Бысҡы үлән (рус. Телорез, лат. Stratiótes aloídes) — һыу һылыуҡасы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Европаның уртаса өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә үҫә.

Бысҡы үлән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Stratiotes L., 1753

Номенклатура тибы
Stratiotes aloides L., 1753 — Телорез обыкновенный
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 167872

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  11630

Ботаник яҙма

үҙгәртергә
 
Бысҡы үлән О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Күп йыллыҡ ике өйлө, 15—45 см бейеклектәге үлән. Үҫентеһе ҡыҫҡа, йәйелеүсе, һыу аҫтында. Япрағы ныҡ, ҡуйы тамыр алды розеткаларында урынлашҡан, ултырма теҙелешле, ҡылыс формаһында (сәскә атҡандан һуң һыуға бата), төбөндә — улаҡлы, ситтәре — ҡаты сәнскәкле тешле. Сәскә һабы ялпаҡ, япраҡһыҙ, япрағынан ҡыҫҡараҡ; сәскәһе эре (диам. яҡынса 2,5 см), аҡ, өс таж япраҡлы; 12 һеркәлекле ата сәскәләр оҙон сәскә һабында урынлашҡан, инә — емешлекле, ултырма теҙелешле, яңғыҙ. Июлдә сәскә ата. Емеше йомортҡа формаһында, алты ҡырлы, июлдә өлгөрә. Башлыса вегетатив юл менән үрсей.

Таралышы

үҙгәртергә

Ябай, йәки алоэ һымаҡ бысҡы үләне билдәле, Европаның уртаса өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған.

Күлдә, быуала, ҡылыла, һаҙлыҡта үҫә; һыуҙың һайығыуына сәбәпсе өйкөмдәр барлыҡҡа килтерә. Башҡортостандың Урал алды зоналарының урман һәм урман‑дала зоналарында һәм Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһында осрай. Мал аҙығы үҫемлеге.

Синонимдары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  • Федченко Б. А. Род 66. Телорез — Stratiotes L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома М. М. Ильин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. I. — С. 296—297. — 302 + XVI с. — 5000 экз.
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 85. Stratiotes aloides L. — Телорез обыкновенный, или алоэвидный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 165. — ISBN 8-87317-091-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Stratiotes aloides

Бысҡы үлән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.