Васенина Тамара Петровна

Васенина Тамара Петровна (15 ғинуар 1933 йыл) — Иваново өлкәһе Фурманов районы «Заря» совхозының баш зоотехнигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Васенина Тамара Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Иваново өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 21 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Иваново, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Тамара Петровна Васенина (ҡыҙ фамилияһы Дубкова) 1933 йылдың 15 ғинуарында Иваново өлкәһе Шуйский районы Боняково ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1950 йылда шул уҡ районда урынлашҡан Колобово ауылында урта мәктәпте тамамлағас, институтҡа уҡырға инә.

Иваново ауыл хужалығы институтының зоотехния бүлеген тамамлағай. Йүнәлтмә менән шул уҡ өлкәлә урынлашҡан Фурмановский районындағы «Заря» совхозында зоотехник булып 18 йыл эшләй. Бында кейәүгә сыға һәм Васенина булып китә. Совхоз кострома тоҡомло һөт малы үрсетеү буйынса махсуслашҡан була. Хужалыҡ ауыр хәлдә була: һыйыр аҙбарҙарында санитария шарттары тураһында хыялланырға ғына тура килә, аҙыҡ етмәй, бер һыйыр башына йыл һауымы 1800 килограмдан артмай.

Тәүге ун йылда йәш зоотехник селекция — көтөү һанын арттырыу һәм һайлап алыу эше менән шөғөлләнә. 1965 йылға эре мөгөҙлө мал һаны 800 баштан 2,5 мең башҡа тиклем арта. Һәр һыйырҙан уртаса һөт һауым 4 мең килограмға яҡынлаша. Һөт ҡуйылығы буйынса ла хужалыҡ өлкәлә иң яҡшы күрһәткес бирә. Һәм был малсыларҙың тырыш хеҙмәте, коллектив менән оҫта етәкселек итеү һәм хужалыҡты һаҡсыл алып барыу һөҙөмтәһе була.[1]

1966 йылдың 22 март указы менән малсылыҡты үҫтереүҙә, ит, һөт, йомортҡа, йөн һәм башҡа продукция етештереү һәм әҙерләп тапшырыу буйынса өлгәшкән уңыштары өсөн, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Васенина Тамара Петровнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Һуңғараҡ Т. П. Васенина совхоздың баш зоотехнигы, директоры булып эшләй. «Заря» малсылары үҫтереү «затлы» тоҡомдо үҙ фермаһы өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә үҫтергән, һәм ул тоҡом өлкәнең башҡа хужалыҡтарына ла, унан ситкә лә таралған. 1971 йылда Васенина Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.

1972 йылда һөт-ит совхоздар тресына директор урынбаҫары вазифаһына күсерелә. Артабан «Овощепром» тресында һәм һуңғараҡ «Ивановский» совхозында баш зоотехник булып эшләй. 1979 йылдан, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Иваново ауыл хужалығы институтында хеҙмәт итә, доцент ғилми дәрәжәһенә эйә була. Уның иҫәбендә тиҫтәнән ашыу фәнни хеҙмәт, үҙәк һәм өлкә матбуғатындағы сығыштары[2].

Иваново ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа үләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • миҙалдар

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Герои земли шуйской. Шуя. 2008
  • Знаменосцы рабочего края. Ярославль, 1987.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Герои земли шуйской. Шуя. 2008
  2. Знаменосцы рабочего края. Ярославль, 1987.