Вебер Валериан Николаевич
Валериан Николаевич Вебер - (1871 йылдың 14 (26) сентябре, Петербург - 1940 йылдың 20 ғинуары, Ленинград), Рәсәй геологы һәм палеонтологы.
Вебер Валериан Николаевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Биографияһы
үҙгәртергә1897 - Санкт-Петербургтағы Тау институтын тамамлай.
1917-1918 - Геология комитетының беренсе һайланган директоры.
1920 - Ленинград тау институты профессоры.
1923 - «Полевая геология» курсын баҫтыра. (Геологик тикшеренеү ысулдары. (Ялан геологияһы), 3 сө баҫма, Л. - М., 1937).
1925 - бер төркөм фекерҙәш-уҡыусылары менән берлектә таулы Төркөстандың геологик картаһын төҙөй.
1937 - Геология һәм минералогия фәндәре докторы.
1939 - РСФСР-ҙың почетлы фән һәм техника эшмәкәре.
1900 йылдан үлеменә тиклем ул Геология комитетында эшләй (һуңыраҡ Бөтә Рәсәй фәнни тикшеренеүҙәр геологик тикшеренеү институты ).
Төп хеҙмәттәре Үҙәк Азияның геологик төҙөлөшөн һәм файҙалы ҡаҙылмаларын өйрәнеүгә арналған. Ғалим нефть, арсен, ҡурғаш, күмер һ.б. сығанаҡтарын аса.
Валериан Николаевичтың Челекен утрауы буйынса монографияһы ҙур әһәмиәткә эйә, ул сейсмолог булараҡ билдәле - Андижан, Ахалкалак һәм Шемаха ер тетрәүҙәрен өйрәнә.
Валериан Вебер трилобиттар палеонтологияһы буйынса ҙур хеҙмәттәр авторы.
Валериан Николаевич Вебер Ленинградта 1940 йылдың 20 ғинуарында вафат була. Волков зыяратында ерләнгән[2] [3]
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Улы - Вебер, Василий Валерианович (1900-1987) - геолог-.нефтсе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вебер Валериан Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Могила В. Н. Вебера на Волковском кладбище . Дата обращения: 27 апрель 2012. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Надгробие В. Н. Вебера
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Марковский А. Валериан Николаевич Вебер // «Записки Всероссийского минералогического общества. Вторая серия». — 1940. — Т. 69. — Вып. 1.
- Вебер, Валериан Николаевич — статья из Большой советской энциклопедии.