Бөрө ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы

Бөрө ҡаласығы, Шайтан ҡаласығы (рус. Бирское городище) — Башҡортостан Республикаһы Бөрө ҡалаһының б.э.т. XVIII быуаттан — б.э. XVIII быуатына ҡараған археологик ҡомартҡы.[1][2][3]

Бөрө ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Бөрө

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Бөрө ҡаласығы Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан Бөрө ҡалаһының көньяҡ ситендә Ағиҙел йылғаһының бейек уң ярында урынлашҡан[4]

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Бөрө ҡаласығының 186 м² майҙаны археологик тикшеренеүҙәр өсөн асылған.

Ҡаласыҡтың оҙонлоғо оҙонлоғо 250 м, киңлеге 50 м тәшкил итә. Уны һаҡлау өсөн өс рәт ур[5] һәм соҡор менән уратып алынған. Урҙың оҙонлоғо — 45—50 м, соҡорҙоң тәрәнлеге — 2,2 м.

Уртаһына усаҡ ҡоролған 5×5 м дәүмәлле яртылаш ер өй, бер нисә айырым усаҡ һәм 8 хужалыҡ баҙы табылған.

Ҡаҙғанда килеп сыҡҡан балсыҡ әйберҙәр төрлө мәҙәниәттәргә ҡарай:

Ананьин мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, муйынына бау биҙәге баҫылған;

Ҡараабыҙ мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, муйыны тирәләй соҡорлап биҙәк һалынған;

Бахмут мәҙәниәтенә ҡарағаны — ҙур күләмле, түңәрәк төплө, тышы тотош соҡорлап биҙәлгән;

Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡарағаны — йоҡа тышлы, тыштан тотош рәт‑рәт ҡыялап ваҡ тешле биҙәк һалынған, муйынына ваҡ ҡыя шаҡмаҡлы биҙәк баҫылған.

Ҡаҙыныуҙар барышында балсыҡ орсоҡбаш, арҡыры тимер балта, һөйәктән яһалған яҫы ҡанатлы уҡ башағы табылған. Бөрө ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7]..

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Бөрө ҡаласығы 1762 йылда тарихсы, географ, иҡтисадсы, Санкт-Петербург Фәндәр һәм художество академияһының мөхбир ағзаһы, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады һәм этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған "Ырымбур губернаһы топографияһы"ның авторы П. И. Рычков тарафынан тасуирланған.'

1871 йылда Рәсәй империяһы археологы, этнограф, журналист һәм тәржемәсеҒ 1858 йылдан — Ырымбур губернаһының, 1865—1877 йылдарҙа һәм 1880—1886 йылдарҙа Өфө губерна статистика комитеты китапханасыһы Р. Г. Игнатьев телгә ала.

1898 йылда рус һәм совет археологы, профессор, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы А. А. Спицын ҡарап сыға.

1959 һәм 1962 йылдарҙа был табыштарҙы тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов ентекле тикшереп өйрәнә. [1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Бөрө ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 21 октябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Мажитов Н.А. Бахмутинская культура. Этническая история населения Северной Башкирии середины I тысячелетия нашей эры. М., 1968.
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.