Ваксман Зельман Абрахам

Ваксман Зельман Абрахам (ингл. Selman Abraham Waksman; 22 июля 1888[8], Яңы Прилука, Бердичев өйәҙе, Киев губернаһы[9], Рәсәй империяһы — 16 августа 1973, Вудс-Хол, Массачусетс, АҠШ[8]) — АҠШ микробиологы һәм биохимигы. Физиология йәки медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1952).«Cтрептомицинды,туберкулёзды дауалауҙа һөҙөмтә биререлек беренсе антибиотикты, асҡан өсөн» Нобель премияһын тапшырғанда Швецияның Каролин институтынан (швед. Karolinska Institutet, ингл. Karolinska Institute) Арвид Волгрен Ваксманды кешелеккә иң күп изгелек эшләгән бөйөк кешеләрҙең береһе тип атай.

Ваксман Зельман Абрахам
ингл. Selman Abraham Waksman
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 июль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Новая Прилука[d], Q12144175?, Бердичевский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][4][5][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Вудс-Хол[d], Барнстабл[d], Массачусетс, Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Woods Hole Village Cemetery[d]
Һөнәр төрө биолог, биохимик, автобиограф, табип, микробиолог, университет уҡытыусыһы, уйлап табыусы, фармаколог, химик, ботаник
Эшмәкәрлек төрө биохимия һәм микробиология
Эш урыны Ратгерский университет[d]
Экспериментальная сельскохозяйственная станция Нью-Джерси[d]
Уҡыу йорто Калифорнийский университет в Беркли[d]
Ратгерский университет[d]
Аспиранттар Elizabeth Machin cola de rana[d]
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d][7], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы һәм Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе микробиология
 Ваксман Зельман Абрахам Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Винница ҡалаһынан алыҫ булмаған Яңы Прилука ауылында Яков һәм Фрейда Ваксман (ҡыҙ фамилияһы Лондон) ғаиләһендә тыуған. Ауылдағы хедерҙы һәм Одесса 5-се гимназияны тамамлай. 1910 йылда АҠШ-ҡа китә. Бер аҙ ваҡыт Нью-Джерси штатында туғандарының фермаһында йәшәй. Ауыл хужалығы колледжында уҡығанда тупраҡ микробиологияһын өйрәнә.Тәбиғәт фәндәре магистры дәрәжәһен ала (1915). 1918 йылда химию ферментов в Берклиҙа Калифорния университетында ферменттар химияһын өйрәнгәндән һуң, фән докторы була. Бынан һуң ул Нью-Джерси штатындағы Ратгер университетында эшләй. 1925 йылда адъюнкт-профессор, 1931 йылда— профессор вазифаһына тәғәйенләнә[10].

1932 йылда Америка туберкулёз менән көрәш ассоциацияһы Зельман Ваксмандың туберкулёз таяҡсаларының тупраҡта тарҡалыу процесын өйрәнеүен һорай. Ғалим был процесс өсөн антагонист- микробтар яуап бирә тигән һығымта яһай. 1930 йылдар аҙағында Зельман Ваксман микробиология өлкәһендә алынған тикшеренеү һөҙөмтәләрен төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланыу менән бәйле яңы программа эшләй. Дүрт йыл буйы Ваксман коллегалары менән тупраҡтағы бактерияларға йоғонто яһай алған антибиотиктар эҙләп, ун меңгә яҡын микроорганизмды тикшерә. 1940 йылда ғалимдар организмды ағыулаусан актиномицинды айырып ала. Ике йылдан улар стрептотрицинды — туберкулёзды булдырыусыларға ҡаршы тора алған антибиотикты айырып алыуға өлгәшә.

