Верхотор баҡыр иретеү заводы

баҡыр иретеү производствоһы

Верхотор баҡыр иретеү заводы  — XVIII быуаттың 50-се йылдарынан 1913 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Верхотор ауылында эшләгән завод.

Верхотор баҡыр иретеү заводы
Тармаҡ Металлургия сәнәғәте[d] һәм төҫлө металлургия
Нигеҙләү датаһы 1759
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Продукция Баҡыр һәм Черновые металлы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1913
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300633001объект № 0300633001
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300633002объект № 0300633002

Барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә
 
1855 йылда төҙөлгән күпер

Башҡортостан Республикаһы территорияһы файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай, баҡыр ҙа шулар иҫәбенә инә. Диңгеҙ һыуына ағып төшкән гидротермаль иҙмәләрҙән йылы диңгеҙ төбөндә баҡыр ятҡылығы барлыҡҡа килгән[1].

Верхотор баҡыр иретеү заводы 1759 йылда Тор йылғаһында (Нөгөштөң ҡушылдығы) төҙөлә. Завод төҙөү өсөн ерҙәр Нуғай юлының Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамьян һәм Юрматы улустары башҡорттарынан һатып алына. Заводты Сембер сауҙагәрҙәре И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников төҙөй. Улар 1745 йылда Тор йылғаһы буйында, Верхоторҙан 11 километр алыҫлыҡта ятҡан Воскресенск заводына ла нигеҙ һала[2]. Верхотор баҡыр иретеү заводы Верхотор тау округына, ә 1900 йылдан Воскресенск округына инә.

XVIII быуат аҙағына завод 29 мең дисәтинә ерҙе биләй. 1772 йылда заводта 1548 эшсе эшләй, XVIII быуат аҙағына 78 оҫта һәм сословиела торғандар, 541 крепостной крәҫтиән, ә XX быуат башында 146 эшсе иҫәпләнелә. Үҙ милкендәге һәм һатып алынған крәҫтиәндәр оҫталар һәм сословиела торғандар иҫәбенә инә; ярҙамсы эштәр үҙ крәҫтиәндәре һәм ялланған хеҙмәткәрҙәргә (улар араһында башҡорттар ҙа була) йөкмәтелә. Воскресенск заводы хужалары А. И. һәм Н. А. Дурасовтар (1783—1804), Д. И. Пашковтар (1804 йылдан) Верхотор баҡыр иретеү заводы хужалары ла була. 1913 йылда Верхотор заводы ябыла. Элек заводта эшләгән кешеләр йәшәгән тораҡ пункты территорияһында Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Верхотор ауылы урынлашҡан.

Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында завод баш күтәреүселәр ҡулында була. Был ваҡытта заводта орудиелар һәм ҡоралдар етештерелә. 1774 йылдың яҙында завод емертелә, өс йылдан һуң ғына ул эшләүен дауам итә. Завод эргәһендә сиркәү, училище, ике һыу тирмәне эшләй. 1913 йылда Верхотор баҡыр иретеү заводы ябыла. Хәҙер завод идаралығы бинаһы (1759) һәм келәт (1867), завод күпере (1855) — архитектура ҡомартҡыһы. Завод идаралығы һәм келәт биналары ваҡыт үтеү менән ярым емерек хәлгә килә.

Завод ҡорамалдары

үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында 3 баҡыр иретеү мейесе, 3 тимерлек усағы, 3 сүкеү машинаһы ҡулланыла. XIX быуат башында 6 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер һәм 2 шплейзофен сүкеү машанаһы була[3]. Заводтың 140 баҡыр руднигы була.

Продукция

үҙгәртергә

Төрлө ваҡытта (1856, 1857, 1860) йылына заводта 3 боттан 19 мең ботҡа тиклем баҡыр етештерелә. 154 йыл эшләү дәүерендә заводта дөйөм алғанда бөтәһе 1,6 млн бот таҙа баҡыр етештерелә. 1889 йылда завод иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә, бер йыл эсендә 16,9 бот баҡыр иретелә. Ҡарғалы рудниктары ярылыланыу сәбәпле, XIX быуат аҙағында заводта баҡыр иретеү производствоһы ябыла. 1912—1913 йылдарҙа бында баҡыр бөтөнләй иретелмәй.

  • Мичурина Г. Р. Верхотор начинался с завода / Г. Р. Мичурина. Уфа : Информреклама, 2008.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории южно-уральских горных заводов XVIII—XIX веков: Историко-краеведческие очерки. Ч. 1. Уфа, 1985.
  • Черноухов А. В. История медеплавильной промышленности России XVIII—XIX вв. Свердловск, 1988.
  • Кулбахтин, Назир Мурзабаевич. Горнозаводская промышленность в Башкортостане XVIII век / Н. М. Кулбахтин. — Уфа : Китап, 2000. — 277, [2] с. : ил.; 21 см; ISBN 5-295-02295-1

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә