япраҡлы урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. Орсоҡ йылан Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Кеҫәрткеләр геральдикала
үҙгәртергәКеҫәртке Учалы ҡалаһы гербында урынлашҡан.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- Хабибуллин В. Ф. Фауна пресмыкающихся Республики Башкортостан. Уфа, 2001.