Венгрияла ислам — 12-се быуатҡа барып тоташҡан оҙайлы тарихҡа эйә осор. Ғосманлы Венгрия заманында мосолмандарҙың йоғонтоһо үҫә. Иҫке венгр телендә мосолмандарҙы бөсөрмән (рус. бёсёрмень) тип йөрөткәндәр. Был термин фамилия булараҡ та, Хайдубёсёрмень ҡалаһы исемендә лә һаҡланған.

Венгрияла ислам

Шиклош ҡалаһындағы мәсет
Мосолмандар һаны

от 3 000-дән 20 000-гә тиклем

Ислам дәүләттәре

Ғосманлы Венгрия (1541—1699)

Викисклад

Islam in Hungary

Иртә Урта Быуаттар

үҙгәртергә

Билдәле булыуынса башҡорттарҙың бер өлөшө Венгрияға күсеп килгән. Яҡут әл-Хәмәүи (1179—1229) буйынса башҡорттар Венгрияға күскәнгә тиклем Болғар илендә йәшәгән һәм ислам динен тотҡан[1]. Шулай итеп Венгрияның мосолман ойошмаһын телгә алған беренсе ислам авторы Яҡут әл-Хәмәүи була, ул Алеппола уҡыған Венгриянан килгән студент тураһында яҙған. Студент һүҙҙәренсә, Венгрияла 30 мосолман ауылы булған[2]. . Испания сәйәхәтсеһе Әбү Хәмид әл Ғәрнати Венгрияның ике мосолман ойошмаһы: бөсөрмәндәр һәм Волга булғарҙары тураһында яҙған.

11-се быуатта дискриминациялы закон ҡабул ителеү йәмәғәттең юғалыуына килтерә[3].

Ғосманлы Венгрия

үҙгәртергә
 
Венгрия 1683 йылда

Берләшкән венгр-чех-хорват ғәскәрҙәре Мохач эргәһендәге алышта еңелгәндән һуң 1526 йылдың 29 авгусында венгр еренең күпселек өлөшө Ғосман империяһы власына эләккән. 1541 йылдан төрөктәр Үҙәк Венгрияны контролдә тота башлай, унда улар биш эйәләт (рус. эялет) ойошторған булған (Буда, Канижа, Темешвар, Эгер, Варад).

Төрөктәр буйһондорған Венгрия ерҙәрендә яңы өлкә — 1526—1699 йылдарҙа йәшәп килгән Ғосманлы Венгрия барлыҡҡа килә. Венгрияның көньяҡ-көнсығышындағы крәҫтиәндәр төрөктәр килеүен урындағы феодалдарҙың көс еткеһеҙ һалымдарынан азат итеү тип ҡарағандар. Венгр крәҫтиәндәрен үҙ яғына йәлеп итергә тырышып, төрөктәр уларҙың тормышоноң күп кенә өлкәләрен либералләштерә. Ул ваҡыттағы Европа католиктары һәм протестанттары араһындағы ҡанлы низағтарҙан айырмалы булараҡ, төрөктәр диндең береһен дә тыймаған, шул уҡ ваҡытта ислам ҡабул итеү төрлө юлдар менән хупланылған.

Һуғыштан һуңғы осор буталсыҡлығы һәм яңы мосолман йәмәғәтселеге барлыҡҡа килеү менән файҙаланып, ислам динен ҡабул иткән күп кенә ябай венгрҙар (мадьярабтар) Ғосман империяһының хәрби сословиеһы карьера баҫҡысы буйлап күтәрелә алғандар. Төньяҡ венгр ерҙәрендә йәшәүселәр төрөктәргә ҙур ҡаршылыҡ күрһәткән, гайдук отрядтары ойошторған. Күптәр шулай уҡ күрше словак ерҙәренә төньяҡҡа табан ҡасҡан. Венаның уңышһыҙ ҡамалышынан һуң Австрия немецтары төрөктәргә ҡаршы тағы ла киҫкенерәк ғәмәлдәргә тотона, Балҡан ярымутрауында әкренләп «реконкиста» башлана. Мохач һуғышынан һуң Европа милләттәре Европаның исламлашыуы ҡурҡынысына ҡаршы тороу маҡсаты менән берләшергә ынтылыш яһай башлай. Был стратегия 1571 йылда Лепанто эргәһендәге алышта тәүге уңыш килтерә.

Бынан тыш, үҙенең тәүге уңышына ҡарамаҫтан, тап бына Венгрияла төрөктәр беренсе тапҡыр Көнбайыш Европа социаль-сәйәси структураһы менән осрашҡан, ул көслө немец йоғонтоһона эйә булған һәм Балҡан төбәгендәге грек-славян йүнәлешле һәм төрөктәр тарафынан еңел буйһондоролған дәүләттәрҙән ныҡ ҡына айырылып торған.

Венгрияның алыҫ урынлашҡан булыуы арҡаһында Төркиә оккупацияһы халыҡтың милли, дини һәм тел составының радикаль алмашыныуына алып килмәгән, әммә ваҡыт үтеү менән дини йәһәттән өҙөклөктәр һиҙелерлек килеп сыҡҡан. Мосолмандар 80 меңгә яҡын кеше, күбеһенсә көньяҡ славян һуғышсылары, башлыса Венгрияның ҙур ҡалаларында, ҡәлғә диуарҙары менән һаҡлаулы ерҙәрҙә урынлаша. Һәр ҡалала мәсеткә ҡараған мосолман кварталы ла, сиркәүгә ҡараған христиан районы ла булған.

Христианлыҡ тыйылмаған һәм эҙәрлекләнмәгән, сөнки төрөктәр урындағы халыҡтың асыуын сығарырға теләмәгән, ләкин христиан сиркәүе йәшәрлек килемһеҙ ҡалған. Ул дәүләттең финанс ярҙамынан мәхрүм ителгән, ә империяның христиан халҡы (райя) махсус һалым (жизйә) түләргә тейеш булған. Ә элек был аҡса сиркәү дисәтинәһенә ебәрелеп торған.

Күп кенә ҙур ҡала сиркәүҙәре мәсеткә әйләндерелә, уларға манаралар ҡуйыла.

Мосолмандар яңы идара итеүсе синыфтың нигеҙен тәшкил иткәнлектән һәм байтаҡ мөлкәткә эйә булғанлыҡтан, гайдуктар яғынан һөжүмдәрҙән ҡурҡҡандар, ҡаланан-ҡалаға хәрби конвойҙар алып ҡына хәрәкәт иткәндәр. Венгрияның ауыл төбәктәре, шулай уҡ Балҡандағы бөтә ауыл хужалығы (беренсе сиратта үҫемлекселек), төрөктәр ваҡытындағы миграция процесстары, хәрби хәрәкәттәр, партизандар активлығы һәм хроник ришүәтселеккә батҡан урындағы үҙидараның һөҙөмтәле эшләмәүе арҡаһында бөлгөнлөккә төшә.

Боронғо венгрҙар төрөктәр Үҙәк Европаға килгәнсе үк уларҙан алған күсмә малсылыҡ тармағы, киреһенсә, яңыра. Эре ҡала биләмәләре шул уҡ ваҡытта үҫешкә стимул ала, яңы көнсығыш йоғонтолары туплана бара. XVII быуатта ғосманлы Венгрияның 39 ҡала биләмәһендә 165 төп мәктәп, 77 урта һәм юғары теологик мәктәп (мәҙрәсә) барлыҡҡа килә. Мәктәптәрҙә яҙма, арифметика, Ҡоръән һәм доғалар уҡырға өйрәтелә. Төрөктәр шулай уҡ һаммам (төрөк мунсалары), мәсеттәр һәм фонтандар төҙөгән. Уларҙың күбеһе Балҡан «реконкиста»һы барышында Австрия Габсбургтары тарафынан юҡ ителгән. Беҙҙең көндәргә бик әҙ генә ҡомартҡылар килеп еткән.

Венгрия дворяндарының шаҡтай күп өлөшө һәм ер биләүселәрҙең байтаҡ өлөшө һәләк булыуы йәки күсеп китеүе арҡаһында, ҡайһы бер ябай венгрҙар Төркиә хәрби-административ аппараты биргән яңы мөмкинлектәрҙән файҙаланып, исламға күсәләр, солтанға хеҙмәткә инәләр һәм урындағы үҙидараның ҙур ғына мөмкинлектәренән файҙаланалар. Уларҙың ҡайһы берҙәре (мадьярабтар) империяның башҡа райондарына күсеп, төрөк этносының бер өлөшө булып киткән. Әсирлектәге күп кенә венгрҙар Румелияла һәм Анатолияла ҡоллоҡҡа һатылған.

Хәҙерге заман

үҙгәртергә
 
Хәсән Паша мәсете. Печ

2001 йылда Венгрияла халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса илдә 3201 мосолман йәшәгән, был халыҡтың 0,03 % — ын тәшкил итә[4]. Венгрияның Ислам йәмәғәте лидеры Золтан Болек 2004 йылда мосолмандар һанын 20 меңгә яҡын (дөйөм халыҡтың һанының 0,2 % — ы) тип билдәләгән булған[5].

2011 йылда «Дин тотоу һәм намыҫ иркенә хоҡуҡ тураһында, сиркәүҙәрҙең, конфессияларҙың һәм дини ойошмаларҙың хоҡуҡи статусы тураһында» закон ҡабул ителә, ул юридик яҡтан бары тик 14 сиркәү һәм дини йәмғиәттәрҙе генә таный. Бер төрлө лә танылыу алмаған дини йәмғиәттәр өсөн яңы закон тулы хоҡуҡи статус алыуҙы айырым тәртиптә яйға һала.

2013 йылдың февраль аҙағында Венгрияның Конституция суды сиркәүҙәргә рәсми статус биреү тураһында ҡанундың айырым өлөштәрен ғәмәлдән сығара һәм Венгрия парламентына дини ойошмаларҙы теркәүҙең яңы ҡағиҙәләрен эшләүҙе йөкмәтә[6].

2013 йылдың майында Печ ҡалаһындағы Хәсән Паша мәсетендә венгр рәссамы Цегледи Лайоштың күргәҙмәһе үтә, ул ислам дине нигеҙҙәренә бағышланған була[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аҡбулатов И. М. Якут // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. «The Islamic Review», London, February 1950, 38th vol., No.2
  3. Ladislaus I law
  4. nepszamlalas.hu 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  5. Hungarian terror group received Saudi funding 2009 йыл 5 июнь архивланған. jihadwatch.org
  6. Конституционный суд Венгрии отменил спорные статьи закона о регистрации церквей. Институт религиозной свободы (12 март 2013). Дата обращения: 7 сентябрь 2013.
  7. Выставка , посвященная столпам исламской веры. islam-today.ru (14 май 2013). Дата обращения: 7 сентябрь 2013.