Бөйөргән
Бөйөргән — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Бөйөргән ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Бөйөргән татар. Боерган | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
461 кеше (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423889 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәБөйөргән — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1714 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, почта станцияһы, һыу тирмәне, икмәк магазины, 2 бакалея кибете теркәлгән[1][2].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә[1].
1931 йылда ауылда «Үрнәк» колхозы ойошторола, 1950 йылда ул «Кама» колхозы менән берләштерелә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1912 йылда —434 татар һәм 146 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1896 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
351 | 325 | 433 | 399 | 573 | 580 | 597 | 342 | 391 | 289 | 350 | 529 | 506 | 461 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].