Вадсё
Ва́дсё (норв.Vadsø, фин.Vesisaari, с.-саамск. Čáhcesuolu) — Норвегияла ҡала һәм коммуна, Финнмарк фюлькаһының үҙәге. Халыҡ һаны — 6 186 кеше. Ҡала Варангер ярымутрауының көньяҡ ярында урынлашҡан. Вадсёла дәүләт әһәмиәтендәге аэропорт һәм диңгеҙ порты урынлашҡан.
Вадсё | |
норв. Vadsø | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1838 |
---|---|
Этнохороним | vadsøværing[1] һәм vadsøværing[1] |
Рәсми тел | букмол[d] |
Дәүләт | Норвегия[2] |
Административ үҙәк | Vadsø[d] |
Административ-территориаль берәмек | Финнмарк[d][3] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Vadsø[d] |
Хөкүмәт башлығы | Wenche Pedersen[d][4] |
Халыҡ һаны | 5593 кеше (1 ғинуар 2023)[5] |
Туғандаш ҡала | Мурманск |
Сиктәш | Ботсфьорд[d], Вардё, Тана (коммуна), Nesseby[d], Berlevåg[d] һәм Сёр-Варангер |
Ҡулланылған тел | букмол[d] |
Майҙан | 1257,85 км² (1 ғинуар 2020)[6] |
Рәсми сайт | vadso.kommune.no |
Число домохозяйств | 2738[7] |
Вадсё Викимилектә |
Ҡалала дәүләт теле- һәм NRK радиоканалы филиалы эшләй, шулай уҡ үҙенең Varangerradio радиостанцияһы бар. Көн һайын ҡалала Finnmarkena гәзите һәм аҙналыҡ Varangeren гәзите баҫылып сыға.
Тарихы
үҙгәртергә1500 йылда хәҙерге ҡала урынындағы ултыраҡ яҡындағы утрауҙарҙа урынлашҡан балыҡсылар ауылынан һәм сиркәүҙән торған. Һуңыраҡ ауыл материкҡа күскән.
Ҡала статусы биләмәгә 1833 йылда бирелә, шунан һуң Финляндиянан һәм төньяҡ Швециянан күскенселәр килеп төпләнә. Фин теле күптәрҙең теленә әйләнә, ул тиҫтәләгән йылдар һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер ғаиләләрҙә фин теле һаман да ҡулланыла.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланы оккупациялаусы фашист ғәскәрҙәре позицияһын Советтар Союзы авиацияһы утҡа тота, был һөжүмдән Вадсё зыян күрә. Шуға ҡарамаҫтан, Финмарктағы күп урындарҙан айырмалы рәүештә,ҡала үҙәгендә XIX быуаттың ағас йорттары һаҡланған.
Мәҙәниәте
үҙгәртергәВадсёла йыл һайын джаз фестивале — Varangerfestivalen үтә, унда бөтә донъянан башҡарыусылар йыйыла. Ә 2004 йылдан крабтарға арналған ҡалала һәм донъяла берҙән-бер фестиваль — Polar Kongekrabbefestivalen spectacle уҙғарыла. Ҡалала үҙенең джаз клубы, шулай уҡ оркестрҙары һәм халыҡ хор коллективтары бар. Заманса музыка башҡарыусылары араһынан Daap, Whateverland, Ursus Maritimus, Ed[og]Lys төркөмдәрен һ.б. атарға мөмкин.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Ҡала ҡултыҡ яғынан
-
Кирха
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИлдәр | Ҡала |
---|---|
Дания | Хольстебро |
Финляндия | Карккила |
Финляндия | Кемиярви |
Рәсәй | Мурманск (1973)[8] |
Швеция | Укселёсунд |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://www.sprakradet.no/sprakhjelp/Skriverad/navn-pa-steder-og-personer/Innbyggjarnamn/
- ↑ Вадсе (урыҫ) // Большая советская энциклопедия. Том 8. Буковые — Варле — 1927. — Т. 8. — С. 572.
- ↑ Nye fylkes- og kommunenummer fra 2024 (билдәһеҙ) — 2022.
- ↑ Ordfører
- ↑ 07459: Alders- og kjønnsfordeling i kommuner, fylker og hele landets befolkning (K) 1986 - 2023 — Статистика Норвегии, 2023.
- ↑ Statens kartverk Arealstatistikk for Norge 2020 (билдәһеҙ) — Statens kartverk, 2019.
- ↑ Статистика Норвегии 11508: Bygningstype. Husholdninger (K) (B) 2015 - 2018, 11508: Type of building. Households (M) (UD) 2015 - 2018 — Статистика Норвегии, 2019.
- ↑ Туғанлашҡан ҡалалары мурманск өлкәһе 2015 йыл 28 ғинуар архивланған. //башҡорт энциклопедияһы Кола. 5 т. т. 1. Ә — Д / Гл. а. Киселевтың ре. — СПб. : ИС ; Апатиты : КНЦ ӨФӨ, 2008. — С. 502.