1943 йылда Ваксман ҡулы аҫтында эшләгән Альберт Шац[en] стрептомицинды айырып ала. 1946 йылда, бер нисә йыл тикшергәндән һуң стрептомицин туберкулёз һәм маха ауырыуынан (лепра, проказа) дауалағанда ҡулланыла башлай. Стрептомицин сульфаниламидлы препараттарға һәм пенициллинға бирешмәгән бактерияларға ҡаршы көрәшә алғанлыҡтан, бик ҙур әһәмиәткә эйә була. Стрептомицинды табыу башҡа ғалимдарҙы яңы антибиотиктар эҙләргә мәжбүр итә. Дарыуҙарҙың ошо йүнәлешен үҫтереүҙә Зельман Ваксман бик ҙур роль уйнай. Фармацевтик компания стрептомицинды һатҡан аҡсаны бүлгәндә стрептомицинды асҡан Шац менән антибиотиктар эҙләү методикаһын эшләгән Ваксман араһында аңлашылмаусылыҡ барлыҡҡа килә, эш судҡа барып етә. Фәнни журналдағы мәҡәлә һәм был асышты һүрәтләгән патент төп авторҙар тип уларҙың икеһен дә атай[11].

Һөҙөмтәлә Шац килемдең бер өлөшөн ала, тик Ваксман менән ары бергә эшләй алмай. 1952 йылда Ваксман Физиология йәки медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты була («стрептомицинды, туберкулёзды дауалауҙа һөҙөмтә биререлек беренсе антибиотикты, асҡан өсөн» (Шацҡа Нобель премияһы бирелмәй).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

  • 1947 —Амори призы
  • 1947 —Пассано бүләге
  • 1948 — Медицина өлкөһендәге фундаменталь тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы («For studies of the antibiotic properties of soil bacteria leading to the discovery of streptomycin»)[12]
  • 1949 —Джон Скотт миҙалы
  • 1950 — Левенгук миҙалы
  • 1950 — Почётлы легион ордены кавалеры
  • 1952 — Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (туберкулёзды дауаларға мөмкинлек биргән антибиотик-стрептомицинды асҡан өсөн («For his discovery of streptomycin, the first antibiotic effective against tuberculosis»)
  • 2005 — исеме Милли тикшеренеүселәрҙең дан залына (Национальный зал славы изобретателей[en]) индерелә.

Льеж һәм Ратгер университеттары почетлы докторы. Америка милли фәндәр академияһы , Америка биологтары тикшеренеүселәр йәмғиәте, Америка тупраҡты өйрәнеүселәр фәнни йәмғиәте, Америка химиктар йәмғиәте һәм Эксперименталь биология һәм Медицина йәмғиәте ағзаһы.

Уның хөрмәтенә микробиология өлкәһендә Зельман А.Ваксман премияһы ( Selman A. Waksman Award in Microbiology) булдырылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #117725544 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  4. 4,0 4,1 Selman Abraham Waksman // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Selman Waksman // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Selman Abraham Waksman // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  8. 8,0 8,1 The Foundation and Its History (ингл.). Waksman Foundation for Microbiology. Дата обращения: 10 июнь 2016. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Прилука Новая // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  10. Еврейская Украина: 10 фактов о евреях Винницы. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2016 года.
  11. Pringle, Peter (June 11, 2012). «Notebooks Shed Light on a Discovery, and a Mentor’s Betrayal». The New York Times. Просмотрено 11 июня 2012. (инг.)
  12. 1948 Lasker Awards | The Lasker Foundation

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Лауреаты Нобелевской премии, энциклопедия, т.1—2, Москва, Прогресс, 1992
  • Российская еврейская энциклопедия, Т. 1—3, Издательство «Эпос», Москва, 1994—1997
  • Краткая еврейская энциклопедия, т. 1—11, Иерусалим, 1976—2005
  • Alan Symons. The jewish contribution to the 20-th century, Polo Publishing, London, 1997
  • Всемирный биографический энциклопедический словарь, Москва, БРЭ, 1998
  • С. А. Фридман, Евреи-лауреаты Нобелевской премии, Краткий биографический словарь, Дограф, Москва, 2000, ISBN 5-93431-011-9

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Нобелевская премия по физиологии и медицине Лауреаты 1951-1975