Бөйөк Британия (утрау)
Бөйөк Британия (ингл. Great Britain, валл. Prydain Fawr, гэльск. Breetainn, корнск. Breten Veur, скотс. Great Breetain) — Европалағы иң ҙур һәм донъяла майҙаны буйынса етенсе урын биләгән утрау. Уның майҙаны — 229 946 кв. км, Хонсю утрауынан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Утрауҙың төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 1440 км тирәһе. Халҡының һаны (67 млн кеше) буйынса ул донъяла Ява һәм Хонсю утрауҙарынан ҡала өсөнсө урынды биләй. Британия утрауҙары составына инә. Берләшкән Короллек территорияһының 95 проценты, атап әйткәндә, Англия, Шотландия һәм Уэльстың төп территориялары утрауҙа урынлашҡан[5].
Бөйөк Британия | |
Ҡушамат | Blighty, Albion һәм Britannia |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Британия[d], Брут Троянский[d] һәм британцы[d] |
Этнохороним | Brit |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Сәғәт бүлкәте | ECG[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Төньяҡ диңгеҙ, Ирландия диңгеҙе, Кельтское море[d] һәм Гебридское море[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Британия утрауҙары[d] |
Территория перекрывается с | Бөйөк Британия |
Иң юғары нөктә | Бен-Невис[d] |
Халыҡ һаны | 65 121 000 кеше (2021)[1] |
Майҙан | 228 938 км²[2][3][4] |
Бөйөк Британия Викимилектә |
Сиктәре:
- төньяҡта — мыс Даннет-Хед[en] 58°40′00″ с. ш. 3°22′00″ з. д.HGЯO
- көнбайышта — мыс Коррахад-Мор[en] 56°42′56″ с. ш. 6°13′41″ з. д.HGЯO
- көньяҡта — мыс Лизард 49°57′33″ с. ш. 5°12′54″ з. д.HGЯO
- көнсығышта — мыс Лоустофт-Несс[en] 52°28′52″ с. ш. 1°45′46″ в. д.HGЯO
Утрау Атлантик океан һыуҙары менән уратып алынған. Норвегия һәм Даниянан һай һыулы Төньяҡ диңгеҙ, Франциянан тар Ла-Манш һәм Па-де-Кале боғаҙҙары, Ирландия диңгеҙе, Ирландия утрауынан Изге Георг боғаҙы һәм Төньяҡ боғаҙ менән айырыла. Уның хәҙерге яр буйы һыҙаттары сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килгән; ул ҡултыҡтар менән ныҡ йырғысланған: төньяҡта фьордтар һәм көньяҡта йылға эстуарҙары[6].
Көньяҡта утрауҙың рельефы күбеһенсә тигеҙ. Уэльста бейеклеге 1085 метрға тиклем еткән Кембрий тауҙары урынлашҡан. Англияның төньяғында Пенна тауҙары (893 м тиклем, Кросс-Фелл), көнбайышта Камберленд тауҙары (978 м тиклем, Пайк) һәм төньяҡта Көньяҡ Шотландия ҡалҡыулығына (843 м тиклем, Меррик) күсә. Һуңғыһы Төньяҡ-Шотланд ҡалҡыулығынан Урта Шотландия уйһыулығы менән айырыла, унда илдең иң бейек тауҙары Бен-Невис (1344 м) һәм Бен-Макдуи (1309 м)[6] урынлашҡан.
Бөйөк Британияның иң оҙон йылғалары — Северн (354 км) һәм Темза (334 км), иң ҙур күлдәр — Лох-Ломонд (71 км2) һәм Лох-Несс (56 км2), иң ҙур ярымутрауҙар — Уэльс һәм Корнуолл[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бөйөк Британия географияһы
- Британия утрауҙары исемлеге
- Майҙаны буйынса утрауҙар исемлеге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.ons.gov.uk/peoplepopulationandcommunity/populationandmigration/populationestimates/bulletins/annualmidyearpopulationestimates/latest
- ↑ Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Great Britain // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Great Britain | island, Europe | Britannica (ингл.). www.britannica.com. Дата обращения: 7 октябрь 2022. Архивировано 8 октябрь 2022 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 ВЕЛИКОБРИТА́НИЯ // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Pliny the Elder. Natural History (инг.) / Translated by Rackham, Harris). — Harvard University Press, 1938.
- Ball, Martin John. The Celtic Languages (инг.). — Routledge, 1994. — ISBN 978-0-415-01035-1.
- Butler, Alban[en]. Butler's Lives of the Saints (инг.). — Continuum International Publishing Group, 1997. — ISBN 978-0-86012-255-5.
- Frodin, D. G. Guide to Standard Floras of the World (инг.). — Cambridge University Press, 2001. — ISBN 978-0-521-79077-2.
- Andrews, Robert. The Rough Guide to Britain (инг.). — Rough Guides, 2004. — ISBN 978-1-84353-301-6.
- Dawkins, Peter. The Shakespeare Enigma (инг.). — Polair Publishing, 2004. — ISBN 978-0-9545389-4-1.
- Major, John. History in Quotations (инг.). — Cassell, 2004. — ISBN 978-0-304-35387-3.
- Else, David. Great Britain (инг.). — Lonely Planet, 2005. — ISBN 978-1-74059-921-4.
- Kaufman, Will; Slettedahl, Heidi Macpherson. Britain and the Americas: Culture, Politics, and History (инг.). — ABC-CLIO, 2005. — ISBN 978-1-85109-431-8.
- Oppenheimer, Stephen. Origins of the British (инг.). — Carroll & Graf Publishers, 2006. — ISBN 978-0-7867-1890-0.
- Taylor, Isaac. Names and Their Histories: A Handbook of Historical Geography and Topographical Nomenclature (инг.). — BiblioBazaar, 2008. — ISBN 978-0-559-29667-3.
- Legon, N.W.; Henrici, A. Checklist of the British & Irish Basidiomycota (инг.). — Royal Botanic Gardens, Kew, 2005. — ISBN 978-1-84246-121-1.
- Cannon, P.F.; Hawksworth, D.L.; M.A., Sherwood-Pike. The British Ascomycotina. An Annotated Checklist (инг.). — Commonwealth Mycological Institute & British Mycological Society, 1985. — ISBN 978-0-85198-546-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Interactive map of Great Britain (ингл.). learningobjects.wesleyan.edu. Дата обращения: 27 декабрь 2013. Архивировано 27 декабрь 2013 года.
- Coast (ингл.). www.bbc.co.uk. Дата обращения: 12 октябрь 2022.
- The British Isles (ингл.). www.macs.hw.ac.uk. Дата обращения: 12 октябрь 2022.
- 200 Major Towns and Cities in the British Isles (ингл.). www.200towns.co.uk. Дата обращения: 12 октябрь 2022.
- CIA Factbook United Kingdom (ингл.). www.cia.gov. Дата обращения: 7 ғинуар 2019. Архивировано 7 ғинуар 2019 года.